Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәхил бул, аҡһаҡал...
Бәхил бул, аҡһаҡал... Йәш сырайлы, йор һүҙле, етеҙ, итә­ғәтле, ихлас күңелле, шул уҡ ва­ҡытта талапсан... Тап шундай булып хә­те­ребеҙҙә һаҡланыр Әмир ағай Фә­тихов. Күптән түгел йөҙ йәшен тул­тырған аҡһаҡалдың йәне ба­ҡыйлыҡҡа күсте...
Бер дәүерлек ғүмерендә ни генә кү­реп кисермәй Әмир Хәбиб улы! Крәҫ­тиән ғаилә­һендә өс ағаһы араһын­да үҫә ул. Бәләкәйҙән телдәрҙе өй­рәнеүгә әүәҫ булыуы К. Тимирязев исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия институтына алып килә. Артабан ир-уҙа­ман­ға Бөйөк Ватан һуғы­шын­да ҡатнашырға тура килә. Әйт­кәндәй, бер туған ағай­ҙа­ры­ның өсөһө лә яуҙа батыр­ҙарса һәләк була. Өлкән лейтенант Әмир Фәтихов иһә I, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, миҙалдар менән бүләк­ләнеп, Тыуған иленә имен-аман әйләнеп ҡайта. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығын ашҡынып көтөп алып, күҙ йәштәре менән үткәргәйне ул...
Яуҙан ҡайтҡас, йәнә уҡы­тыусылыҡ эшенә тотона Әмир Хәбиб улы. Аспирантурала белем алып, фән кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Артабанғы ғүмеренең күп өлөшөн Башҡорт дәүләт университетында студент­тарға тел үҙенсәлектәрен өйрәтеүгә бағышлай. Уҡыу йортонда һәр кем уны үҙ эшенә бирелгән ғилемле, ғәҙел, намыҫлы, тынғыһыҙ, гелән яңылыҡҡа ынтылған шәхес тип белде һәм киләсәктә лә шулай хәтерләр.
Әмир Хәбиб улы тормош­тоң һәр өлкәһе менән берҙәй ҡыҙыҡһынып йәшәне. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ғүмерлек хеҙ­мәтенә әүе­релгән уҡытыу­сылыҡ эшенә тоғро ҡалып, ҡулынан ҡәләмен төшөрмәне. Респуб­ликабыҙҙың милли баҫмаларында уның мәғариф мәсьәләләренә, сәнғәт өлкәһенә, социаль темаларға яҙылған мәҡәләләре йыш донъя күрҙе. Уҡытыу­сылар ҙа остазға төрлө һорау менән даими мөрәжәғәт итте.
Байтаҡ йылдар элек ба­ҡыйлыҡҡа күскән ҡатыны Зөһрә Сәйфелмөлөк ҡыҙы менән өс бала үҫтерҙе Әмир ағай. Ул-ҡыҙҙары тормошта үҙ урынын табып, юғары дәрәжәләргә өлгәшеп, ата-әсәһенең изге юлын лайыҡлы дауам итә.
Тормошо башҡаларға ҙур өлгө булды. Гелән һоҡлан­дырып, хеҙмәт һөйөргә өйрәтеп, юғарыға әйҙәп йәшәне Әмир ағай. Гүрҙәре лә яҡты булһын.

Яҡындары, туғандары, хеҙмәттәштәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә