Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алтын ялатылған ҡалаҡтар
Алтын ялатылған ҡалаҡтар Ҡаты һыуыҡ булмаһа ла, мамыҡ башлығын күҙенә үк төшөрөп, тун яғаһын күтәреп кейгән был ҡатындың, иғтибарлап ҡараһаң, кемдәндер ҡасҡанын, йәшенгәнен төҫмөрләүе ҡыйын түгел. Бына әле лә көнө буйы шаҡ-шоҡ килгән подъездың тимер ишеген, башҡалар ишетмәһен тигәндәй, ипле генә ябып, бөтә торош-ҡиәфәте менән нимәлер урлап ҡасып барған кеүек китеп барыуы. Был халәте уның күптән түгел күршеләренә яңы йәш ғаилә күсеп килгәс кенә башланды.
Ни эшләптер Әҡлимә ошо аҡыллы ғына күренгән йәш күршеһе менән осрашмаҫҡа тырыша. Кәрәккән-кәрәк­мәгәнгә ҡыҫылып, үҙенә артыҡ ҡыҙыҡ­һыныу күрһәтеп тә бармай, әммә уның үткер ҡарашынан һис бер нәмә йәшерә алмаҫ кеүек. Тик нимәне? Ҡатын үҙе лә аңламай. Кешенән ҡасырлыҡ, өркөрлөк бер ҡырын эш ҡылғаны юҡ та баһа.
Атаһының әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө: “Тормошта ике нәмәнән ҡурҡ: көлкө хәленә ҡалыуҙан һәм һине ҡыҙғаныу-йәлләүҙән”.
Үҙе лә һиҙмәҫтән, Әҡлимә яурынын турайтты, башлығын маңлайына һыпырҙы, яғаларын төшөрҙө. Мага­зин­ға барып әйләнгәнсе ошо хәлдә булды ул. Тик йорт ихатаһына етеү менән йәнә яурыны төштө, ҡарашы аяҡ осона текәлде. Яңы күршеһе менән осрашыуҙан барыбер ҡаса алманы. Уныһы ипле генә иҫәнләште, әллә ғәйепле кешеләй йылмайҙы ла инде. Әҡлимәгә был оҡшаманы. “Ниңә мине шул тиклем йәлләп ҡарай ул? Был донъяла бер мин генә яңғыҙ түгел дә инде, – тип йәне көйҙө. – Минең йәшкә ет әле, яңғыҙлыҡ анатомияһын белерһең, өйрәнерһең. Һинең йәштә мин дә яңғыҙ түгел инем. Ҡояш та, ай ҙа тик минең һәм һөйгәнем өсөн генә ҡалҡҡан, ҡоштар беҙҙең өсөн һайраған һымаҡ ине. Тойғолар океанында йөҙгәндә аҡылды – компас, ә ялҡынлы мөхәббәтебеҙҙе елкән иттек...” Шулай иҫтәлектәргә бирелә-бирелә күтәрелде ул.
Тик Әҡлимәнең күршеһенә булған үпкәһе оҙаҡҡа барманы. Фатирына инеп, ишек алдындағы көҙгөгә ҡарау менән күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Ысынлап та, ҡыҙғанырлыҡ шул хәле: ғүмере үкенесле булды.
Ғаиләлә бер үҙе үҫкәнгәме, Әҡлимә бәләкәй саҡтан күп бала тураһында хыялланды. Кейәүгә сыҡмаҫ борон уҡ тыуасаҡ бәләкәстәренә исем һайлап, татыу, ҙур ғаилә тураһында хискә бирелә ине. Тик ниңәлер тормошо баш түбән килде лә сыҡты. Боронғолар, алдан хыялланырға, план ҡорорға ярамай, ти ҙә ул... Тик нисек хыялланмай йәшәргә була һуң?! Бер уйлаһаң, Әҡлимәнең бар тормошо тик хыялдан ғына ҡоролғайны түгелме? Ә үҙе уларға ҡапма-ҡаршы тормошта йәшәне.
Яратышып ҡауышып, гөрләп үткән туйҙың икенсе көнөндә үк һөйгәне үҙ ағаһынан көнләшеп, йәш кәләште ғәм халыҡ алдында һуғып осорғас, ғорур, унан да бигерәк тәкәббер холоҡло атаһы, ике яҡтың да ай-вайына ҡарамай, кейәүен, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын ҡыуҙы ла ҡайтарҙы. Туғыҙ айҙан һуң тыуған ейәне лә кейәүенә булған мөнәсәбәтен үҙгәртмәне. Ҡырыҫ холоҡло атаһы уны тупһаһынан аша атлатманы. Бер баланы өсәүләп ҡарарбыҙ әле тип әйткәнен, башҡа кейәү тип ауыҙыңды асаһы булма, тип аңланы.
– Һаҡ һәм һалҡын ҡанлы бул. Ҡайнар йөрәккә ҡарағанда һалҡын аҡыл мөһимерәк, – тип өйрәтте ул ейәнен дә.
Атаһы әйткәнгә йә баш ҡағып, йә өндәшмәй генә ризалашҡан әсәһе генә:
– Көт, балам, көт... Бәхет көткән кешегә килә ул, – тип ҡолағына шыбырлар ине. Шулай уның барса ғүмере көтөү менән үтте лә.
Хаҡлы ялға сығып, атаһы менән әсәһе ҡалаға күсеп килгәс, Әҡлимә дөйөм ятаҡтан бүлмәһен тапшырып, улар янына күсә. Олатаһы менән өләсәһенең наҙы артығыраҡ булдымы: Әҡлимәнең улы иркә, үҙ һүҙле, эгоист булып үҫә. Техникум дипломын алып ҡайтҡандың икенсе көнөнә үк өс туған ағаһы менән сит тарафҡа эшкә юллана. Армияға шунан китә, хеҙмәт бөткәс тә ҡайтырға ашыҡмай. Өйләнеүе тураһында ла, балаһы тыуыуы хаҡында ла телефондан ғына хәбәр итә.
Ғүмеренең заяға үткәнен әсәһе-атаһы бер-бер артлы гүр эйәһе булғас ҡына аңлай Әҡлимә. Хәҙер инде нисә ҡышты бер үҙе үткәрә. Шулай ҙа байрам һайын мул табын әҙерләй. Туйға төшкән бүләкте лә – алтын ялатылған ҡалаҡтарҙы – теҙеп һалырға онотмай. Тик уларға үҙенән башҡа бер кем дә ҡағылғаны юҡ. Ата-әсәһе иҫән саҡта ҡалаҡтарҙы сығарырға ҡурҡты. Ниңәлер, уларҙы өҫтәлгә һалһа, күңелендәге серен – ғаиләле, ир ҡатыны булып, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеһе килеүен – атаһы белер төҫлө тойолдо. Ейәнсәренә ете йәш тулғас, юл ыңғайы ғына һуғылған улына бүләк итергә уҡталғайны ла, кире уйланы. Иң ҡәҙерле әйберенән, хыялынан, өмөтөнән мәхрүм ҡалыр төҫлө ине.
Бына әле лә байрам табыны әҙер. Ҡалаҡтарҙы ғына теҙәһе ҡалды. Гөлсәсәк, Азамат, Йыһанур, Айһылыу, Нурсилә... Әҡлимә ҡурҡып иҙәнгә ултырҙы. Ҡалаҡтарға исем ҡуша башланы түгелме? Нисәмә тиҫтә йылдар күңелендә һаҡлаған исемдәрҙе ҡабатлай бит уның ирендәре!..
Шул саҡ теге йәш, матур, үткер ҡарашлы күршеһенең ишек асҡаны ишетелде. Әҡлимә һикереп тороп, алтын ялатылған ҡалаҡтарҙы матур ҡабына теҙҙе һәм күршеһенә бүләк итергә ашыҡты.
Күршеһенең ғүмер буйы зарығып көткән ғәзиз кешеһенең кесе ҡыҙы Нурсилә икәнлеген белмәй ине әле...



Автор: Лена АБДРАХМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә