Йылайырым менән ғорурланам13.01.2016
Уҙған быуат иҫәпһеҙ-һанһыҙ тарихи һәм фажиғәле ваҡиғалар шаһиты булды. Ике донъя һуғышын, көслө йотлоҡ йылдарын, Бөйөк Еңеүҙе, Йыһанға осоуҙы, донъяла беренселәрҙән булып социалистик ҡоролош төҙөүҙе өлкән быуын вәкилдәренең береһе лә онотмайҙыр, моғайын…
Яңыса йәшәүгә күсеү киҫкен үҙгәрештәр талап итә бит. Беҙҙең төбәктә лә 401 ауылы менән 48 улыстан торған Преображенск кантоны ойошторола. 1925 йылға тиклем ҡала статусына эйә булған кантон үҙәге артабан Йылайыр тип йөрөтөлә башлай. 1930 йылдың 20 авгусында кантон бөгөн үҙҙәренең 85 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләгән алты районға тарҡала.
Был дәүерҙә кешелек донъяһы, әлбиттә, күп яңылыҡ кисерҙе, бик күп хыял тормошҡа ашты. Радио, телевидение, электр, газ, телефон, компьютер һәм башҡаларһыҙ бөгөн йәшәйеште күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Һигеҙ Советтар Союзы Геройы, ике Социалистик Хеҙмәт Геройы, өс генерал, өс Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле ғалимдар, әҙиптәр, сәнғәт оҫталары биргән төбәгебеҙ. Майҙаны буйынса республикала икенсе урында торған Йылайыр районының инфраструктураһы быуат аҙағына һоҡланырлыҡ булып үҫте һәм матурайҙы…
Юбилейға арналған тантанала ошо осорҙарға байҡау яһалды. Хеҙмәт алдынғылары, етәкселәр, депутаттар, ветерандар, районда эшләгән етәкселәр менән белгестәр, почетлы ҡунаҡтар ауыл хакимиәттәренең һәм төрлө ойошмаларҙың хеҙмәт юлын, уңыштарын сағылдырған күргәҙмәләр менән танышты.
Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, оло юбилей байрамы менән ҡотлап, төбәктең ауыр һәм ҡатмарлы тәбиғәт шарттарында йәшәүе, шуға ҡарамаҫтан, халҡының тырыш хеҙмәте, ҡаҙаныштары, үҙенсәлекле тарихы, төрлө йылдарҙағы етәкселәре, райондан сыҡҡан абруйлы һөнәр һәм талант эйәләре тураһында бәйән итте. Артабан Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан вәкил Рәил Мифтахетдинов, район Советы рәйесе Ғәле Нәҙерғолов, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, оҙаҡ йылдар партияның беренсе секретары булып эшләгән Дмитрий Аверьянов һәм башҡа белгестәр, йылайырҙарға уңыштар теләп, ҡотлау телмәре тотто. Байрамда бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Ауыл хужалығы министрлығының һәм район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында хеҙмәт алдынғылары Л. Ғәлиәкбәрова, Д. Юлдыбаев, И. Аҙнағолов, Ә. Аҡҡусҡарова, Л. Юлгилдина, Б. Әһлиуллина, Б. Солтанов, Л. Рачкова, А. Щипакин бар ине.
Шулай уҡ тантанала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Нагаевтың һәм оҙаҡ ваҡыт районды етәкләгән Юнер Вәлиевтең ҡотлау телеграммалары уҡып ишеттерелде. Байрам сәхнә оҫталарының йыр-моңона сорналып барҙы. “Сатҡылар”, “Ләйсән”, район үҙәге ветерандарының өлгөлө бейеү һәм вокаль ансамблдәрен, Сәкинә Юлгилдина, Әсҡәт Бикбулатов, Азат Иҫәнгилдиндарҙың моңло йырҙарын һәм Такаловтар ғаиләһенең бейеүҙәрен һоҡланып ҡаранылар.