Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғаилә именлеге – дәүләт терәге
Ғаилә именлеге – дәүләт терәгеРеспубликабыҙ парламентында Башҡортостанда ғаиләне яҡлау тураһындағы ҡануниәттең үтәлешенә арналған “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылыуы тураһында ҡыҫҡаса хәбәр иткәйнек инде. Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа дәүләттең ғаиләне, баланы яҡлау буйынса эшмәкәрлеге үҙ маҡсатына өлгәшәме?

Парламент Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова билдәләүенсә, Башҡортостан – илебеҙҙә ғаилә мәсьәләләрен хоҡуҡи яҡтан көйләй башлаған тәүге төбәктәрҙең береһе.
– Ғаиләне яҡлау буйынса 1993 йылда уҡ ҡабул ителгән законға заман талабына ярашлы үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелә барҙы, – тине Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы. – Баштараҡ унда, нигеҙҙә, ошо өлкәләге дәүләт сәйәсәте һәм дәүләт органдарының ғаиләне яҡлау буйынса бурыстары билдәләнһә, артабан демографик хәлде яҡшыртыу буйынса 2025 йылға тиклемге концепция, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн акушер-гинекология хеҙмәтен мотлаҡ үҫтереүҙе талап иткән хоҡуҡи акттар өҫтәлде, ә ирҙәр һәм малайҙарға айырым медицина тикшереүе үткәреүҙе хоҡуҡи яҡтан нығытҡан 2007 йылғы закон Рәсәйҙә тәүгеһе булараҡ ҡабул ителде.
Был өлкәләге ҡануниәттең ғәмәлдә нисек үтәлешен тикшереү өсөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль мәсьәләләр һәм ветерандар эше буйынса комитеты ағзалары Әлшәй, Бәләбәй, Белорет, Күгәрсен, Тәтешле райондарында йөрөп ҡайтты, шулай уҡ Өфөләге тармаҡ ойошмаларында булды. Комитет рәйесе Николай Никитин һөйләүенсә, социаль тәғәйен­ләнештәге объекттарҙың, шул иҫәптән участка дауаханалары һәм спорт комплекстарының бөгөнгө шарттарҙа нисек йәшәүе менән танышыу байтаҡ һандағы тәҡдимдәр тыуыуына сәбәпсе булды. Быйылғы парламент эшмәкәрлеге барышында депутаттар уларҙы ҡануниәткә индерергә һәм, әлбиттә, үтәлеше нисек булыуын тикшереп торорға йыйына.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә