Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡылған ғәмәлдәре уң
Ҡылған ғәмәлдәре уң Үткән быуаттың 80-се йылдары урталарында район гәзите менән хеҙмәттәшлек итә башланым. Шул айҡанлы ваҡыты-ваҡыты менән редакцияға юл төшөп торҙо. Яйлап-яйлап гәзит хеҙмәткәрҙәре менән дә яҡындан танышыу бәхете тейҙе. Сәстәрен шыма итеп тарап, башын юғары тотоп, йәштәрсә етеҙ баҫып атлап йөрөгән Марат ағай Хәсәнов менән бәйләнеш ептәре нәҡ шул осорҙа нығынғандан-нығынды.

Көр тауышлы, үткер ҡарашлы был ағай тәү күргәндә ҡырыҫ, уҫал һымаҡ тойолһа ла, асыҡ күңелле, ихлас әңгәмәсе, аҡыллы кәңәшсе булыуы менән үҙенә яҡынайтты. Олпат ағайымдың ҡайһы бер сағында йор һүҙле булып, көлдөрөп тә алыуы уға ҡарата ихтирамымды тағы ла арттыра төштө. Күңелсәк кеше, тиҙәр ундайҙарға. Тап шундай кешеләр башҡалар менән тиҙ генә уртаҡ тел таба.
Йыл артынан йыл үтте. Сәстәргә әкренләп сал төштө. Әммә Марат Ғиниәт улы үҙенең олпатлығын да, ябайлығын да, ихласлығын да, шөкөр, һис кенә лә юғалтманы.
Беҙҙең ижади бәйләнештәр башланған мәлдә Марат ағай “Хеҙмәт даны” гәзитенең тәржемә буйынса мөхәррир урынбаҫары вазифаһын атҡара ине. Яуаплы, тынғыһыҙ эш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, баҫманың ябай авторҙарына бик иғтибарлы булды. Гәзит менән уҡыусылар араһында тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыу, шул йәһәттән әленән-әле яңы ауыл хәбәрселәрен йәлеп итеү мәсьәләһен хәл итте. Үҙенең төплө кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙам итеп, бик күптәрҙе ысын журналистика юлына аяҡ баҫтырҙы. Шундайҙарҙың береһе шәхсән үҙем.
Хәтеремдә, балалар өсөн Яңы йыл байрамына үҙемсә мажаралы ғына сценарий яҙып, редакцияға оҙаттым. Бер ни тиклем ваҡыттан махсус конвертта хат килеп төштө. Марат ағайҙан ине ул. “Башланғыс матур, әммә хәрәкәт, йәнлелек етешмәй. Тарҡаулыҡ күҙгә ташлана. Яҙмаң ҡорораҡ, ит ҡундырырға кәрәк”, — тип ентекле анализ яһап, үҙенең кәңәштәрен еткергәйне Марат Ғиниәт улы. Күңелгә бер аҙ ҡыйын булһа ла, ғүмергә һабаҡ булды. Гәзиткә материалды ебәрер алдынан уны ҡат-ҡат ҡарарға, төҙәтергә кәрәк икәнлегенә төшөндөм.
Артабан да яҙмаларыма иғти­барлы булды Марат ағай. Ана шул кәңәштәр киләсәктә миңә ҙур этәргес бирҙе, оло әҙәбиәт юлына сығарҙы. Бөгөнгө күҙлектән ҡарайым да һоҡ­ланам: гәзит хеҙмәткәрҙәре менән уҡыусылар араһында ниндәй ныҡлы бәйләнеш булған. Иренмәгән, йыбан­маған журналистар: ваҡыттарын йәлләмәйенсә, килгән хаттарға ихлас яуап биреп, кәңәштәрен еткергән, ижадҡа дәртләндергән. Бөгөн дә шундай матур традициялар дауам итһә икән.
Марат ағай Хәсәновты журналист булараҡ ҡына түгел, тынғыһыҙ, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре тип тә беләм. Уны ғүмер буйы милләтебеҙ яҙмышы, киләсәге, тел мәсьәләһе борсоно. Ошо тәңгәлдә 1990 йылдарҙағы етди ыңғай үҙгәрештәр уны ҡайһылай шатландырғайны. Районыбыҙҙағы башҡорт ауылдарын рухи яҡтан да, матди яҡтан да тергеҙеү маҡсатында район башҡорттары ҡоролтайын ойоштороуҙа башлап йөрөүсе лә, артабан етәкселек итеүсе лә ул булды. Бөтә донъя башҡорттарының I Ҡоролтайында ҡатнашып, матур тәьҫораттар алып, ҡанатланып ҡайтты ла тағы ла дәртләнеберәк эшкә тотондо. Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районы башҡорттары менән мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу, районыбыҙҙа Шәжәрә байрамдары үткәреү булһынмы, төрлө сараларҙа уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларға Ҡоролтай исеменән иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, нәсихәт һүҙҙәре менән сығыш яһаһынмы, барыһында ла Марат Хәсәнов – башлаусы, әйҙәүсе. Ситтән күҙәтеүсе булып түгел, ә ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап йәшәргә күнеккән ул. Ошо асылына бөгөн дә тоғро ҡала аҡһаҡалыбыҙ.
Башҡорт ауылдары байтаҡ булған районда башҡортса гәзит нәшер ителмәүе уны һәр саҡ борсоно. Күп тапҡыр күтәреп сыҡты ул был мәсьәләне. Ниһайәт, хыялы тормошҡа ашты: “Даирә” гәзите донъя күрә башланы. Бында Марат Ғиниәт улының тынғыһыҙ эшмәкәрлеген, ныҡышмалылығын инҡар итеү мөмкин түгел.
Районыбыҙҙағы хәл-ваҡиғаларға һис кенә лә битараф түгел хөрмәтле ил ағаһы. Уңыштарға ихлас ҡыуанһа, кәмселектәргә көйөнә. Бер нисә йыл элек Башҡортостан юлдаш теле­видениеһының “Көндәлек” тапшырыуы беҙҙең районда әҙерләнгәйне. Ҡатнашыусы төркөм 4-тән юғарыраҡ баһаға лайыҡ булғайны. Телевизор ҡараусыларҙың күбеһе уға иғтибар ҙа итмәгәндер, ә бына Марат ағайҙы был кимәл ҡәнәғәтләндермәгән икән. Башҡа райондар күрһәткесе менән сағыштырып, ул ихлас борсолғайны. Бына бит ул милләтем тип янып йәшәгән кеше ниндәй була! Бөгөн дә милләт, халыҡ рухы борсой уны, киләсәкте хәстәрләп яна ул.
Ябай ауыл малайы үҙенең тормош юлында билдәле журналист, абруйлы шәхес, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре бейеклектәренә күтәрелде. Һис кем етәкләп мендермәне, үҙе өлгәште ул бындай үрҙәргә. Кес­кәйҙән ауырлыҡтарға күнегеп, хеҙмәттә сынығыу алған Марат Хәсәнов ниндәй генә вазифалар биләмәһен, барыһын да еренә еткереп, бөтә күңелен биреп баш­ҡарҙы. Кемдәргәлер ярамһаҡ­ланманы ла, арҡаланманы ла. Әйтә икән, тураһын ярып әйтте. Алға ҡуйған маҡсатына өлгәшмәйенсә, ярты юлда туҡтап ҡалманы. Ана шуға күрә, ваҡытында Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын да, Мәскәү китапхана институтын да матур һөҙөмтәләр менән тамамлап, юғары белемгә өлгәште. Ауыл малайының Мәскәү һынлы Мәскәүҙе яулай алыуы үҙе батырлыҡ табаһа. Дәрт тә булған, шуға тырышлыҡ менән сәм дә ҡушылған. Ошо өс сифат өс терәк булып, тормошта оҙата бара Марат Ғиниәт улын.
Марат ағай ғүмере буйы кешеләр араһында ҡайнап йәшәй. Ҡулдан килгәнсә ярҙамын да ҡыла, кәрәк саҡта кәңәшен дә бирә. Ана шуға күрә үҙе лә хөрмәт ҡаҙана. Арабыҙҙа ошондай ир-уҙамандар йәшәй икән, халҡыбыҙҙа матур әхлаҡи сифаттар һис юғалмаҫ.




Автор: Рим ИСХАҠОВ. Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә