Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Кишер
көс бирә


Кишерҙә иммунитетты нығытыусы матдәләр күп булыуын беләм. Бигерәк тә ниндәй сирҙәрҙән файҙалы ул?
Фәһим ЙОСОПОВ.
Ейәнсура районы.


Кишерҙе мөмкин ҡәҙәр күберәк ашарға кәңәш ителә. Уның һуты көҙгө-ҡышҡы осорҙа иммунитетты нығыта, һыуыҡ тейеүҙән ҡотҡара. Ныҡ йүткергәндә йылы кишер һутын бал ҡушып ҡулланырға кәрәк. Бындай иҙмә ангина ваҡытында ла ярҙам итә.
Был йәшелсә күҙҙәр өсөн дә файҙалы. Яңы ғына һығылған һутты күберәк эсергә тырышығыҙ, салат итеп тә ҡулланығыҙ. Иртән ярты стакан кишер һутын һөткә ҡушып эсһәгеҙ, көнө буйы үҙегеҙҙе көслө, дәртле итеп тойорһоғоҙ.

Ялғанмы, дөрөҫмө?

Хәҙер ялған дарыуҙар күп, уларҙы айырыу мөмкинме?
Гөлсөм ВӘЛИЕВА.
Ғафури районы.


“Росздравнадзор” һуңғы ярты йылда пациенттарҙан һәм табиптарҙан килгән ялыу буйынса ҡайһы бер фармацевтика компанияларының исемлеген баҫтырып сығарҙы.
Эксперттар билдәләүенсә, элекке дарыуҙар башлыса маркировкаһында йә ҡабында кәмселектәр табылып, бракка сығарылһа, хәҙер составы буйынса етешһеҙлектәре табыла. Мәҫәлән, дарыуҙың ауырлығы, иреүсәнлеге, башҡа сит ҡушылмалар индерелеүе буйынса. Бәғзеләренең ҡабына сос­тавын бер төрлө яҙалар, ғәмәлдә иһә башҡаса булып сыға. Ҡайһы берҙәре ашҡаҙанда ирергә тейеш булһа ла, эсәк араларында ирей. Ә бында айырма ҙур.
Брак яһаусылар – бер үк фирмалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ни бары штраф түләп кенә ҡотола, ә лицензиялары тартып алынмай.
Дөрөҫ, әлегә табиптар бындай сифатһыҙ, ялған дарыуҙарҙың эҙемтәһе хаҡында бик һөйләп бармай. Әгәр теге йәки был дарыу һеҙҙә шик тыуҙырһа, “Росздравнадзор”ҙың сайтына инеп, серияның бракка сығарылмауына, дарыуҙың теркәлеүенә ышанығыҙ. Ялған тауарҙы нисек билдәләргәме? Ҡабы, төҫө, ҙурлығы, тышҡы күренеше башҡасараҡ булыуы бар. Йәнә хаҡы үтә осһоҙ булыуы ла ихтимал.

Күпме
алтын бар?


Башҡортостанда табылған файҙалы ҡаҙылмаларҙың миҡдарын белге килә.
Рәмил ЗӘЙҘУЛЛИН.
Бөрйән районы.


Һуңғы осорҙа республикала бер килограмм да һибелмә алтын табылмаған. Быны белгестәр уның запасы аҙайыуы менән аңлата. Ә руданан алынған алтын ете тонна самаһы тәшкил итә. Был һан һуңғы йылдарҙа үҙгәрмәй.
Республикала 1,1 меңдән ашыу төрлө ятҡылыҡ теркәлгән. 2014 йылда 16 мең тонна нефть, 5 миллион тонна баҡыр колчеданы рудаһы, 70 тонна көмөш, 3,5 миллион тонна эзбиз алынған.
Башҡортостанда нефть 26 йылға, ә баҡыр, цинк, алтын 20 йылға етәрлек, ти белгестәр. Йыл һайын разведкалау эштәре өсөн федераль бюджеттан 150 – 200 миллион һум аҡса бүленә. Ә компаниялар үҙҙәре тағы ла күберәк – йылына биш миллиардҡа ҡәҙәр аҡса тотона. Уның күп өлөшө “Башнефть” компанияһына тура килә.
И. ХАҠОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә