Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тыуған төйәк – бәхет сәңгелдәге
Тыуған төйәк –  бәхет сәңгелдәге – Аллаға шөкөр, ауылыбыҙ гөрләп тора. Һыу-газ бар, юл ҡараулы, ишле ғаиләләр күбәйә, йәштәр ташлап ситкә китмәй, – ошондай һүҙҙәр менән башлана Килмөхәмәтовтар ғаиләһенең кисе. Тәскирә Иҙиәт ҡыҙы менән Ғәлиән Ишбулат улы был һүҙҙәрҙе ҡояш батҡас та йомшаҡ дивандарына ултырып сатраш уйнаған саҡта йә иһә “Башҡортостан” һәм башҡа баҫмаларҙы ҡараштырғанда доғалай ҡабатлай. Үҙҙәре бер-береһен шаяртып отоша, үҙҙәре, тәҙрәнән тышҡа бағып, йәнтөйәктәренең йәшәйешенә һоҡлана. Ысынлап та, береһе – ағинәй, икенсеһе аҡһаҡал бабайҙың һүҙҙәре доғаға тиңдер ул.
…Университеттан һуң Көйөргәҙе ҡыҙы Тәскирәне йүнәлтмә менән тыуған яғына түгел, ә “йәһәннәм аръяғына” – Стәрлебаш районына биология һәм химия уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. Тәүге тапҡыр Иҫке Ҡалҡашҡа аяҡ баҫҡанда кисәге студент ошо ауылда төпләнермен, кейәүгә сығып, балалар үҫтерермен, ғүмер буйы урындағы мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сығырмын, улай ғына ла түгел, атай-әсәйем дә был яҡтарҙы үҙ итеп, күсеп килеп төпләнер тип уйланымы икән? Юҡтыр. Бәлки, бер аҙ эшләрмен дә Стәрлета­маҡҡа китермен тигәндер ҙә. Тик яҙмыш башҡаса хәл итә. Ауылда маҡсатына ирешеүсәнлеге, ныҡышмаллығы менән билдәле егет Ғәлиән Килмөхәмәтов был юлы ла маҡсатына ирешә – йәш уҡытыусының йөрәген яулап ала. Хәйер, уҡытыусы Тәскирә лә егеткә, был яҡтарға, унда йәшәгән халыҡҡа тәү күреүҙән ғашиҡ була.
Сая Ғәлиән мөхәббәт эшендә генә түгел, бар яҡлап ныҡыш булып сыға: урындағы колхозда хаҡлы ялға киткәнсе баш инженер бурысын лайыҡлы үтәй. Мәсьәләләрҙе аҙағына тиклем хәл итмәйенсә тынысланмай, башҡаларға өлгө булып тора. Ғөмүмән, был ғаилә – ауылдың ныҡлы ҡалҡаны!
Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, ти халыҡ әйтеме. Килмөхәмә­товтарҙың өс ҡыҙҙарының икәүһе – биология һәм химия уҡытыусыһы, берәүһе ошо уҡ ауылда белем бирә. Ата-әсә нәҫел тамырҙары урында дауам ителгәненә, ҡыҙҙарынан һәм кейәүҙәренән уңғанға шатланып бөтә алмай. Шул уҡ ваҡытта тағы бер нимәгә шөкөр итеп йәшәй улар:
– Ҡартлығыбыҙҙы ауылда ҡаршылауыбыҙ менән бәхетлебеҙ, әлдә йәш саҡта йүләрләнеп ҡалаға сығып китмәгәнбеҙ, ана бит, тәҙрәнән бер бағып алһаң да, күңелгә күпме сихәт, – ти инәй менән бабай, йылмайып.
Күпте күргән ололарҙың һүҙе раҫтыр. Тыуған ерҙең һәр үләне йәнгә ҡәҙерле бит ул.




Автор: Р. ҒӘБДРӘШИТОВ. Район: Стәрлебаш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә