Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ысын депутат Былтыр ауылдашыбыҙ Клара Ярулла ҡыҙы яңынан халыҡ депутаты итеп һайланды. Был осраҡлы түгел. Ханым бар булмышы менән элек-электән халыҡ депутаты. Ураҙмәттәргә генә түгел, һәр кемгә үрнәк булырҙай кеше ул.

Клара апай менән Камил ағай Туҡаевтар – көслө рухлы, ярҙамсыл, изгелекле ғаилә. Уларға һоҡланмау мөмкин түгел. Камил ағайҙың яҙмы­шына төшкән ҡаты сир менән ғүмере буйы тиерлек бергәләп көрәшеүҙәре сыныҡтырғандыр, күрәһең. Юғиһә Клара апай нисек итеп ошо тормош мәшәҡәт­тәренән арынып, халыҡ өсөн дә янып-көйөп йәшәргә көс табыр ине. Ауылда кем ҡыйынлыҡҡа тарыһа ла, иң беренсе булып ошо ханым ярҙам ҡулы һуҙа. Уның эшлекле сифаттарын да билдәләп үтеү зарур: йорттарға газ үткәреү, урамдарға таш түшәү, йылға аша күпер һалыу, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташта­рыбыҙҙың иҫтәлегенә обелиск асыу, зыяраттарҙы тәрбиәләү булһынмы — барыһында ла Клара апай башлап йөрөүсе генә түгел, эштәрҙең уртаһында ҡайнаған кеше. Бер һөйләшеүебеҙҙә ул барлыҡ эштәре хаҡында былай тине:
– Мин үҙем ни генә эшләй алам һуң?.. Халыҡ өсөн башҡарылған ғәмәл­дәр күп, әммә уларҙың һәммәһендә лә ауыл­дыҡыларҙың да өлөшө ҙур. Ниндәй генә башланғыс булһа ла, уны күтәреп алырҙай изге күңелле яҡташтарым, ярҙамға әҙер торған ауылдаштарым бар. Инициатива­ларыбыҙҙың район, биләмә хакимиәттәре тарафынан хупланыуы – үҙе ҙур таяныс.
Уныһы шулайҙыр ҙа, килешәм. Лә­кин ятҡан таш аҫтына һыу ағып инмәй. Был тиклем эш башҡарырлыҡ көстө ҡайҙан алмаҡ кәрәк?! Бер кемдән дә ярҙам көтмәй, архивтарға йөрөп, ауыл тарихын, халыҡтың шәжә­рәләрен өйрәнеү, бөртөкләп йыйған мәғлүмәт­тәрен туплап, үҙ иҫәбенә китаптар сығарыу кеүек ҙур сығымдар талап иткән эштәр ҙә ҡурҡытмай халыҡ депутатын. Уның көсө менән йөҙәрләгән кешенең исеме мәңгеләштерелде. Камил ағай менән икәүләп 15 йыл элек ауылда иман йорто булдырҙылар. “Рәбиғүл” исемле мәхәлләлә дини байрамдарҙа намаҙҙар ойоштора, аш һәм сәй табындары әҙерләй. Шундай һәләтле, һоҡланғыс кешеләр йәшәй яныбыҙҙа. Клара апайҙың төп эше лә бар, ул — ауыл клубы мөдире. Сүпләһәң дә бөтмәҫлек мәшәҡәттәр менән уҙа халыҡ депутатының һәр көнө. Быйыл Клара Ярулла ҡыҙының хеҙмәт стажы – 50 йыл. Тормош һуҡмағы буйлап 49 йыл бергә, бәрәкәтле атлай Туҡаевтар.





Автор: Илүзә ЛАТИПОВА. Район: Әлшәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә