Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ишле ғаиләгә бәхет ишелә
– Ирем менән ике бала үҫтерәбеҙ. Өсөнсөһөн табыу теләгем булһа ла, күп­тәрҙең фекерен ишетеп, туҡтап ҡалам. “Күп бала нимәгә ул? – тиҙәр. – Быларын һәйбәт итеп үҫтерһәң дә хуп. Үҙеңә ауырлыҡ эҙләмә”. Был йәһәттән һеҙ ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ф. СӘЙФЕТДИНОВА.
Ҡариҙел районы.



Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмил­ләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәр­ҙәш­тәр, иң тәүҙә бары­ғыҙҙы ла яңы 2016 йыл менән тәбрик­ләйем. Ул изге йоманан башланды. Имен, хә­йерле йыл бул­һын, ин­шал­лаһ!
Сираттағы һо­рау­ға килгәндә, “Ҡөрьән Кәрим”­дәге “Ән-Ниса” сүрәһендә әҙәм балаларына парлы булырға бойоролған. Ғаилә – һәр дәүләттең төп терәге. Иҡтисади, рухи халәте, тарихы, теле һәм башҡа үҙенсәлектәре менән үҙе айырым ойошма ул. “Никах, ғаилә ҡороу – сөннәтем, күрһәткән юлым. Кем дә кем унан ситләтшә, минең өммәтемдән булмаҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, был – һәр мосолмандың изге бурысы, иманыбыҙҙың, динебеҙҙең бер өлөшө. Кешеләр араһында, дәүләт алдында илеңә, милләтеңә, туған телеңә һөйөү билдәһе.
“Өйләнегеҙ, күп бала үҫтерегеҙ, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Ҡиәмәт көнөндә өммәтемдең күплеге менән ғорурланырмын”. Ата-бабаларыбыҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, ошо бурысына ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған. Йәштәрҙе өйләндереүгә, уларға йәр һайлауға ныҡлы иғтибар бүлгәндәр. Килен менән кейәүҙең нәҫелдәре, тәрбиә алымдары тикше­релгән. Һөҙөмтәлә изге фатиха менән ныҡлы ғаиләгә нигеҙ һалынған. Уға ҡот өҫтәп, кәмендә ете-һигеҙ сабый буй еткергән. Мәғлүм ки, Совет власы осоронда ун бала үҫтергән гүзәл зат вәкилдәренә “Герой-әсә” исеме бирелә торғайны. Илдең, милләттең киләсәге тап шунда – балаларҙың донъяға килеүендә бит.
Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш ғаиләләр араһында “үҙебеҙ өсөн йәшәргә кәрәк” тигән урынһыҙ фекер нығына башланы. Бер-ике балаға ғына ғүмер бирәләр ҙә, бурысын үтәгәндәй, туҡтап ҡалалар. Ғаиләне ишәйтмәү өсөн төрлө уйҙырмаға, хәйләгә юл ҡуйыла. Тамырҙарҙы белә-күрә юҡҡа сығарыу был.
Бала – телебеҙҙең, милләтебеҙҙең дауамы. Ул донъяға килде икән, ата-әсәгә генә түгел, табипҡа, уҡытыусыға һәм башҡа һөнәр эйәләренә лә эш арта. Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә, республикабыҙҙа бәғзе мәктәптәрҙең ябылыуға дусар булыуы ла тап уҡыусыларҙың аҙлығына бәйле. Бер-ике бала өсөн тотош уҡыу йортон тотоп булмай бит. Ҡайһы берәүҙәр бында дәүләтте ғәйепләргә тырыша. Сәбәп үҙебеҙҙә түгелме?
Замандың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, әхлаҡлы, иманлы, ғилемле балалар үҫтереү бурысын һәр саҡ алға ҡуйырға тейешбеҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ишле ғаилә борон-борондан иң ҡотло, өлгөлө, изге урын һаналған. Унда буй еткергән балалар туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп, бер-береһенә ихтирамлы булып, ярҙамлашып йәшәргә өйрәнеп үҫә. Тимәк, ишле ғаилә – тотош тәрбиә мәктәбе. Улар күберәк булһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә