Былтыр ауылдашыбыҙ Клара Ярулла ҡыҙы яңынан халыҡ депутаты итеп һайланды. Был осраҡлы түгел. Ханым бар булмышы менән элек-электән халыҡ депутаты. Ураҙмәттәргә генә түгел, һәр кемгә үрнәк булырҙай кеше ул. Клара апай менән Камил ағай Туҡаевтар – көслө рухлы, ярҙамсыл, изгелекле ғаилә. Уларға һоҡланмау мөмкин түгел. Камил ағайҙың яҙмышына төшкән ҡаты сир менән ғүмере буйы тиерлек бергәләп көрәшеүҙәре сыныҡтырғандыр, күрәһең. Юғиһә Клара апай нисек итеп ошо тормош мәшәҡәттәренән арынып, халыҡ өсөн дә янып-көйөп йәшәргә көс табыр ине. Ауылда кем ҡыйынлыҡҡа тарыһа ла, иң беренсе булып ошо ханым ярҙам ҡулы һуҙа. Уның эшлекле сифаттарын да билдәләп үтеү зарур: йорттарға газ үткәреү, урамдарға таш түшәү, йылға аша күпер һалыу, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлегенә обелиск асыу, зыяраттарҙы тәрбиәләү булһынмы — барыһында ла Клара апай башлап йөрөүсе генә түгел, эштәрҙең уртаһында ҡайнаған кеше. Бер һөйләшеүебеҙҙә ул барлыҡ эштәре хаҡында былай тине:
– Мин үҙем ни генә эшләй алам һуң?.. Халыҡ өсөн башҡарылған ғәмәлдәр күп, әммә уларҙың һәммәһендә лә ауылдыҡыларҙың да өлөшө ҙур. Ниндәй генә башланғыс булһа ла, уны күтәреп алырҙай изге күңелле яҡташтарым, ярҙамға әҙер торған ауылдаштарым бар. Инициативаларыбыҙҙың район, биләмә хакимиәттәре тарафынан хупланыуы – үҙе ҙур таяныс.
Уныһы шулайҙыр ҙа, килешәм. Ләкин ятҡан таш аҫтына һыу ағып инмәй. Был тиклем эш башҡарырлыҡ көстө ҡайҙан алмаҡ кәрәк?! Бер кемдән дә ярҙам көтмәй, архивтарға йөрөп, ауыл тарихын, халыҡтың шәжәрәләрен өйрәнеү, бөртөкләп йыйған мәғлүмәттәрен туплап, үҙ иҫәбенә китаптар сығарыу кеүек ҙур сығымдар талап иткән эштәр ҙә ҡурҡытмай халыҡ депутатын. Уның көсө менән йөҙәрләгән кешенең исеме мәңгеләштерелде. Камил ағай менән икәүләп 15 йыл элек ауылда иман йорто булдырҙылар. “Рәбиғүл” исемле мәхәлләлә дини байрамдарҙа намаҙҙар ойоштора, аш һәм сәй табындары әҙерләй. Шундай һәләтле, һоҡланғыс кешеләр йәшәй яныбыҙҙа. Клара апайҙың төп эше лә бар, ул — ауыл клубы мөдире. Сүпләһәң дә бөтмәҫлек мәшәҡәттәр менән уҙа халыҡ депутатының һәр көнө. Быйыл Клара Ярулла ҡыҙының хеҙмәт стажы – 50 йыл. Тормош һуҡмағы буйлап 49 йыл бергә, бәрәкәтле атлай Туҡаевтар.