Кишер
көс бирәКишерҙә иммунитетты нығытыусы матдәләр күп булыуын беләм. Бигерәк тә ниндәй сирҙәрҙән файҙалы ул?
Фәһим ЙОСОПОВ.
Ейәнсура районы.Кишерҙе мөмкин ҡәҙәр күберәк ашарға кәңәш ителә. Уның һуты көҙгө-ҡышҡы осорҙа иммунитетты нығыта, һыуыҡ тейеүҙән ҡотҡара. Ныҡ йүткергәндә йылы кишер һутын бал ҡушып ҡулланырға кәрәк. Бындай иҙмә ангина ваҡытында ла ярҙам итә.
Был йәшелсә күҙҙәр өсөн дә файҙалы. Яңы ғына һығылған һутты күберәк эсергә тырышығыҙ, салат итеп тә ҡулланығыҙ. Иртән ярты стакан кишер һутын һөткә ҡушып эсһәгеҙ, көнө буйы үҙегеҙҙе көслө, дәртле итеп тойорһоғоҙ.
Ялғанмы, дөрөҫмө?Хәҙер ялған дарыуҙар күп, уларҙы айырыу мөмкинме?
Гөлсөм ВӘЛИЕВА.
Ғафури районы.“Росздравнадзор” һуңғы ярты йылда пациенттарҙан һәм табиптарҙан килгән ялыу буйынса ҡайһы бер фармацевтика компанияларының исемлеген баҫтырып сығарҙы.
Эксперттар билдәләүенсә, элекке дарыуҙар башлыса маркировкаһында йә ҡабында кәмселектәр табылып, бракка сығарылһа, хәҙер составы буйынса етешһеҙлектәре табыла. Мәҫәлән, дарыуҙың ауырлығы, иреүсәнлеге, башҡа сит ҡушылмалар индерелеүе буйынса. Бәғзеләренең ҡабына составын бер төрлө яҙалар, ғәмәлдә иһә башҡаса булып сыға. Ҡайһы берҙәре ашҡаҙанда ирергә тейеш булһа ла, эсәк араларында ирей. Ә бында айырма ҙур.
Брак яһаусылар – бер үк фирмалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ни бары штраф түләп кенә ҡотола, ә лицензиялары тартып алынмай.
Дөрөҫ, әлегә табиптар бындай сифатһыҙ, ялған дарыуҙарҙың эҙемтәһе хаҡында бик һөйләп бармай. Әгәр теге йәки был дарыу һеҙҙә шик тыуҙырһа, “Росздравнадзор”ҙың сайтына инеп, серияның бракка сығарылмауына, дарыуҙың теркәлеүенә ышанығыҙ. Ялған тауарҙы нисек билдәләргәме? Ҡабы, төҫө, ҙурлығы, тышҡы күренеше башҡасараҡ булыуы бар. Йәнә хаҡы үтә осһоҙ булыуы ла ихтимал.
Күпме
алтын бар?Башҡортостанда табылған файҙалы ҡаҙылмаларҙың миҡдарын белге килә.
Рәмил ЗӘЙҘУЛЛИН.
Бөрйән районы.Һуңғы осорҙа республикала бер килограмм да һибелмә алтын табылмаған. Быны белгестәр уның запасы аҙайыуы менән аңлата. Ә руданан алынған алтын ете тонна самаһы тәшкил итә. Был һан һуңғы йылдарҙа үҙгәрмәй.
Республикала 1,1 меңдән ашыу төрлө ятҡылыҡ теркәлгән. 2014 йылда 16 мең тонна нефть, 5 миллион тонна баҡыр колчеданы рудаһы, 70 тонна көмөш, 3,5 миллион тонна эзбиз алынған.
Башҡортостанда нефть 26 йылға, ә баҡыр, цинк, алтын 20 йылға етәрлек, ти белгестәр. Йыл һайын разведкалау эштәре өсөн федераль бюджеттан 150 – 200 миллион һум аҡса бүленә. Ә компаниялар үҙҙәре тағы ла күберәк – йылына биш миллиардҡа ҡәҙәр аҡса тотона. Уның күп өлөшө “Башнефть” компанияһына тура килә.
И. ХАҠОВ әҙерләне.