Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әсәй, беҙҙе килеп ал!
Әсәй, беҙҙе килеп ал! — Һәр беребеҙҙе өмөт йөрөтә, хыял йәшәтә, — тип башланы һүҙен Рәмзиә Рамаҙан ҡыҙы. — Беҙҙә тәрбиәләнеүсе балалар тыуған йорттарында яҡындары янында йәшәргә хыяллана. Улар атай-әсәйҙәрен һағына, юҡһына...
Башҡортостанда әле ике тиҫтә самаһы балалар йорто бар. Учалы районының Учалы ауылында ла атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар өсөн учреждение эшләй. Унда 33 бала тәрбиәләнә.


— Беҙҙең 31 сабый республика буйынса ғаиләләргә тәрбиәгә бирел­гән. Махсус бер тәрбиәсебеҙ ошо ғаиләләргә, айына бер-ике тапҡыр барып, тәрбиәләү шарттарын тикшереп йөрөй, — тине директор урын­баҫары Светлана Әбсәләмова. — Патронат тәрбиәселәр, опекундар етемдәрҙең пенсияһын, түләүҙәрҙе һөҙөмтәле тотоналармы? Уны ла асыҡлайбыҙ.
— Балалар йортонда тәрбиәлә­неүселәргә уңайлы шарттар тыуҙы­рылғанмы?
— Әлбиттә. Улар көнөнә биш тап­ҡыр ашханала туҡлана, кейем-һалым менән тәьмин ителә. Мунсабыҙ ҙа бар. Балаларҙың өсәүһе генә үкһеҙ етем, башҡаларының атаһы йәки әсәһе бар, тик улар бала тәрбиәләү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Беҙҙә үҫмерҙәр дүрт төркөмгә бүленгән. Бер төркөмдә — һигеҙ малай, ә өс ғаилә төркөмөндә иһә бер нисә бала бергә йәшәй.
Хеҙмәттәшенең һүҙен тәрбиәсе Рәмзиә Разина дауам итте:
— Беҙҙең балалар йортонда 7 – 17 йәшлектәр тәрбиәләнә. Үҙебеҙҙең йәйге ял һәм хеҙмәт лагеры бар. Ҡыҙҙар өсөн — тегеү-сигеү, ә малай­ҙарҙың ағас эшкәртеү оҫтаха­на­лары бар. Малайҙар таҡта юнып би­ҙәкле һүрәттәр яһай, үҙҙәре ултыр­ғыс, сәскә һауытына таяуҙар эшләй. Һүрәт төшөрөү бүлмәһен һәр уҡыу­сыбыҙ ярата, йәнә спорт залы ла бар.
— Балалар янына яҡындары килеп йөрөймө?
— Үкенескә ҡаршы, ундай күренеш һирәк. Әгәр улар хәстәрлекле ата-әсә булһа, сабыйҙары бында эләкмәҫ тә ине. Беҙ етемдәрҙе илебеҙҙең хөрмәтле кешеләре булырлыҡ итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, әммә, нисек яҡшы ҡараһаҡ та, ғәзиз ата-әсәне алмаштыра алмайбыҙ. Бындағы балалар беҙгә: “Минең атай йәки әсәй — донъяла иң яҡшыһы!” — тиҙәр. Улар­ҙың үҙ ата-әсәһен яманлап һөйләгәнен хәтерләмәйем. Мин үҙем балалар йортонда бер көн дә йәшәй алмаҫ инем. Тыуған өйөңдә һине яратыусылар янында йәшәүгә ни етә?!
Учалы балалар йортонда тәрбиәлә­неүселәрҙең үҙҙәренә һүҙ бирәйек. Солтан Хәбиров үҙе бына нимәләр бәйән итте:
— Беҙ үҙ йортобоҙҙа Бүздәк райо­нының Арыҫлан ауылында йәшәнек. Атайым 2010 йылда 36 йәшендә мәрхүм булды. Әсәйем 1974 йылғы. Беҙ, биш бала, әсәй менән матур ғына йәшәп ятҡанда, дүртебеҙҙе бында килтерҙеләр. 1991 йылғы Илена апайым Өфөлә йәшәй. Алина апайым, мин, Ислам ҡустым, Тәлиә һеңлем бында тәрбиәләнәбеҙ. Мин һигеҙенсе класта “5”-ле билдәләренә генә уҡы­йым, саңғы спорты менән шөғөлләнәм. Ҡустыма, һеңлемә күҙ-ҡолаҡ булып торам.
Ислам да үҙ һүҙен әйтте:
— Өйҙә яҡшыраҡ ине. Ауылымды, әсәйемде һағынам.
— Әсәйегеҙ янығыҙға киләме һуң?
— Тәрбиәселәр, Арыҫлан ауылы бы­нан бик йыраҡ, тине. Әсәй шуға беҙҙең янға килә алмай. Мин дүртенсе класта белем алам. Ҡышын ағай менән саңғыла йөрөйбөҙ.
Тәлиә:
— Икенсе класта уҡыйым. Ағай, апайҙар менән әсәй янында йәшәр инем. Илена, Алина апайымдарҙы ла күргем килә.
— Һеҙҙә тәрбиәләнгән балаларҙы алда ни көтә? — тип һорайым хеҙмәткәрҙәрҙән.
— Улар 18 йәшкә тиклем беҙҙә буласаҡ. Һәр береһенә күнеккәнбеҙ, яҡын күрәбеҙ ул етемдәрҙе. Илашып һаубуллашабыҙ. Шәхси әйберҙәрен, уйынсыҡтарын, бүләктәрен алып китәләр. Һуңыраҡ, күбеһе шылтыратып тора, ҡайһы берҙәре бында ҡунаҡҡа килә.
Мәғәсүмовтар менән танышабыҙ. Ләйсән Хәйҙәр ҡыҙы һөйләй:
— Учалы районының Аҡҡужа ауылынан беҙ. Ҡустым Наил да бында. Әсәйем Учалы ауылына күсенеп килде, ҡабат тормошҡа сыҡты, бала тапты. Хәҙер минең тағы бер йәшлек ҡустым Илнар бар. Әсәй әлеге ире менән ваҡытлыса фатирҙа йәшәй. Ул аҙна һайын яныбыҙға килеп йөрөй, күстәнәстәр килтерә.
— Нисәнсе класта уҡыйһың?
— Туғыҙынсыла. Беҙҙең мәктәп балалар йорто ҡаршыһында урын­лаш­ҡан, йөрөргә яҡын. Буш ваҡы­тымда саңғыла йөрөйөм, һүрәт төшөрөргә яратам. Ҡустым менән бер бүлмәлә йәшәйбеҙ.
Наил менән дә һөйләштек.
— Алтынсы класта уҡыйым, ағастан һүрәттәр киҫеп яһарға яратам, — тине ул. — Апайым миңә ярҙам итә. Әсәйҙең Учалыға күсенеп килеүенә шатланам, ул яныбыҙға килеп йөрөй, беҙҙе ярата. Беҙҙе тиҙҙән бынан алып китәсәк. Һуңғы осрашыуҙа үҙе шулай тине.
Балалар йортонан сыҡҡас, артҡа боролоп ҡараным. Беренсе ҡат тәҙрәһенән Ләйсән менән Наил юлды күҙәтә ине. Улар әсәйҙәрен көтә...


Автор: Айҙар ҒӘЗИЗОВ. Район: Учалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә