— Һәр беребеҙҙе өмөт йөрөтә, хыял йәшәтә, — тип башланы һүҙен Рәмзиә Рамаҙан ҡыҙы. — Беҙҙә тәрбиәләнеүсе балалар тыуған йорттарында яҡындары янында йәшәргә хыяллана. Улар атай-әсәйҙәрен һағына, юҡһына...
Башҡортостанда әле ике тиҫтә самаһы балалар йорто бар. Учалы районының Учалы ауылында ла атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар өсөн учреждение эшләй. Унда 33 бала тәрбиәләнә. — Беҙҙең 31 сабый республика буйынса ғаиләләргә тәрбиәгә бирелгән. Махсус бер тәрбиәсебеҙ ошо ғаиләләргә, айына бер-ике тапҡыр барып, тәрбиәләү шарттарын тикшереп йөрөй, — тине директор урынбаҫары Светлана Әбсәләмова. — Патронат тәрбиәселәр, опекундар етемдәрҙең пенсияһын, түләүҙәрҙе һөҙөмтәле тотоналармы? Уны ла асыҡлайбыҙ.
— Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырылғанмы?
— Әлбиттә. Улар көнөнә биш тапҡыр ашханала туҡлана, кейем-һалым менән тәьмин ителә. Мунсабыҙ ҙа бар. Балаларҙың өсәүһе генә үкһеҙ етем, башҡаларының атаһы йәки әсәһе бар, тик улар бала тәрбиәләү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Беҙҙә үҫмерҙәр дүрт төркөмгә бүленгән. Бер төркөмдә — һигеҙ малай, ә өс ғаилә төркөмөндә иһә бер нисә бала бергә йәшәй.
Хеҙмәттәшенең һүҙен тәрбиәсе Рәмзиә Разина дауам итте:
— Беҙҙең балалар йортонда 7 – 17 йәшлектәр тәрбиәләнә. Үҙебеҙҙең йәйге ял һәм хеҙмәт лагеры бар. Ҡыҙҙар өсөн — тегеү-сигеү, ә малайҙарҙың ағас эшкәртеү оҫтаханалары бар. Малайҙар таҡта юнып биҙәкле һүрәттәр яһай, үҙҙәре ултырғыс, сәскә һауытына таяуҙар эшләй. Һүрәт төшөрөү бүлмәһен һәр уҡыусыбыҙ ярата, йәнә спорт залы ла бар.
— Балалар янына яҡындары килеп йөрөймө?
— Үкенескә ҡаршы, ундай күренеш һирәк. Әгәр улар хәстәрлекле ата-әсә булһа, сабыйҙары бында эләкмәҫ тә ине. Беҙ етемдәрҙе илебеҙҙең хөрмәтле кешеләре булырлыҡ итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, әммә, нисек яҡшы ҡараһаҡ та, ғәзиз ата-әсәне алмаштыра алмайбыҙ. Бындағы балалар беҙгә: “Минең атай йәки әсәй — донъяла иң яҡшыһы!” — тиҙәр. Уларҙың үҙ ата-әсәһен яманлап һөйләгәнен хәтерләмәйем. Мин үҙем балалар йортонда бер көн дә йәшәй алмаҫ инем. Тыуған өйөңдә һине яратыусылар янында йәшәүгә ни етә?!
Учалы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең үҙҙәренә һүҙ бирәйек. Солтан Хәбиров үҙе бына нимәләр бәйән итте:
— Беҙ үҙ йортобоҙҙа Бүздәк районының Арыҫлан ауылында йәшәнек. Атайым 2010 йылда 36 йәшендә мәрхүм булды. Әсәйем 1974 йылғы. Беҙ, биш бала, әсәй менән матур ғына йәшәп ятҡанда, дүртебеҙҙе бында килтерҙеләр. 1991 йылғы Илена апайым Өфөлә йәшәй. Алина апайым, мин, Ислам ҡустым, Тәлиә һеңлем бында тәрбиәләнәбеҙ. Мин һигеҙенсе класта “5”-ле билдәләренә генә уҡыйым, саңғы спорты менән шөғөлләнәм. Ҡустыма, һеңлемә күҙ-ҡолаҡ булып торам.
Ислам да үҙ һүҙен әйтте:
— Өйҙә яҡшыраҡ ине. Ауылымды, әсәйемде һағынам.
— Әсәйегеҙ янығыҙға киләме һуң?
— Тәрбиәселәр, Арыҫлан ауылы бынан бик йыраҡ, тине. Әсәй шуға беҙҙең янға килә алмай. Мин дүртенсе класта белем алам. Ҡышын ағай менән саңғыла йөрөйбөҙ.
Тәлиә:
— Икенсе класта уҡыйым. Ағай, апайҙар менән әсәй янында йәшәр инем. Илена, Алина апайымдарҙы ла күргем килә.
— Һеҙҙә тәрбиәләнгән балаларҙы алда ни көтә? — тип һорайым хеҙмәткәрҙәрҙән.
— Улар 18 йәшкә тиклем беҙҙә буласаҡ. Һәр береһенә күнеккәнбеҙ, яҡын күрәбеҙ ул етемдәрҙе. Илашып һаубуллашабыҙ. Шәхси әйберҙәрен, уйынсыҡтарын, бүләктәрен алып китәләр. Һуңыраҡ, күбеһе шылтыратып тора, ҡайһы берҙәре бында ҡунаҡҡа килә.
Мәғәсүмовтар менән танышабыҙ. Ләйсән Хәйҙәр ҡыҙы һөйләй:
— Учалы районының Аҡҡужа ауылынан беҙ. Ҡустым Наил да бында. Әсәйем Учалы ауылына күсенеп килде, ҡабат тормошҡа сыҡты, бала тапты. Хәҙер минең тағы бер йәшлек ҡустым Илнар бар. Әсәй әлеге ире менән ваҡытлыса фатирҙа йәшәй. Ул аҙна һайын яныбыҙға килеп йөрөй, күстәнәстәр килтерә.
— Нисәнсе класта уҡыйһың?
— Туғыҙынсыла. Беҙҙең мәктәп балалар йорто ҡаршыһында урынлашҡан, йөрөргә яҡын. Буш ваҡытымда саңғыла йөрөйөм, һүрәт төшөрөргә яратам. Ҡустым менән бер бүлмәлә йәшәйбеҙ.
Наил менән дә һөйләштек.
— Алтынсы класта уҡыйым, ағастан һүрәттәр киҫеп яһарға яратам, — тине ул. — Апайым миңә ярҙам итә. Әсәйҙең Учалыға күсенеп килеүенә шатланам, ул яныбыҙға килеп йөрөй, беҙҙе ярата. Беҙҙе тиҙҙән бынан алып китәсәк. Һуңғы осрашыуҙа үҙе шулай тине.
Балалар йортонан сыҡҡас, артҡа боролоп ҡараным. Беренсе ҡат тәҙрәһенән Ләйсән менән Наил юлды күҙәтә ине. Улар әсәйҙәрен көтә...