– Аллаға шөкөр, ауылыбыҙ гөрләп тора. Һыу-газ бар, юл ҡараулы, ишле ғаиләләр күбәйә, йәштәр ташлап ситкә китмәй, – ошондай һүҙҙәр менән башлана Килмөхәмәтовтар ғаиләһенең кисе. Тәскирә Иҙиәт ҡыҙы менән Ғәлиән Ишбулат улы был һүҙҙәрҙе ҡояш батҡас та йомшаҡ дивандарына ултырып сатраш уйнаған саҡта йә иһә “Башҡортостан” һәм башҡа баҫмаларҙы ҡараштырғанда доғалай ҡабатлай. Үҙҙәре бер-береһен шаяртып отоша, үҙҙәре, тәҙрәнән тышҡа бағып, йәнтөйәктәренең йәшәйешенә һоҡлана. Ысынлап та, береһе – ағинәй, икенсеһе аҡһаҡал бабайҙың һүҙҙәре доғаға тиңдер ул.…Университеттан һуң Көйөргәҙе ҡыҙы Тәскирәне йүнәлтмә менән тыуған яғына түгел, ә “йәһәннәм аръяғына” – Стәрлебаш районына биология һәм химия уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. Тәүге тапҡыр Иҫке Ҡалҡашҡа аяҡ баҫҡанда кисәге студент ошо ауылда төпләнермен, кейәүгә сығып, балалар үҫтерермен, ғүмер буйы урындағы мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сығырмын, улай ғына ла түгел, атай-әсәйем дә был яҡтарҙы үҙ итеп, күсеп килеп төпләнер тип уйланымы икән? Юҡтыр. Бәлки, бер аҙ эшләрмен дә Стәрлетамаҡҡа китермен тигәндер ҙә. Тик яҙмыш башҡаса хәл итә. Ауылда маҡсатына ирешеүсәнлеге, ныҡышмаллығы менән билдәле егет Ғәлиән Килмөхәмәтов был юлы ла маҡсатына ирешә – йәш уҡытыусының йөрәген яулап ала. Хәйер, уҡытыусы Тәскирә лә егеткә, был яҡтарға, унда йәшәгән халыҡҡа тәү күреүҙән ғашиҡ була.
Сая Ғәлиән мөхәббәт эшендә генә түгел, бар яҡлап ныҡыш булып сыға: урындағы колхозда хаҡлы ялға киткәнсе баш инженер бурысын лайыҡлы үтәй. Мәсьәләләрҙе аҙағына тиклем хәл итмәйенсә тынысланмай, башҡаларға өлгө булып тора. Ғөмүмән, был ғаилә – ауылдың ныҡлы ҡалҡаны!
Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, ти халыҡ әйтеме. Килмөхәмәтовтарҙың өс ҡыҙҙарының икәүһе – биология һәм химия уҡытыусыһы, берәүһе ошо уҡ ауылда белем бирә. Ата-әсә нәҫел тамырҙары урында дауам ителгәненә, ҡыҙҙарынан һәм кейәүҙәренән уңғанға шатланып бөтә алмай. Шул уҡ ваҡытта тағы бер нимәгә шөкөр итеп йәшәй улар:
– Ҡартлығыбыҙҙы ауылда ҡаршылауыбыҙ менән бәхетлебеҙ, әлдә йәш саҡта йүләрләнеп ҡалаға сығып китмәгәнбеҙ, ана бит, тәҙрәнән бер бағып алһаң да, күңелгә күпме сихәт, – ти инәй менән бабай, йылмайып.
Күпте күргән ололарҙың һүҙе раҫтыр. Тыуған ерҙең һәр үләне йәнгә ҡәҙерле бит ул.