Йондоҙҙар ҙа уға сик түгел19.01.2016
Сәхнәлә – Салауат батыр. Ул ҡурҡыу белмәҫ ҡарашы менән киләсәккә баға һәм: “Халҡым, ҡайҙа тапҡан юлың?” – тип оран һала. Тауышын тауҙар шаңдау итеп ҡабатлай, шул ваҡытта, егеттең бөркөттәй талпыныуын күреп, һинең дә күккә осҡоң килгәндәй була.
Милли батырыбыҙ ролен һәр кем уйнай алмай. Уны оҫта ғына түгел, рухлы итеп башҡарыу беренсе шарт булһа, талапсанлыҡ, һәләт, образды тәрән өйрәнеү, үҙ өҫтөңдә ныҡышмалы эшләү ҙә төп талаптарҙыр. Һүҙем Ишбулат Иҫәнбаев тураһында.
Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәримдең “Салауат” драмаһын Салауат драма театры артистары сәхнәләштергәйне. Был роль Ишбулат Лоҡман улын бөтөнләй икенсе яҡтан асты. Тамашасылар алҡышҡа күмде уны. “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булды Ишбулат Иҫәнбаев ошо йылдарҙа. Маҡсатҡа ынтылыусан, талапсан, ижади шәхесте Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уның халыҡсан ябайлығын юғары баһалай. Халҡы ҡайҙа ҡушһа, шунда ҡайнап йәшәгән ир-егеткә вазифа, эш тә өҫтәлеп тора. Һуңғы йылдарҙа республикала танылыу яулаған Салауат музыка колледжын етәкләүе Ишбулат Иҫәнбаевҡа киләсәккә ынтылыш өҫтәне. Ғаиләһендә абруйлы атай булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй – туғандары, яҡындары алдында йөҙө яҡты.
Һөнәр һайлауы осраҡлы ғына килеп сыға Ишбулаттың. Буласаҡ ҡатыны Наҙгөлдө Өфө дәүләт сәнғәт институтына имтихан тапшырыуға алып барғанда, коридорҙа СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова, сая ҡарашлы егеттә артислыҡ һәләтен күреп, уға көсөн һынап ҡарарға тәҡдим итә. Йәштәргә уңыш йылмая: икеһе лә уҡыу йортон тамамлап, йүнәлтмә буйынса Салауат ҡалаһына ҡайта.
Тыуған яғы Күгәрсен районының Бикес ауылында абруйлы ғаиләлә тәрбиә ала Ишбулат. Атаһы һүҙен сәсәндәрсә оҫталыҡ менән еткерә белеү һәләтенә эйә булһа, әсәһе – һәр һүҙен үлсәп, күңел кисерештәрен тышҡа сығармай торған ил инәһе. Кендек ҡаны тамған нигеҙгә форсаты сыҡҡан һайын ҡайтырға ашҡына Ишбулат, ауылдағы мәҙәни сараларҙы ойоштороусы, ҡанат өҫтәүсе лә ул.
Салауат ҡалаһы йәмәғәтселеге Ишбулат Иҫәнбаевты юҡҡа ғына IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайламағандыр. Халҡы, милләте өсөн янып йәшәгән шәхес мәҙәниәт өлкәһенә яңы һулыш, йүнәлеш бирерҙәй идеялар башланғысында тора.