Йәш сырайлы, йор һүҙле, етеҙ, итәғәтле, ихлас күңелле, шул уҡ ваҡытта талапсан... Тап шундай булып хәтеребеҙҙә һаҡланыр Әмир ағай Фәтихов. Күптән түгел йөҙ йәшен тултырған аҡһаҡалдың йәне баҡыйлыҡҡа күсте...
Бер дәүерлек ғүмерендә ни генә күреп кисермәй Әмир Хәбиб улы! Крәҫтиән ғаиләһендә өс ағаһы араһында үҫә ул. Бәләкәйҙән телдәрҙе өйрәнеүгә әүәҫ булыуы К. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына алып килә. Артабан ир-уҙаманға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашырға тура килә. Әйткәндәй, бер туған ағайҙарының өсөһө лә яуҙа батырҙарса һәләк була. Өлкән лейтенант Әмир Фәтихов иһә I, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, миҙалдар менән бүләкләнеп, Тыуған иленә имен-аман әйләнеп ҡайта. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ашҡынып көтөп алып, күҙ йәштәре менән үткәргәйне ул...
Яуҙан ҡайтҡас, йәнә уҡытыусылыҡ эшенә тотона Әмир Хәбиб улы. Аспирантурала белем алып, фән кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Артабанғы ғүмеренең күп өлөшөн Башҡорт дәүләт университетында студенттарға тел үҙенсәлектәрен өйрәтеүгә бағышлай. Уҡыу йортонда һәр кем уны үҙ эшенә бирелгән ғилемле, ғәҙел, намыҫлы, тынғыһыҙ, гелән яңылыҡҡа ынтылған шәхес тип белде һәм киләсәктә лә шулай хәтерләр.
Әмир Хәбиб улы тормоштоң һәр өлкәһе менән берҙәй ҡыҙыҡһынып йәшәне. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ғүмерлек хеҙмәтенә әүерелгән уҡытыусылыҡ эшенә тоғро ҡалып, ҡулынан ҡәләмен төшөрмәне. Республикабыҙҙың милли баҫмаларында уның мәғариф мәсьәләләренә, сәнғәт өлкәһенә, социаль темаларға яҙылған мәҡәләләре йыш донъя күрҙе. Уҡытыусылар ҙа остазға төрлө һорау менән даими мөрәжәғәт итте.
Байтаҡ йылдар элек баҡыйлыҡҡа күскән ҡатыны Зөһрә Сәйфелмөлөк ҡыҙы менән өс бала үҫтерҙе Әмир ағай. Ул-ҡыҙҙары тормошта үҙ урынын табып, юғары дәрәжәләргә өлгәшеп, ата-әсәһенең изге юлын лайыҡлы дауам итә.
Тормошо башҡаларға ҙур өлгө булды. Гелән һоҡландырып, хеҙмәт һөйөргә өйрәтеп, юғарыға әйҙәп йәшәне Әмир ағай. Гүрҙәре лә яҡты булһын.
Яҡындары, туғандары, хеҙмәттәштәре.