Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылайырым менән ғорурланам
Уҙған быуат иҫәпһеҙ-һанһыҙ тарихи һәм фажиғәле ваҡиғалар шаһиты булды. Ике донъя һуғышын, көслө йотлоҡ йылдарын, Бөйөк Еңеүҙе, Йыһанға осоуҙы, донъяла беренселәрҙән булып социалистик ҡоролош төҙөүҙе өлкән быуын вәкилдәренең береһе лә онотмайҙыр, моғайын…

Яңыса йәшәүгә күсеү киҫкен үҙгәрештәр талап итә бит. Беҙҙең төбәктә лә 401 ауылы менән 48 улыстан торған Преображенск кантоны ойошторола. 1925 йылға тиклем ҡала статусына эйә булған кантон үҙәге артабан Йылайыр тип йөрөтөлә башлай. 1930 йылдың 20 авгусында кантон бөгөн үҙҙәренең 85 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләгән алты районға тарҡала.
Был дәүерҙә кешелек донъяһы, әлбиттә, күп яңылыҡ кисерҙе, бик күп хыял тормошҡа ашты. Радио, телевидение, электр, газ, телефон, компьютер һәм башҡаларһыҙ бөгөн йәшәйеште күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Һигеҙ Советтар Союзы Геройы, ике Социалистик Хеҙмәт Геройы, өс генерал, өс Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле ғалимдар, әҙиптәр, сәнғәт оҫталары биргән төбәгебеҙ. Майҙаны буйынса республикала икенсе урында торған Йылайыр районының инфраструк­тураһы быуат аҙағына һоҡланырлыҡ булып үҫте һәм матурайҙы…
Юбилейға арналған тантанала ошо осорҙарға байҡау яһалды. Хеҙмәт алдын­ғылары, етәкселәр, депутаттар, ветерандар, районда эшләгән етәкселәр менән белгестәр, почетлы ҡунаҡтар ауыл хакимиәт­тәренең һәм төрлө ойошма­ларҙың хеҙмәт юлын, уңыштарын са­ғыл­дырған күргәҙмәләр менән танышты.
Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, оло юбилей байрамы ме­нән ҡотлап, төбәктең ауыр һәм ҡат­марлы тәбиғәт шарттарында йәшәүе, шуға ҡарамаҫтан, халҡының тырыш хеҙмәте, ҡаҙаныштары, үҙенсәлекле тарихы, төрлө йылдарҙағы етәксе­ләре, райондан сыҡҡан абруйлы һөнәр һәм талант эйәләре тураһында бәйән итте. Артабан Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан вәкил Рәил Мифтахетдинов, район Советы рәйесе Ғәле Нәҙерғолов, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, оҙаҡ йылдар партияның беренсе секретары булып эшләгән Дмитрий Аверьянов һәм башҡа белгестәр, йылайырҙарға уңыштар теләп, ҡотлау телмәре тотто. Байрамда бер төркөм хеҙмәт алдын­ғыларына Ауыл хужа­лығы министр­лығының һәм район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһын­да хеҙмәт алдынғылары Л. Ғәлиәк­бәрова, Д. Юл­дыбаев, И. Аҙнағолов, Ә. Аҡҡус­ҡарова, Л. Юлгилдина, Б. Әһ­ли­уллина, Б. Солтанов, Л. Рачкова, А. Щипакин бар ине.
Шулай уҡ тантанала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Нагаевтың һәм оҙаҡ ваҡыт районды етәкләгән Юнер Вәлиевтең ҡотлау телеграммалары уҡып ишеттерелде. Байрам сәхнә оҫталарының йыр-моңона сорналып барҙы. “Сатҡылар”, “Ләйсән”, район үҙәге ветерандарының өлгөлө бейеү һәм вокаль ансамбл­дәрен, Сәкинә Юлгилдина, Әсҡәт Бикбулатов, Азат Иҫәнгилдиндарҙың моңло йырҙарын һәм Такаловтар ғаиләһенең бейеүҙәрен һоҡланып ҡаранылар.





Автор: Фәрит РӘМОВ. Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә