Ишле ғаиләгә бәхет ишелә15.01.2016
– Ирем менән ике бала үҫтерәбеҙ. Өсөнсөһөн табыу теләгем булһа ла, күптәрҙең фекерен ишетеп, туҡтап ҡалам. “Күп бала нимәгә ул? – тиҙәр. – Быларын һәйбәт итеп үҫтерһәң дә хуп. Үҙеңә ауырлыҡ эҙләмә”. Был йәһәттән һеҙ ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ф. СӘЙФЕТДИНОВА.
Ҡариҙел районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, иң тәүҙә барығыҙҙы ла яңы 2016 йыл менән тәбрикләйем. Ул изге йоманан башланды. Имен, хәйерле йыл булһын, иншаллаһ!
Сираттағы һорауға килгәндә, “Ҡөрьән Кәрим”дәге “Ән-Ниса” сүрәһендә әҙәм балаларына парлы булырға бойоролған. Ғаилә – һәр дәүләттең төп терәге. Иҡтисади, рухи халәте, тарихы, теле һәм башҡа үҙенсәлектәре менән үҙе айырым ойошма ул. “Никах, ғаилә ҡороу – сөннәтем, күрһәткән юлым. Кем дә кем унан ситләтшә, минең өммәтемдән булмаҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, был – һәр мосолмандың изге бурысы, иманыбыҙҙың, динебеҙҙең бер өлөшө. Кешеләр араһында, дәүләт алдында илеңә, милләтеңә, туған телеңә һөйөү билдәһе.
“Өйләнегеҙ, күп бала үҫтерегеҙ, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Ҡиәмәт көнөндә өммәтемдең күплеге менән ғорурланырмын”. Ата-бабаларыбыҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, ошо бурысына ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған. Йәштәрҙе өйләндереүгә, уларға йәр һайлауға ныҡлы иғтибар бүлгәндәр. Килен менән кейәүҙең нәҫелдәре, тәрбиә алымдары тикшерелгән. Һөҙөмтәлә изге фатиха менән ныҡлы ғаиләгә нигеҙ һалынған. Уға ҡот өҫтәп, кәмендә ете-һигеҙ сабый буй еткергән. Мәғлүм ки, Совет власы осоронда ун бала үҫтергән гүзәл зат вәкилдәренә “Герой-әсә” исеме бирелә торғайны. Илдең, милләттең киләсәге тап шунда – балаларҙың донъяға килеүендә бит.
Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш ғаиләләр араһында “үҙебеҙ өсөн йәшәргә кәрәк” тигән урынһыҙ фекер нығына башланы. Бер-ике балаға ғына ғүмер бирәләр ҙә, бурысын үтәгәндәй, туҡтап ҡалалар. Ғаиләне ишәйтмәү өсөн төрлө уйҙырмаға, хәйләгә юл ҡуйыла. Тамырҙарҙы белә-күрә юҡҡа сығарыу был.
Бала – телебеҙҙең, милләтебеҙҙең дауамы. Ул донъяға килде икән, ата-әсәгә генә түгел, табипҡа, уҡытыусыға һәм башҡа һөнәр эйәләренә лә эш арта. Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә, республикабыҙҙа бәғзе мәктәптәрҙең ябылыуға дусар булыуы ла тап уҡыусыларҙың аҙлығына бәйле. Бер-ике бала өсөн тотош уҡыу йортон тотоп булмай бит. Ҡайһы берәүҙәр бында дәүләтте ғәйепләргә тырыша. Сәбәп үҙебеҙҙә түгелме?
Замандың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, әхлаҡлы, иманлы, ғилемле балалар үҫтереү бурысын һәр саҡ алға ҡуйырға тейешбеҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ишле ғаилә борон-борондан иң ҡотло, өлгөлө, изге урын һаналған. Унда буй еткергән балалар туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп, бер-береһенә ихтирамлы булып, ярҙамлашып йәшәргә өйрәнеп үҫә. Тимәк, ишле ғаилә – тотош тәрбиә мәктәбе. Улар күберәк булһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.