Ғаилә бәхете — ихтирам тойғоһонан13.01.2016
Фәрихә Ғаттар ҡыҙы менән Насир Ғиләжетдин улы Заһитовтарҙың бергә йәшәүенә 60 йыл тулды. Был матур ваҡиғаны улар балалары, ауылдаштары менән бергә мәҙәниәт йортонда уҙғарҙы.
Байрамса биҙәлгән сәхнәгә Мендельсон маршы оҙатыуында ҡупшы кейенгән пар күтәрелә. Уларҙы башҡорт милли эсемлеге буҙа менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡаршы ала. Сараға күрше-күлән, дуҫ-иш, туған-тыумаса йыйылған. Төрөмбәт ауылының йөҙөк ҡашы булған был ғаилә эшһөйәрлеге, иманлы, тәрбиәле, татыу булыуы менән йәштәргә, ауылдаштарына өлгө.
Заһитовтар алты балаға ғүмер һәм тәрбиә биргән, әлеге көндә улар илебеҙҙең, республикабыҙҙың төрлө тарафтарында эшләй. Араларында нефтсе, инженер, табиптар бар. Барыһы ла юғары, махсус урта белемгә эйә булып, ата-әсәһен шатландырып, тырышып ғүмер итә. Кем белә, бәлки, Фәрихә менән Насир Заһитовтарҙың оҙаҡ, бәхетле йәшәү сере лә шундалыр.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҫмер генә саҡтарында уларға ололар менән бер рәттән афәттәр күрергә, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләргә тура килә. Бесән әҙерләү, иген сәсеү, колхоз малын ҡарау, аслыҡ-яланғаслыҡ кисереү...
Фәрихә инәй оҙаҡ йылдар почта бүлексәһендә эшләй, йәй сөгөлдөр баҫыуында ла, көҙ иген келәтендә лә тир түгә.
— Ҡайҙа ҡул көсө кәрәк, шунда эшләнем, — ти ул хеҙмәт йылдары тураһында. — Һәр эште күңел биреп башҡарһаң, йәм дә, тәм дә табыла.
Насир олатай ғүмер буйы колхозда шофер була, хаҡлы ялға сыҡҡас та эшен янғын һүндереү часында дауам итә. Ҡайҙа ла үҙенә талапсан, етди хеҙмәткәр була ул.
Үҙҙәрендәге яҡшы сифаттарҙы балаларында ла тәрбиәләй улар. Шуғалыр ҙа ул-ҡыҙҙары — хеҙмәт урындарында ихтирамға, абруйға лайыҡ кешеләр. Гәүһәр туйға ҡайтҡан балалары, килендәре, кейәүҙәре ата-әсәһенә оло рәхмәттәрен әйтеп, юбилейҙары менән ҡотланы.
Әле Заһитовтарҙың 22 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре бар. Өләсәй менән олатай янына бик йыш ҡайтып йөрөйҙәр. Фәрихә инәй балаларын тәмле ризыҡтар менән ҡаршы ала. Әйткәндәй, ул тирә-яҡҡа билдәле аш-һыу оҫтаһы ла. Бик матур итеп башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, район, республика күләмендәге мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Һирәк йырланған йырҙарҙы йәштәргә лә өйрәтә, оҫта таҡмаҡсы ла ул. Ихаталары уңған хужаларҙың ҡулынан ялт итеп торһа, баҡсалары йәйге миҙгелдә гөл-сәскәгә күмелә. Әле лә йәштәрҙән ҡалышмай бик матур донъя көтә Заһитовтар. Аҡыллы кәңәштәрен биреп, халыҡты иманға, айыҡлыҡҡа өндәп, ауылдаштарына өлгө булып йәшәйҙәр.
— Ғаилә бәхете тәү сиратта бер-береңә ҡарата ихтирам тойғоһонан, ауыр саҡтарҙа терәк булыуҙан килә, — ти улар.