Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғаилә бәхете — ихтирам тойғоһонан
Фәрихә Ғаттар ҡыҙы менән Насир Ғиләжетдин улы Заһитовтарҙың бергә йәшәүенә 60 йыл тулды. Был матур ваҡиғаны улар балалары, ауылдаштары менән бергә мәҙәниәт йортонда уҙғарҙы.

Байрамса биҙәлгән сәхнәгә Мендельсон маршы оҙаты­уын­да ҡупшы кейенгән пар күтәрелә. Уларҙы башҡорт мил­ли эсемлеге буҙа менән мәҙәниәт хеҙмәткәр­ҙәре ҡар­шы ала. Сараға күрше-күлән, дуҫ-иш, туған-тыумаса йы­йыл­ған. Төрөмбәт ауылының йөҙөк ҡашы булған был ғаилә эшһөйәрлеге, иманлы, тәр­биә­ле, татыу булыуы менән йәштәргә, ауылдаштарына өлгө.
Заһитовтар алты балаға ғүмер һәм тәрбиә биргән, әлеге көндә улар илебеҙҙең, республика­быҙҙың төрлө тарафтарында эшләй. Араларында нефтсе, инженер, табиптар бар. Барыһы ла юға­ры, махсус урта белемгә эйә булып, ата-әсәһен шатланды­рып, тырышып ғүмер итә. Кем белә, бәлки, Фәрихә менән Насир Заһитовтарҙың оҙаҡ, бәхетле йәшәү сере лә шундалыр.
Бөйөк Ватан һуғышы баш­ланғас, үҫмер генә саҡта­рында уларға ололар менән бер рәттән афәттәр күрергә, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҡулдарынан килгәндең бары­һын да эшләргә тура килә. Бесән әҙерләү, иген сәсеү, колхоз малын ҡарау, аслыҡ-яланғаслыҡ кисереү...
Фәрихә инәй оҙаҡ йылдар почта бүлексәһендә эшләй, йәй сөгөлдөр баҫыуында ла, көҙ иген келәтендә лә тир түгә.
— Ҡайҙа ҡул көсө кәрәк, шунда эшләнем, — ти ул хеҙмәт йылдары тураһында. — Һәр эште күңел биреп башҡарһаң, йәм дә, тәм дә табыла.
Насир олатай ғүмер буйы колхозда шофер була, хаҡлы ялға сыҡҡас та эшен янғын һүндереү часында дауам итә. Ҡайҙа ла үҙенә талапсан, етди хеҙмәткәр була ул.
Үҙҙәрендәге яҡшы сифаттарҙы балаларында ла тәрбиәләй улар. Шуғалыр ҙа ул-ҡыҙҙары — хеҙмәт урындарында ихтирамға, абруйға лайыҡ кешеләр. Гәүһәр туйға ҡайтҡан балалары, килендәре, кейәүҙәре ата-әсәһенә оло рәхмәттәрен әйтеп, юбилейҙары менән ҡотланы.
Әле Заһитовтарҙың 22 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре бар. Өләсәй менән олатай янына бик йыш ҡайтып йөрөйҙәр. Фәрихә инәй балаларын тәмле ризыҡтар менән ҡаршы ала. Әйткәндәй, ул тирә-яҡҡа билдәле аш-һыу оҫтаһы ла. Бик матур итеп башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, район, республика күләмендәге мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Һирәк йырланған йырҙарҙы йәштәргә лә өйрәтә, оҫта таҡмаҡсы ла ул. Ихаталары уңған хужаларҙың ҡулынан ялт итеп торһа, баҡсалары йәйге миҙгелдә гөл-сәскәгә күмелә. Әле лә йәштәрҙән ҡалышмай бик матур донъя көтә Заһитовтар. Аҡыллы кәңәштәрен биреп, халыҡты иманға, айыҡлыҡҡа өндәп, ауылдаштарына өлгө булып йәшәйҙәр.
— Ғаилә бәхете тәү сиратта бер-береңә ҡарата ихтирам тойғоһонан, ауыр саҡтарҙа терәк булыуҙан килә, — ти улар.





Автор: М. БИКӘНӘСОВА. Район: Ауырғазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә