Республикабыҙ парламентында Башҡортостанда ғаиләне яҡлау тураһындағы ҡануниәттең үтәлешенә арналған “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылыуы тураһында ҡыҫҡаса хәбәр иткәйнек инде. Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа дәүләттең ғаиләне, баланы яҡлау буйынса эшмәкәрлеге үҙ маҡсатына өлгәшәме? Парламент Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова билдәләүенсә, Башҡортостан – илебеҙҙә ғаилә мәсьәләләрен хоҡуҡи яҡтан көйләй башлаған тәүге төбәктәрҙең береһе.
– Ғаиләне яҡлау буйынса 1993 йылда уҡ ҡабул ителгән законға заман талабына ярашлы үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелә барҙы, – тине Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы. – Баштараҡ унда, нигеҙҙә, ошо өлкәләге дәүләт сәйәсәте һәм дәүләт органдарының ғаиләне яҡлау буйынса бурыстары билдәләнһә, артабан демографик хәлде яҡшыртыу буйынса 2025 йылға тиклемге концепция, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн акушер-гинекология хеҙмәтен мотлаҡ үҫтереүҙе талап иткән хоҡуҡи акттар өҫтәлде, ә ирҙәр һәм малайҙарға айырым медицина тикшереүе үткәреүҙе хоҡуҡи яҡтан нығытҡан 2007 йылғы закон Рәсәйҙә тәүгеһе булараҡ ҡабул ителде.
Был өлкәләге ҡануниәттең ғәмәлдә нисек үтәлешен тикшереү өсөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль мәсьәләләр һәм ветерандар эше буйынса комитеты ағзалары Әлшәй, Бәләбәй, Белорет, Күгәрсен, Тәтешле райондарында йөрөп ҡайтты, шулай уҡ Өфөләге тармаҡ ойошмаларында булды. Комитет рәйесе Николай Никитин һөйләүенсә, социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙың, шул иҫәптән участка дауаханалары һәм спорт комплекстарының бөгөнгө шарттарҙа нисек йәшәүе менән танышыу байтаҡ һандағы тәҡдимдәр тыуыуына сәбәпсе булды. Быйылғы парламент эшмәкәрлеге барышында депутаттар уларҙы ҡануниәткә индерергә һәм, әлбиттә, үтәлеше нисек булыуын тикшереп торорға йыйына.