Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҫке Ҡалҡаш ҡалҡандары
Иҫке Ҡалҡаш   ҡалҡандары Ошо төбәк ауылдарына инеү менән һәр саҡ урындағы халыҡтың тырышлығына һоҡланам: һәр йорттоң тиерлек ҡапҡаһы алдында еңел машина менән йәнәш йөк ташый торғандары урын алған, һарай буйҙарында, бәрәңге баҡсаларында ла ҡат-ҡат бесән төгө өйөлгән, урам тулы ҡош-ҡорт ҡайнай… Иҫке Ҡалҡаш ауылына ла хас был йәмле күренеш.
Бурысҡа алмай ҙа йәшәп була

Хәтерләйһегеҙҙер, 1990 йылдарҙа күптәр фермерлыҡҡа дәррәү тотоноп китте. Тик уңыш ер һәм мал эшен яҡшы белгәндәргә генә йылмайҙы. Үҫтереү-үрсетеү генә түгел, тауарыңды һата алырға ла кәрәк шул. Әйткәндәй, бөтә ауырлыҡтарҙы ла йырып сыға алғандар бөгөн дә үҫеш юлында, тик инде юғарыраҡ баҫҡыста, киңерәк даирәлә…
Марат Булатов ул саҡтағы Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап, хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, ер эшенә тотоноп китә. Үҙенең һәм туғандарының 14 гектар пай ерендә иген сәсеп ҡарай. Уңа. Алдағы йылда иртә яҙҙан тағы баҫыуға йүнәлә. Йәнә келәт иген менән тула, тик йәш игенсе сәсеү ерен арттырмай, бер үк майҙанда бер үк уңышты алыуын дауам итә. Шул сабырлығы, үҫешкә ҡыҫҡа аҙымдар менән генә ынтылыуы еңеү килтерә лә инде егеткә фермерлыҡ эшендә.
Иҫке Ҡалҡаш   ҡалҡандары– Бер ваҡытта ла кредитҡа батманым. Быйыл миллион һумдан ашыу хаҡҡа комбайн һатып алып ҡайттым. Үҙемдең аҡсаға. Бәлки, ҙур сығымдар менән шәп уңыш йыйып алырға мөмкиндер, тик был минең өсөн түгел, — тип йүнселлек сере менән бүлешә Марат Мансаф улы. “Яйлап күтәрелгән” тиҙәр ундайҙар хаҡында. Сабырлыҡтың төбө һары алтын шул.
Ер батыры бер ҡасан да йыйған уңышын ҡайҙа тапшырайым тип ҡаңғырып йөрөмәй. Бойҙайҙы ауылда уҡ талашып тигәндәй алып бөтәләр (ихата һайын эркелеп йөрөгән ҡаҙ-өйрәк сәбәпсе быға), көнбағышты Шишмәгә оҙатып тора. Ер генә игендән яҙҙырмаһын. Хәйер, бындай хәл килеп тыумаһын өсөн фермер Булатов бөтә шарттар ҙа булдырған: көҙөн башта һабаҡ ҡалдыҡтарын агрегат ярҙамында тураҡлай, шунан тәрән итеп һөрә, яҙын иһә тағы бер ҡабат эшкәрткәс кенә орлоҡ индерә.
Һөрә-сәсә тигәндән, ике “Т-70”, ике “Беларусь” һәм комбайнды Марат, ҡалай ғына тырыш булмаһын, бер нисек тә бер юлы йүгәнләй алмай – Юлий Цезарь түгел дә. Шул уҡ ваҡытта сәсеү ерҙәре лә 176 гектарға тиклем арттырылған. Уның ҡарауы, эшен башлап ебәргән көндән алып таянырҙай ауылдаштары бар, хәйер, уларҙы эшсе ҡулдар тип атарға теле бармай фермерҙың. Орлоҡҡа аҡсаны бергә һалалар, техника боҙолоп китһә, йәнә күмәкләп аяҡҡа баҫтыралар.
Иҫке Ҡалҡаш   ҡалҡандары– Рәфис Насиров, Роберт Ғәлимов, Радик Кинйәбулатовтан башҡа хәҙер эшемде күҙ алдына ла килтермәйем, – тип маҡтай йүнсел дуҫтарын.
Яңы даирә, яңы үҫеш кимәленә килгәндә, сәсеү-урыу менән бер рәттән әлеге көндә махсус рәүештә Австралиянан ҡайтарылған ите генә 400 килограмға етмәле үгеҙҙәр аҫрауына өҫтәп, Марат Булатов егеттәре менән сәсеүлеген 500 гектарға тиклем арттырырға һәм йылҡысылыҡҡа тотонорға самалай. Үҙенең туңға һөрөргә сыҡҡан “Т-70” тракторы шикелле яйлап ҡына, әммә ышаныслы итеп алға барған фермер, өлгөлө өс бала атаһы, тырыш хужа ҡулынан килерҙәй эш был! Тәжрибәһе, бөгөнгө көнгә еткән үре ошо хаҡта ышаныслы һөйләй.

Яңы клубта — яңы ҡор

Юл өҫтөндә ятҡан Иҫке Ҡалҡаш мәҙәни яҡтан үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнаған ауылдар рәтендә түгел. Район кимәлендә лә ҙур саралар булып тора бында, фекер алышыу өсөн майҙан тотола. Мәҫәлән, районда Әҙәбиәт йылын ябыу нәҡ ошо ауылда үтте. Ҡалҡаштарҙың байрамы был көндә бер яҡлы ғына түгел ине – капиталь ремонттан һуң ауыл клубы ишектәрен асты. Миллион ярым һумдан ашыу аҡсаға яңы төҫ алған мәҙәниәт йорто хәҙер ҡала һарайҙарынан һис тә ҡалышмай.
Иҫке Ҡалҡаш   ҡалҡандарыРеспублика биләмәләрендә ауыл Советынан һәм депутаттарҙан тыш халыҡ араһында тәртипкә, әҙәплелеккә әйҙәгән ҡорҙар эшләүе инде тормош талабына әйләнеп бара. Атайҙар берлеге, ҡатын-ҡыҙ­ҙар советтары менән бер рәттән ағинәйҙәр ҡоро ла киң тарала. Иҫке Ҡалҡаштың да ағинәйҙәре бар. Улар – халыҡты әҙәплелеккә өйрәткән бер институт булараҡ ҡына түгел, ә йәштәргә халҡы­быҙҙың йолаларын да һеңдереүсе инәйҙәр. Әйткәндәй, ҡор нәҡ яңырған бинала төплән­гән, район һәм ауыл хакимиәте хәстәре менән махсус бүлмә лә ҡаралған изгелек таратыусыларға.
– Тәү сиратта йәш быуынды төрлө афәт­тән ҡурсалауҙы төп маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Ә бейеү-йырҙарыбыҙ аша уларҙа халҡыбыҙ тарихына хөрмәт уятырға ынтылабыҙ, – ти, пландары менән бүлешеп, ҡорҙоң әүҙем ағзаһы Миңлегөл Ғәйфуллина. Әйткәндәй, Миңлегөл инәй ғүмер буйы ошо клубты етәкләгән, әле хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, ауылдың мәҙәни һәм рухи тормошонда ҡай­нап йәшәй ул, ә бинаның яңырыуына үҙе яңы йорт һалып сыҡҡандай шатлана. Бына шулай, был төбәктә быуындар бәйләнеше лә, рухи һәм мәҙәни үҫешкә ынтылыш та бураҙналай ярылып ята.

“Hello!” — тип өндәшә
уҡытыусы апай


Ауыл мәктәптәренә дәрте ташып торған егет-ҡыҙҙар бик үк килә һалмай. Белем усаҡтарында ла уларҙы көтөп тормайҙар – оло йәштәге уҡытыусыларҙың үҙҙәренә эш етмәй. Шулай ҙа йәш кадрҙың коллективҡа инеүе өмөт бирә: яңыса ҡараш, яңы­са эш алымы тигәндәй. Нисек кенә бул­ма­һын, “йәш ҡан” ебәрелгән белем усаҡта­рын­да аудитория яғынан ҡыҙыҡһыныу арта, ти белгестәр. Тик был хәҡиҡәтте ҡайһы бер мәктәп етәкселәре белмәй һымаҡ, бәлки, белергә теләмәйҙер ҙә. Хәйер, һүҙем ул хаҡ­та түгел. Теорияның ғәмәлдәге хаҡлығын Иҫке Ҡалҡаш мәктәбендә быйыл ғына эш башлаған инглиз теле уҡытыусыһы миҫа­лында танырға була.
Иҫке Ҡалҡаш   ҡалҡандарыҒөмүмән, ошо һәм тағы дүрт ауылдан йыйылған 78 балаға белем биргән урта мәктәп – яҡшылар иҫәбендә. Күп йыллыҡ тәжрибә һөҙөмтәһен бирә килә – уҡыу­сыларҙың теүәл фәндәрҙән дә, тел буйынса ла уңыштары етерлек.
– Педагогик коллективта һәммәһе лә юғары белемле: юғары категориялы уҡытыу­сылар эшләй, ике йәш белгес тә бар. Кол­лективҡа йәштәр килеүен һәр саҡ өмөтләнеп көтөп алабыҙ, – ти мәктәп директоры Земфира Ҡотлошина.
Ошо ауыл ҡыҙы Айһылыу Хөбөтдинова БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлап, эш башлап ҡына тора әле. Шуға ҡарамаҫтан инглиз теле уҡытыусыһы балаларҙың күңелен яулап алырға өлгөргән дә инде.
– Уҡыу йортонда өйрәнгәнсә, уҡыусылар­ҙы яңы алымдар, ғәҙәти булмаған дәрестәр менән ҡыҙыҡ­һын­дырырға тырышам, был йәһәттән һүрәттәр, йәнһүрәттәр, яҙмалар ҡулланам, – ти уҡы­тыусы ҡыҙ. Әйткәндәй, уны әле ошо мәктәптә уҡыу практикаһы үткәндә үк оҡшатып, эшкә саҡырып ҡалғандар. Йәш белгес үҙ сиратында ҡулына диплом алыу менән тыуған яғына юл тотҡан. Йәш белгес тигәндәй, Айһылыу был тәңгәлдә әлегә үҙ хоҡуҡтары менән файҙаланып өлгөрмәгән, барыһы ла алда тип өмөтләнә.
Балалар бигерәк уңған инде Айһылыу апайҙарынан: дәрес мәлендә уларға инглиз телен өйрәтһә, дәрестән һуң бейеү сер­ҙә­ре­нә төшөндөрә. Махсус курс тамамлаған йәш белгес, атап әйткәндә, уҡыусыларҙы ғына бейергә өйрәтмәй, ә клубта ауыл ки­мәлендә лә түңәрәк алып бара – унда быуындаштары менән апай-ағайҙар ҙа ихлас йөрөй. Тимәк, уҡыусылар ғына түгел, бар ауыл халҡы уңған йәш белгестән! Тағы шуныһы: Айһылыу кейәүгә сыҡмаған әле, шуға, Иҫке Ҡалҡаш егеттәре, йоҡлап йөрөмәгеҙ!..

