Донъяның фанилығы беҙҙе аҙым һайын һиҫкәндереп тора. Кеше ғүмеренең бер миҙгел генә икәнлеген аранан яҡын кешеләребеҙ киткән саҡта йәнә иҫкә төшөрәбеҙ. Ни эшләйһең бит: тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалып булмай. Әммә яҡты донъяның биҙәгенә әйләнгәндәр матур хәтирәләр булып йөрәктәрҙә йәшәр.Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Түбә ауылы почтаһына оҙаҡ йылдар етәкселек иткән Бәширә Мөхитдин ҡыҙы Баязитова 87-се йәшендә вафат булды. Ул Таһир ауылында тыуған. Бер аҙҙан ғаиләләре Түбә ҡасабаһына күсеп килә, атайҙары шахтаға эшкә төшә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атай яуға алына, әсәйҙәре дүрт бала менән яңғыҙ тороп ҡала. 1944 йылда ҡаты яраланған, хәлдән тайған атайҙарын килтереп китәләр. Ай эсендә ғаиләһен ҡан илатып, ғәзиз кешеләре мәрхүм булып ҡуя. Өйөнә ҡайтып үлгәс, һуғышта һаулығын юғалтһа ла, балаларына пенсия билдәләнмәй. Етмәһә, атаһының бер туған ҡустыһы Сталинград яуында баш һалып, уның ҡатыны вафат булғас, тағы өс бала улар ҡарамағына күсә.
Һуғыш йылдарында балалар ҙа хәленән килгәнсә эшкә егелә. Сентябрь айы бөткәнсе улар баҫыуҙа, йәшелсә баҡсаларында бил бөгә. 1944 йылдың көҙөндә эш һөҙөмтәләре буйынса кәүҙәгә бәләкәс кенә Бәширә Баязитова беренсе урынды ала һәм күлдәклек туҡыма менән бүләкләнә.
15 йәшендә ул почтаға хат таратыусы булып урынлаша. Эш еңелдән түгел: ҡасаба ҙур, ә почтальондар икәү генә. Түбә — буран ояһы, тиҙәр ине. Буран сыҡҡанда урам араһында кешеләр аҙашып, туңып үлә торғайны. Бындай көндәрҙә хеҙмәткәрҙәр өйөнә лә ҡайта алмай, төндө эш урынында үткәрергә мәжбүр була.
Бәширә Баязитова намыҫлылығы менән алдыра. Шуға ла уны күреп алалар һәм элемтәсе итеп тәғәйенләйҙәр. Бер аҙҙан иһә почта начальнигы итеп үрләтәләр. Был вазифала ул пенсияға сыҡҡансы эшләй. Ялға китер булғас, район үҙәгендә: “Ундай уңған эшмәкәрҙе ҡайҙан табырҙар икән инде?” — тип борсолғандар.
Намыҫлы хеҙмәткәр Бәширә Баязитова “Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе” тигән маҡтаулы исем ала, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Тыл һәм хеҙмәт ветераны 55 йәше тулғас, коллективы менән хушлашып, хаҡлы ялға сыға.
Әммә ул халыҡтан айырылмай. Йомош менән кешеләр уға күп мөрәжәғәт итер ине. Апай берәүҙе лә бороп сығарманы, туғандары унан һис өҙөлмәне.
Барыбыҙға ла өлгө, терәк-таяныс, кәңәшсе, ярҙамсы булған ҡәҙерле кешебеҙҙе мәңгегә юғалтыу бөтәбеҙгә лә ифрат ауыр. Әммә тәбиғәт ҡанунына буйһонмай әмәл юҡ...