Ошо төбәк ауылдарына инеү менән һәр саҡ урындағы халыҡтың тырышлығына һоҡланам: һәр йорттоң тиерлек ҡапҡаһы алдында еңел машина менән йәнәш йөк ташый торғандары урын алған, һарай буйҙарында, бәрәңге баҡсаларында ла ҡат-ҡат бесән төгө өйөлгән, урам тулы ҡош-ҡорт ҡайнай… Иҫке Ҡалҡаш ауылына ла хас был йәмле күренеш.Бурысҡа алмай ҙа йәшәп була
Хәтерләйһегеҙҙер, 1990 йылдарҙа күптәр фермерлыҡҡа дәррәү тотоноп китте. Тик уңыш ер һәм мал эшен яҡшы белгәндәргә генә йылмайҙы. Үҫтереү-үрсетеү генә түгел, тауарыңды һата алырға ла кәрәк шул. Әйткәндәй, бөтә ауырлыҡтарҙы ла йырып сыға алғандар бөгөн дә үҫеш юлында, тик инде юғарыраҡ баҫҡыста, киңерәк даирәлә…
Марат Булатов ул саҡтағы Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап, хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, ер эшенә тотоноп китә. Үҙенең һәм туғандарының 14 гектар пай ерендә иген сәсеп ҡарай. Уңа. Алдағы йылда иртә яҙҙан тағы баҫыуға йүнәлә. Йәнә келәт иген менән тула, тик йәш игенсе сәсеү ерен арттырмай, бер үк майҙанда бер үк уңышты алыуын дауам итә. Шул сабырлығы, үҫешкә ҡыҫҡа аҙымдар менән генә ынтылыуы еңеү килтерә лә инде егеткә фермерлыҡ эшендә.
– Бер ваҡытта ла кредитҡа батманым. Быйыл миллион һумдан ашыу хаҡҡа комбайн һатып алып ҡайттым. Үҙемдең аҡсаға. Бәлки, ҙур сығымдар менән шәп уңыш йыйып алырға мөмкиндер, тик был минең өсөн түгел, — тип йүнселлек сере менән бүлешә Марат Мансаф улы. “Яйлап күтәрелгән” тиҙәр ундайҙар хаҡында. Сабырлыҡтың төбө һары алтын шул.
Ер батыры бер ҡасан да йыйған уңышын ҡайҙа тапшырайым тип ҡаңғырып йөрөмәй. Бойҙайҙы ауылда уҡ талашып тигәндәй алып бөтәләр (ихата һайын эркелеп йөрөгән ҡаҙ-өйрәк сәбәпсе быға), көнбағышты Шишмәгә оҙатып тора. Ер генә игендән яҙҙырмаһын. Хәйер, бындай хәл килеп тыумаһын өсөн фермер Булатов бөтә шарттар ҙа булдырған: көҙөн башта һабаҡ ҡалдыҡтарын агрегат ярҙамында тураҡлай, шунан тәрән итеп һөрә, яҙын иһә тағы бер ҡабат эшкәрткәс кенә орлоҡ индерә.
Һөрә-сәсә тигәндән, ике “Т-70”, ике “Беларусь” һәм комбайнды Марат, ҡалай ғына тырыш булмаһын, бер нисек тә бер юлы йүгәнләй алмай – Юлий Цезарь түгел дә. Шул уҡ ваҡытта сәсеү ерҙәре лә 176 гектарға тиклем арттырылған. Уның ҡарауы, эшен башлап ебәргән көндән алып таянырҙай ауылдаштары бар, хәйер, уларҙы эшсе ҡулдар тип атарға теле бармай фермерҙың. Орлоҡҡа аҡсаны бергә һалалар, техника боҙолоп китһә, йәнә күмәкләп аяҡҡа баҫтыралар.
– Рәфис Насиров, Роберт Ғәлимов, Радик Кинйәбулатовтан башҡа хәҙер эшемде күҙ алдына ла килтермәйем, – тип маҡтай йүнсел дуҫтарын.
Яңы даирә, яңы үҫеш кимәленә килгәндә, сәсеү-урыу менән бер рәттән әлеге көндә махсус рәүештә Австралиянан ҡайтарылған ите генә 400 килограмға етмәле үгеҙҙәр аҫрауына өҫтәп, Марат Булатов егеттәре менән сәсеүлеген 500 гектарға тиклем арттырырға һәм йылҡысылыҡҡа тотонорға самалай. Үҙенең туңға һөрөргә сыҡҡан “Т-70” тракторы шикелле яйлап ҡына, әммә ышаныслы итеп алға барған фермер, өлгөлө өс бала атаһы, тырыш хужа ҡулынан килерҙәй эш был! Тәжрибәһе, бөгөнгө көнгә еткән үре ошо хаҡта ышаныслы һөйләй.
Яңы клубта — яңы ҡор Юл өҫтөндә ятҡан Иҫке Ҡалҡаш мәҙәни яҡтан үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнаған ауылдар рәтендә түгел. Район кимәлендә лә ҙур саралар булып тора бында, фекер алышыу өсөн майҙан тотола. Мәҫәлән, районда Әҙәбиәт йылын ябыу нәҡ ошо ауылда үтте. Ҡалҡаштарҙың байрамы был көндә бер яҡлы ғына түгел ине – капиталь ремонттан һуң ауыл клубы ишектәрен асты. Миллион ярым һумдан ашыу аҡсаға яңы төҫ алған мәҙәниәт йорто хәҙер ҡала һарайҙарынан һис тә ҡалышмай.
Республика биләмәләрендә ауыл Советынан һәм депутаттарҙан тыш халыҡ араһында тәртипкә, әҙәплелеккә әйҙәгән ҡорҙар эшләүе инде тормош талабына әйләнеп бара. Атайҙар берлеге, ҡатын-ҡыҙҙар советтары менән бер рәттән ағинәйҙәр ҡоро ла киң тарала. Иҫке Ҡалҡаштың да ағинәйҙәре бар. Улар – халыҡты әҙәплелеккә өйрәткән бер институт булараҡ ҡына түгел, ә йәштәргә халҡыбыҙҙың йолаларын да һеңдереүсе инәйҙәр. Әйткәндәй, ҡор нәҡ яңырған бинала төпләнгән, район һәм ауыл хакимиәте хәстәре менән махсус бүлмә лә ҡаралған изгелек таратыусыларға.
– Тәү сиратта йәш быуынды төрлө афәттән ҡурсалауҙы төп маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Ә бейеү-йырҙарыбыҙ аша уларҙа халҡыбыҙ тарихына хөрмәт уятырға ынтылабыҙ, – ти, пландары менән бүлешеп, ҡорҙоң әүҙем ағзаһы Миңлегөл Ғәйфуллина. Әйткәндәй, Миңлегөл инәй ғүмер буйы ошо клубты етәкләгән, әле хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, ауылдың мәҙәни һәм рухи тормошонда ҡайнап йәшәй ул, ә бинаның яңырыуына үҙе яңы йорт һалып сыҡҡандай шатлана. Бына шулай, был төбәктә быуындар бәйләнеше лә, рухи һәм мәҙәни үҫешкә ынтылыш та бураҙналай ярылып ята.
“Hello!” — тип өндәшә
уҡытыусы апайАуыл мәктәптәренә дәрте ташып торған егет-ҡыҙҙар бик үк килә һалмай. Белем усаҡтарында ла уларҙы көтөп тормайҙар – оло йәштәге уҡытыусыларҙың үҙҙәренә эш етмәй. Шулай ҙа йәш кадрҙың коллективҡа инеүе өмөт бирә: яңыса ҡараш, яңыса эш алымы тигәндәй. Нисек кенә булмаһын, “йәш ҡан” ебәрелгән белем усаҡтарында аудитория яғынан ҡыҙыҡһыныу арта, ти белгестәр. Тик был хәҡиҡәтте ҡайһы бер мәктәп етәкселәре белмәй һымаҡ, бәлки, белергә теләмәйҙер ҙә. Хәйер, һүҙем ул хаҡта түгел. Теорияның ғәмәлдәге хаҡлығын Иҫке Ҡалҡаш мәктәбендә быйыл ғына эш башлаған инглиз теле уҡытыусыһы миҫалында танырға була.
Ғөмүмән, ошо һәм тағы дүрт ауылдан йыйылған 78 балаға белем биргән урта мәктәп – яҡшылар иҫәбендә. Күп йыллыҡ тәжрибә һөҙөмтәһен бирә килә – уҡыусыларҙың теүәл фәндәрҙән дә, тел буйынса ла уңыштары етерлек.