Итәк тултырып бала бағалар,
икмәк табып, таҡта яралар


Бөгөн ауылдың йәшәйешен билдәләгән бер нисә ҡалҡан бар: социаль күренештәр, тыуҙырылған шарттар… Ә уның киләсәген сабыйҙар, күп балалы ғаиләләр булдыра. Иҫке Ҡалҡаштың ҡалҡандары – Назыровтар, был ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә. Әйтергә кәрәк, уңған кеше һәр яҡлап уңған инде, улар бынан бер нисә йыл элек үҙ эштәрен дә асҡан.
…Республика матбуғаты биттәрендә Илүзә Назырова исемле хәбәрсенең ҡыйыу-ҡыйыу мәҡәләләрен уҡығанда ошо юлдар ҙа, бәлки, хәтерегеҙгә төшөр әле. Ул хәбәрсене Лилиә Хәләф ҡыҙы менән Фәһим Фәрит улының өлкән ҡыҙы тип танырһығыҙ, бөгөн буласаҡ ҡәләм­дәшем БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем ала. Бәләкәй генә сағынан журналист булырға хыялланған ҡыҙҙың тәүге уңыштары ла бар, төрлө гәзиттәргә әүҙем яҙышып тора, үҙ фекерен әйтә белә. Туғандары ла Илүзә апайҙарынан ҡалышырға уйламай, тырышып уҡый, төрлө яҡлап камиллаша. Кемдер ҡалала белем алыу хыялы менән Стәрлетамаҡтағы Ленин исемен­дәге 2-се лицей-интернатҡа юл тотҡан, ауыл мәктәбендә уҡып йөрөгән игеҙәк малайҙар ата-әсәләренең уң ҡулы – мал ҡараша, ғөмүмән, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша. Кинйәбикә әлегә балалар баҡсаһына йөрөй, шуға ҡарамаҫтан, уның да уңыштары етерлек: мәҫәлән, шиғыр ятларға ярата. Кем белә, бәлки, ул да апаһы һымаҡ ғүмерен һүҙ ҡеүәһенә бағышларға теләр. Һәр хәлдә, был ғаиләлә тәрбиәләнгән биш баланан да киләсәктә изге күңелле, тирә-яҡ донъяға битараф булмаған, тырыш кешеләр бөрө­ләнеренә шик юҡ. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр, ти бит халыҡ та.
– Бер бала – юҡ бала, ике бала – бер бала, шуға итәк тултырып үҫтерергә булдыҡ. Аллаға шөкөр, улдарыбыҙ ҙа бар, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа, игеҙәктәр үҫтереүе – үҙе ниндәй кинәнес! – тип йылмая бәхетле атай-әсәй. – Сабыйҙарыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн, бар көскә тыры­шабыҙ, үҙебеҙҙән өлгө алып үҫһендәр тип теләйбеҙ.
Эйе, Лилиә менән Фәһим Назыровтар балаларын бәхетле итеп, лайыҡлы тәрбиәләргә тырыша, уларҙы рухи яҡтан үҫтерә, шарттар тыу­ҙыра. Аталарының юҡ ваҡытын бар итеп, ҡыҙ­ҙарын аҙна һайын уҡыуҙарынан алып ҡайтып, алып барып ҡуйыуын күҙ уңында тотҡанда ла күпте төҫмөрләргә мөмкиндер. Бәлки, тәү ҡарашҡа ваҡ мәшәҡәттер, әммә Иҫке Ҡалҡаш – Өфө – Стәрлетамаҡ – Иҫке Ҡалҡаш маршруты, минеңсә, ҡыҫҡа юл түгел. Ә бит алып барыу, алып ҡайтыу түгел, студент балаларының юлына ла аҡса рәтләй алмаған ата-әсәләр бар. Дөрөҫөн әйткәндә, Назыровтарҙың ҙур эшкә тотоноп китеүҙәре лә бит шул балалары хаҡына.
Иҫке Ҡалҡаш   ҡалҡандары– Ауылда эш юҡ, ә өйҙә нисә кеше икмәк табырыңды көтә — ни ҡылырға белмәй аптырап йөрөгән саҡ ине, – тип иҫләй ул мәлде ғаилә башлығы. – Себер ҙә ҡалманы, аптырағас, мәшғүллек үҙәге аша ағас эшкәртеү һөнәрен үҙләштерергә булдым. Ошо нигеҙҙә алған белеме буйынса кем үҙ эшен аса – шуға район ярҙамы менән аҡса ла бүленәсәге хаҡында ишеткәс, ят шөғөлгә тотонорға тәүәккәлләнем.
Ысынлап та, 59 мең аҡса бүленә һәм, иң мөһиме, уны кире ҡайтарырға кәрәкмәй, тик уңышлы ғына итеп эшләп кит. Әлбиттә, был әллә ни ҙур сумма ла түгел. Цехты түгел, ат урынына тотҡан “Беларусь” тракторын да хатта кредитҡа алырға тура килә бит. Уның ҡарауы, орлоҡ һалынған ир-уҙаман күңеленә. Эләктереп алып киткән бит йүнсел. Кешегә ҡайһы саҡ бер йылы һүҙ ҙә етә ул, дөрөҫөн әйткәндә, шулай уҡ бюрократик кәртәләрҙе үтеп сыҡҡанда ла…
Нисек кенә булмаһын, осрап торған ауыр­лыҡтарҙы бер аҙ онотоп ебәргәндә, бөгөн Фәһим Назыров уңышлы ғына эшләп килгән йүнселдәр рәтендә. Яҡын-тирәләге ауылдарҙы – таҡта, ағас материалдары, Стәрлебаш районын һәм Стәрлетамаҡты бура менән тәьмин итеүселәрҙең береһе ул. Аҡмаһа ла, тама тигәндәй, шул уҡ ваҡытта эшҡыуар сит ил машинаһы алып ебәргән, Әсәлек капиталын ҡулланып, өйөн үтеп сыҡҡыһыҙ итеп ҙурайтҡандар, ҡала фатирына оҡшатып йыһазландырғандар. Бынан тыш, үҙенә генә түгел, тағы бер нисә егеткә эш урыны булдырған да бит әле ул. Әйткәндәй, шарттар яҡшы: хеҙмәт хаҡы – аҡсалата, тәмле төшкө һәм киске ашты Лилиә үҙе бешерә, кинәнеп эшлә генә.
...Өйҙә – шаярған бала-саға, тышта мөңрәү, ҡаңғылдау һәм таҡта бысҡан тауыш яңғырай. Был ихатаны ҡалҡаштар әллә ҡайҙан танып тора. Иманым камил, шундай йорттар булғанына шатланып туя алмай улар – ауылдары йәшәй бит!







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872