Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Бер-беребеҙҙән уңдыҡ”
– Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, ырҙын табағында эшләнем. Ураҡ мәлендә ашлыҡ елгәртеүгә, нигеҙҙә, йәш ҡыҙҙар, мәктәп уҡыусылары йөрөй. Ана шул саҡта уҡ сибәрлеге, эшкә тилберлеге, күркәм холҡо менән Рәйсә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. Уның урта мәктәпте тамамлаған сағы ине. Шулай ҡарап-һынап йөрөй торғас, танышып, үҙ-ара аралашып алып киттек, – тип йәшлек йылдарын иҫкә ала бөгөн Рәшит ағай.

– Тегенсе булам тип Өфөгә киткәйнем. Бер йыл ғына уҡып ҡалдым. Киләһе йылына уҡ килеп, алып ҡайтты ла китте, – тип көлә-көлә һүҙгә ҡушыла Рәйсә апай. – Өйлә­неш­кәндә 17 йәшем дә тулып өлгөрмәгәйне. Шун­лыҡтан никахыбыҙҙы рәсми рәүештә ике йылдан һуң ғына теркәттек. Ә былай бергә донъя көтөүебеҙгә 2013 йылда уҡ 50 йыл тулды.
– Мин әрмегә саҡырылғанға тиклем бер ара Себерҙә эшләгәйнем. Сит тарафта йөрөп, донъя күргәс, бынан ары тыуған еремдән кит­мә­йем, ҡайтам да, өйләнеп, ауылда төпләнәм тип ҡарар иткәйнем. Шуға ла һәр яҡлап күңелгә ят­ҡан Рәйсәне юғалтҡы килмәне, тимерҙе ҡы­­ҙыуында һуғырға булдым. Әсәйем дә олоғайып, сирләберәк тора. Ә инде һинең 18-ең тулғанды көткән булһам, яҙмыш еле, бәл­ки, икебеҙҙе ике яҡҡа борор ине. Һине ҡа­баландырғаныма үкенгәнем булманы, ки­ре­һенсә, һөйөнөп бөтә алмайым. Аллаға шө­көр, матур йәшәнек бит, – был ваҡытта инде әле­гәсә көлөп-йылмайып торған Рәшит ағай­ҙың йөҙө етдиләнеп, күҙҙәре уйсанланып киткәйне.
– Мин дә үкенмәйемсе. 50 йыл 50 көндәй ҙә булманы кеүек. Һиҙҙермәйенсә генә үткән дә киткән. Балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә ҡарап ҡына ғүмер үткәнен күрәһең, – Рәйсә апай ипләп кенә йәнәшендә ултырған иренең арҡаһынан яратып ҡуйҙы. Ошо ғына күренеш тә ғаиләнең һөйөү, ихтирам тойғоһона нигеҙләнеүе тураһында һөйләй түгелме ни?!
Ике уңғандың, береһе икенсеһен хуплап, үҙ-ара аңлашып йәшәгән ғаиләнең тормошо гелән алға бара, тиҙәр. Йәркәевтәр ҙә өйлә­нешеү менән үҙ донъяһын хәстәрләй башлай. Бер йыл үтеүгә, бәләкәйерәк кенә булһа ла үҙ йорттарына күсәләр. Оҙаҡламай бәхет йомғағы булып тәүге балалары Ришат тыуа. Ғаилә башлығы һөнәрен арттырыу уйы менән шоферлыҡҡа уҡып ҡайта, ырҙын табағы мөдире, бригадир булып эшләүен дауам итә, оҙаҡ йылдар ферма мөдире була. Ә Рәйсә бер осор көнкүреш йортонда эшләп ала, байтаҡ йылдар элекке “Победа” колхозында сөгөлдөр үҫтерә, йәнә ике балаға – Рита менән Светланаға – әсәй була. Ә инде 1985 йылдан Игенйылға урта мәктәбе ашханаһында эш башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, бер нисә йыл хеҙмәтен ташламай әле ул.
– Кеше араһында кәм-хур булып йәшә­мә­йек, тип егелеп эшләнек инде. Өйҙө лә ҙу­райт­тыҡ, урам тултырып мал да аҫраныҡ. Әле бына яландай иркен өйҙә икәүебеҙ генә ҡалдыҡ тиһәк тә, ҡунаҡтарҙан өҙөлгән юҡ. Туғандарыбыҙ, балаларыбыҙ килеп-ҡайтып тора. Ейән-ейәнсәрҙәр йәй буйы бында була, – ти бәхетле өләсәй-олатай. Ейән-ейәнсәрҙәр тигәндән, Йәркәевтәрҙә улар – һигеҙ. Ҡыҙҙары Себер тарафтарында эшләһә, улдары Ришат ауылда төпләнгән.
– Бер ейәнебеҙ быйыл әрме хеҙмәтенән ҡайтты. Иҫән-һау булыуына һөйөнөп бөтә ал­майбыҙ. Барыһы ла аҡыллы, тәүфиҡлы, иҫән булһындар инде, – ти Рәйсә апай.
Олоғайҙыҡ инде тип һис зарланып ултырмай өлкәндәр. Йәштәрҙән ҡалышмайынса, гөрләтеп донъя көтә. Умарта тоталар, ихата тулы ҡош-ҡорт.
– Беҙ бер-беребеҙҙән генә түгел, ғөмүмән, тормошобоҙҙан уңдыҡ. Пенсиябыҙ килеп тора. Бары тик ил-көн тыныс булһын, – тип теләй Йәркәевтәр.





Автор: Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә