“Бер-беребеҙҙән уңдыҡ”05.01.2016
– Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, ырҙын табағында эшләнем. Ураҡ мәлендә ашлыҡ елгәртеүгә, нигеҙҙә, йәш ҡыҙҙар, мәктәп уҡыусылары йөрөй. Ана шул саҡта уҡ сибәрлеге, эшкә тилберлеге, күркәм холҡо менән Рәйсә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. Уның урта мәктәпте тамамлаған сағы ине. Шулай ҡарап-һынап йөрөй торғас, танышып, үҙ-ара аралашып алып киттек, – тип йәшлек йылдарын иҫкә ала бөгөн Рәшит ағай.
– Тегенсе булам тип Өфөгә киткәйнем. Бер йыл ғына уҡып ҡалдым. Киләһе йылына уҡ килеп, алып ҡайтты ла китте, – тип көлә-көлә һүҙгә ҡушыла Рәйсә апай. – Өйләнешкәндә 17 йәшем дә тулып өлгөрмәгәйне. Шунлыҡтан никахыбыҙҙы рәсми рәүештә ике йылдан һуң ғына теркәттек. Ә былай бергә донъя көтөүебеҙгә 2013 йылда уҡ 50 йыл тулды.
– Мин әрмегә саҡырылғанға тиклем бер ара Себерҙә эшләгәйнем. Сит тарафта йөрөп, донъя күргәс, бынан ары тыуған еремдән китмәйем, ҡайтам да, өйләнеп, ауылда төпләнәм тип ҡарар иткәйнем. Шуға ла һәр яҡлап күңелгә ятҡан Рәйсәне юғалтҡы килмәне, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булдым. Әсәйем дә олоғайып, сирләберәк тора. Ә инде һинең 18-ең тулғанды көткән булһам, яҙмыш еле, бәлки, икебеҙҙе ике яҡҡа борор ине. Һине ҡабаландырғаныма үкенгәнем булманы, киреһенсә, һөйөнөп бөтә алмайым. Аллаға шөкөр, матур йәшәнек бит, – был ваҡытта инде әлегәсә көлөп-йылмайып торған Рәшит ағайҙың йөҙө етдиләнеп, күҙҙәре уйсанланып киткәйне.
– Мин дә үкенмәйемсе. 50 йыл 50 көндәй ҙә булманы кеүек. Һиҙҙермәйенсә генә үткән дә киткән. Балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә ҡарап ҡына ғүмер үткәнен күрәһең, – Рәйсә апай ипләп кенә йәнәшендә ултырған иренең арҡаһынан яратып ҡуйҙы. Ошо ғына күренеш тә ғаиләнең һөйөү, ихтирам тойғоһона нигеҙләнеүе тураһында һөйләй түгелме ни?!
Ике уңғандың, береһе икенсеһен хуплап, үҙ-ара аңлашып йәшәгән ғаиләнең тормошо гелән алға бара, тиҙәр. Йәркәевтәр ҙә өйләнешеү менән үҙ донъяһын хәстәрләй башлай. Бер йыл үтеүгә, бәләкәйерәк кенә булһа ла үҙ йорттарына күсәләр. Оҙаҡламай бәхет йомғағы булып тәүге балалары Ришат тыуа. Ғаилә башлығы һөнәрен арттырыу уйы менән шоферлыҡҡа уҡып ҡайта, ырҙын табағы мөдире, бригадир булып эшләүен дауам итә, оҙаҡ йылдар ферма мөдире була. Ә Рәйсә бер осор көнкүреш йортонда эшләп ала, байтаҡ йылдар элекке “Победа” колхозында сөгөлдөр үҫтерә, йәнә ике балаға – Рита менән Светланаға – әсәй була. Ә инде 1985 йылдан Игенйылға урта мәктәбе ашханаһында эш башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, бер нисә йыл хеҙмәтен ташламай әле ул.
– Кеше араһында кәм-хур булып йәшәмәйек, тип егелеп эшләнек инде. Өйҙө лә ҙурайттыҡ, урам тултырып мал да аҫраныҡ. Әле бына яландай иркен өйҙә икәүебеҙ генә ҡалдыҡ тиһәк тә, ҡунаҡтарҙан өҙөлгән юҡ. Туғандарыбыҙ, балаларыбыҙ килеп-ҡайтып тора. Ейән-ейәнсәрҙәр йәй буйы бында була, – ти бәхетле өләсәй-олатай. Ейән-ейәнсәрҙәр тигәндән, Йәркәевтәрҙә улар – һигеҙ. Ҡыҙҙары Себер тарафтарында эшләһә, улдары Ришат ауылда төпләнгән.
– Бер ейәнебеҙ быйыл әрме хеҙмәтенән ҡайтты. Иҫән-һау булыуына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Барыһы ла аҡыллы, тәүфиҡлы, иҫән булһындар инде, – ти Рәйсә апай.
Олоғайҙыҡ инде тип һис зарланып ултырмай өлкәндәр. Йәштәрҙән ҡалышмайынса, гөрләтеп донъя көтә. Умарта тоталар, ихата тулы ҡош-ҡорт.
– Беҙ бер-беребеҙҙән генә түгел, ғөмүмән, тормошобоҙҙан уңдыҡ. Пенсиябыҙ килеп тора. Бары тик ил-көн тыныс булһын, – тип теләй Йәркәевтәр.