– Педагогик коллективта һәммәһе лә юғары белемле: юғары категориялы уҡытыусылар эшләй, ике йәш белгес тә бар. Коллективҡа йәштәр килеүен һәр саҡ өмөтләнеп көтөп алабыҙ, – ти мәктәп директоры Земфира Ҡотлошина.
Ошо ауыл ҡыҙы Айһылыу Хөбөтдинова БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлап, эш башлап ҡына тора әле. Шуға ҡарамаҫтан инглиз теле уҡытыусыһы балаларҙың күңелен яулап алырға өлгөргән дә инде.
– Уҡыу йортонда өйрәнгәнсә, уҡыусыларҙы яңы алымдар, ғәҙәти булмаған дәрестәр менән ҡыҙыҡһындырырға тырышам, был йәһәттән һүрәттәр, йәнһүрәттәр, яҙмалар ҡулланам, – ти уҡытыусы ҡыҙ. Әйткәндәй, уны әле ошо мәктәптә уҡыу практикаһы үткәндә үк оҡшатып, эшкә саҡырып ҡалғандар. Йәш белгес үҙ сиратында ҡулына диплом алыу менән тыуған яғына юл тотҡан. Йәш белгес тигәндәй, Айһылыу был тәңгәлдә әлегә үҙ хоҡуҡтары менән файҙаланып өлгөрмәгән, барыһы ла алда тип өмөтләнә.
Балалар бигерәк уңған инде Айһылыу апайҙарынан: дәрес мәлендә уларға инглиз телен өйрәтһә, дәрестән һуң бейеү серҙәренә төшөндөрә. Махсус курс тамамлаған йәш белгес, атап әйткәндә, уҡыусыларҙы ғына бейергә өйрәтмәй, ә клубта ауыл кимәлендә лә түңәрәк алып бара – унда быуындаштары менән апай-ағайҙар ҙа ихлас йөрөй. Тимәк, уҡыусылар ғына түгел, бар ауыл халҡы уңған йәш белгестән! Тағы шуныһы: Айһылыу кейәүгә сыҡмаған әле, шуға, Иҫке Ҡалҡаш егеттәре, йоҡлап йөрөмәгеҙ!..
Итәк тултырып бала бағалар,
икмәк табып, таҡта яраларБөгөн ауылдың йәшәйешен билдәләгән бер нисә ҡалҡан бар: социаль күренештәр, тыуҙырылған шарттар… Ә уның киләсәген сабыйҙар, күп балалы ғаиләләр булдыра. Иҫке Ҡалҡаштың ҡалҡандары – Назыровтар, был ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә. Әйтергә кәрәк, уңған кеше һәр яҡлап уңған инде, улар бынан бер нисә йыл элек үҙ эштәрен дә асҡан.
…Республика матбуғаты биттәрендә Илүзә Назырова исемле хәбәрсенең ҡыйыу-ҡыйыу мәҡәләләрен уҡығанда ошо юлдар ҙа, бәлки, хәтерегеҙгә төшөр әле. Ул хәбәрсене Лилиә Хәләф ҡыҙы менән Фәһим Фәрит улының өлкән ҡыҙы тип танырһығыҙ, бөгөн буласаҡ ҡәләмдәшем БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем ала. Бәләкәй генә сағынан журналист булырға хыялланған ҡыҙҙың тәүге уңыштары ла бар, төрлө гәзиттәргә әүҙем яҙышып тора, үҙ фекерен әйтә белә. Туғандары ла Илүзә апайҙарынан ҡалышырға уйламай, тырышып уҡый, төрлө яҡлап камиллаша. Кемдер ҡалала белем алыу хыялы менән Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатҡа юл тотҡан, ауыл мәктәбендә уҡып йөрөгән игеҙәк малайҙар ата-әсәләренең уң ҡулы – мал ҡараша, ғөмүмән, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша. Кинйәбикә әлегә балалар баҡсаһына йөрөй, шуға ҡарамаҫтан, уның да уңыштары етерлек: мәҫәлән, шиғыр ятларға ярата. Кем белә, бәлки, ул да апаһы һымаҡ ғүмерен һүҙ ҡеүәһенә бағышларға теләр. Һәр хәлдә, был ғаиләлә тәрбиәләнгән биш баланан да киләсәктә изге күңелле, тирә-яҡ донъяға битараф булмаған, тырыш кешеләр бөрөләнеренә шик юҡ. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр, ти бит халыҡ та.
– Бер бала – юҡ бала, ике бала – бер бала, шуға итәк тултырып үҫтерергә булдыҡ. Аллаға шөкөр, улдарыбыҙ ҙа бар, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа, игеҙәктәр үҫтереүе – үҙе ниндәй кинәнес! – тип йылмая бәхетле атай-әсәй. – Сабыйҙарыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн, бар көскә тырышабыҙ, үҙебеҙҙән өлгө алып үҫһендәр тип теләйбеҙ.
Эйе, Лилиә менән Фәһим Назыровтар балаларын бәхетле итеп, лайыҡлы тәрбиәләргә тырыша, уларҙы рухи яҡтан үҫтерә, шарттар тыуҙыра. Аталарының юҡ ваҡытын бар итеп, ҡыҙҙарын аҙна һайын уҡыуҙарынан алып ҡайтып, алып барып ҡуйыуын күҙ уңында тотҡанда ла күпте төҫмөрләргә мөмкиндер. Бәлки, тәү ҡарашҡа ваҡ мәшәҡәттер, әммә Иҫке Ҡалҡаш – Өфө – Стәрлетамаҡ – Иҫке Ҡалҡаш маршруты, минеңсә, ҡыҫҡа юл түгел. Ә бит алып барыу, алып ҡайтыу түгел, студент балаларының юлына ла аҡса рәтләй алмаған ата-әсәләр бар. Дөрөҫөн әйткәндә, Назыровтарҙың ҙур эшкә тотоноп китеүҙәре лә бит шул балалары хаҡына.
– Ауылда эш юҡ, ә өйҙә нисә кеше икмәк табырыңды көтә — ни ҡылырға белмәй аптырап йөрөгән саҡ ине, – тип иҫләй ул мәлде ғаилә башлығы. – Себер ҙә ҡалманы, аптырағас, мәшғүллек үҙәге аша ағас эшкәртеү һөнәрен үҙләштерергә булдым. Ошо нигеҙҙә алған белеме буйынса кем үҙ эшен аса – шуға район ярҙамы менән аҡса ла бүленәсәге хаҡында ишеткәс, ят шөғөлгә тотонорға тәүәккәлләнем.
Ысынлап та, 59 мең аҡса бүленә һәм, иң мөһиме, уны кире ҡайтарырға кәрәкмәй, тик уңышлы ғына итеп эшләп кит. Әлбиттә, был әллә ни ҙур сумма ла түгел. Цехты түгел, ат урынына тотҡан “Беларусь” тракторын да хатта кредитҡа алырға тура килә бит. Уның ҡарауы, орлоҡ һалынған ир-уҙаман күңеленә. Эләктереп алып киткән бит йүнсел. Кешегә ҡайһы саҡ бер йылы һүҙ ҙә етә ул, дөрөҫөн әйткәндә, шулай уҡ бюрократик кәртәләрҙе үтеп сыҡҡанда ла…
Нисек кенә булмаһын, осрап торған ауырлыҡтарҙы бер аҙ онотоп ебәргәндә, бөгөн Фәһим Назыров уңышлы ғына эшләп килгән йүнселдәр рәтендә. Яҡын-тирәләге ауылдарҙы – таҡта, ағас материалдары, Стәрлебаш районын һәм Стәрлетамаҡты бура менән тәьмин итеүселәрҙең береһе ул. Аҡмаһа ла, тама тигәндәй, шул уҡ ваҡытта эшҡыуар сит ил машинаһы алып ебәргән, Әсәлек капиталын ҡулланып, өйөн үтеп сыҡҡыһыҙ итеп ҙурайтҡандар, ҡала фатирына оҡшатып йыһазландырғандар. Бынан тыш, үҙенә генә түгел, тағы бер нисә егеткә эш урыны булдырған да бит әле ул. Әйткәндәй, шарттар яҡшы: хеҙмәт хаҡы – аҡсалата, тәмле төшкө һәм киске ашты Лилиә үҙе бешерә, кинәнеп эшлә генә.
...Өйҙә – шаярған бала-саға, тышта мөңрәү, ҡаңғылдау һәм таҡта бысҡан тауыш яңғырай. Был ихатаны ҡалҡаштар әллә ҡайҙан танып тора. Иманым камил, шундай йорттар булғанына шатланып туя алмай улар – ауылдары йәшәй бит!