Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелдә — матур хәтирәләр
Күңелдә —  матур хәтирәләр Донъяның фанилығы беҙҙе аҙым һайын һиҫкәндереп тора. Кеше ғүмеренең бер миҙгел генә икәнлеген аранан яҡын кешеләребеҙ киткән саҡта йәнә иҫкә төшөрәбеҙ. Ни эшләйһең бит: тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалып булмай. Әммә яҡты донъяның биҙәгенә әйләнгәндәр матур хәтирәләр булып йөрәктәрҙә йәшәр.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ райо­нының Түбә ауылы почтаһына оҙаҡ йылдар етәкселек иткән Бәширә Мөхитдин ҡыҙы Баязитова 87-се йәшендә вафат булды. Ул Таһир ауылында тыуған. Бер аҙҙан ғаилә­ләре Түбә ҡасабаһына күсеп килә, атайҙары шахтаға эшкә төшә.
Бөйөк Ватан һуғышы баш­лан­ғас, атай яуға алына, әсәй­ҙәре дүрт бала менән яңғыҙ тороп ҡала. 1944 йылда ҡаты яра­ланған, хәлдән тайған атай­ҙарын килтереп китәләр. Ай эсендә ғаиләһен ҡан илатып, ғәзиз кешеләре мәрхүм булып ҡуя. Өйөнә ҡайтып үлгәс, һу­ғышта һаулығын юғалтһа ла, балаларына пенсия билдә­ләнмәй. Етмәһә, атаһының бер туған ҡустыһы Сталинград яуында баш һа­лып, уның ҡатыны вафат булғас, тағы өс бала улар ҡарамағына күсә.
Һуғыш йылдарында балалар ҙа хәленән килгәнсә эшкә егелә. Сентябрь айы бөткәнсе улар баҫыуҙа, йәшелсә баҡсала­рында бил бөгә. 1944 йылдың көҙөндә эш һөҙөмтәләре буйынса кәүҙәгә бәләкәс кенә Бәширә Баязитова беренсе урынды ала һәм күлдәклек туҡыма менән бүләкләнә.
15 йәшендә ул почтаға хат таратыусы булып урынлаша. Эш еңелдән түгел: ҡасаба ҙур, ә почтальондар икәү генә. Түбә — буран ояһы, тиҙәр ине. Буран сыҡҡанда урам араһында кешеләр аҙашып, туңып үлә торғайны. Бындай көн­дәрҙә хеҙмәткәр­ҙәр өйөнә лә ҡайта алмай, төндө эш урынында үткә­рергә мәж­бүр була.
Бәширә Баязитова на­мыҫ­лы­лығы менән алдыра. Шуға ла уны күреп алалар һәм элемтәсе итеп тәғәйен­ләйҙәр. Бер аҙҙан иһә почта начальнигы итеп үрлә­тәләр. Был вазифала ул пенсияға сыҡҡансы эшләй. Ялға китер булғас, район үҙә­гендә: “Ундай уңған эшмәкәрҙе ҡайҙан та­бырҙар икән инде?” — тип борсолғандар.
Намыҫлы хеҙмәткәр Бә­ширә Баязитова “Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған элем­тәсеһе” тигән маҡтаулы исем ала, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Тыл һәм хеҙмәт ветераны 55 йәше тулғас, коллективы менән хушлашып, хаҡлы ялға сыға.
Әммә ул халыҡтан айырылмай. Йомош менән кешеләр уға күп мөрәжәғәт итер ине. Апай берәүҙе лә бороп сығарманы, туған­дары унан һис өҙөлмәне.
Барыбыҙға ла өлгө, терәк-таяныс, кәңәшсе, ярҙамсы булған ҡәҙерле кешебеҙҙе мәңгегә юғал­тыу бөтәбеҙгә лә ифрат ауыр. Әммә тәбиғәт ҡану­нына буйһонмай әмәл юҡ...




Автор: Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә