Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Яратам!” тип әйткән саҡтар була
“Яратам!” тип әйткән саҡтар була Таналыҡ йылғаһынан көйәнтәләп һыу ташый Лена. Ғаиләләре лә ҙур: ҡәйнәһе, ире, бикәстәре. Хәйер, һуғыштан һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ғына түгел, СССР кеүек ҡеүәтле илдең һәр төбәгендә лә ошондай уҡ хәл хөкөм һөргәндер: аслыҡ, яланғаслыҡ, әммә яҡты киләсәккә өмөт. Дәһшәтле һуғыштағы еңеү кешеләрҙең күңелендә ышаныс усаҡтары ҡабыҙған. Һыу буйынан ҡайтҡанда йәш ҡатын тыуған яҡтарын, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған атаһын да иҫенә төшөрә. Әлеге ауырлыҡтар ҡыйынлыҡмы ни инде ул? Ана, кешеләр яу ҡырында ниндәй ғазаптар сиккән, хатта йәндәрен биргән!

Башҡорт дәүләт педагогия институ­тының урыҫ филологияһы факультетын тамамлаған, Әлшәй кеүек ялан яҡтарында үҫкән Лена Ғәзиз ҡыҙына Хәйбулла далаларында башта ятыраҡ һымаҡ тойолһа ла, балаларҙы яратыуы уны был яҡта яйлап үҙ эшенең оҫтаһы итеп тә танытыр әле.
...Юғары уҡыу йортоноң Гоголь урамында урынлашҡан дөйөм ята­ғында өс йыл бергә йәшәп тә, улар бер-береһен тап итмәгән. Һәр нәмә­нең үҙ сәғәте етеү кәрәк, тиҙәр бит. Бер көндө 9-сы интернатта практика үтеп йөрөгән Роберт коридорҙа: “Кем Гоголь урамына ҡайта? Ҡараңғы төштө, иптәш табылмаҫмы икән?” – тигән яңғырауыҡлы тауыш ишетә. Ана шул рәүешле уларҙың тормош һуҡмағы ошо көндә бер юлға барып тоташа ла инде. 1964 йылдың декабре була был хәл. Улар юл ыңғайы танышып, һөйләшеп ҡайта. Ленаның алсаҡлығы, яҡты сырайы күңеленә үтеп инә Роберттың. Егет кеше, әлбиттә, тәүәккәлерәк була. Баш ҡаланың Сталин урамында урын­лашҡан бинала ойоштороласаҡ студенттар кисәһенә саҡыра ҡыҙҙы. Бергәләшеп күңел асыу, яҡынданыраҡ танышыу уларҙы тағы ла бер-бере­һенә тартылдыра.
Бөгөнгө күпселек йәштәрҙең “ялан­ғас” мөнәсәбәтен күҙ алдына кил­тергәс, мин хатта геройҙарымдан “Кеше алдында ҡосаҡлашҡанығыҙ булдымы?” тип һорарға ла тартындым. Әммә, әллә уйҙарымды уҡыны, Роберт Мөтиғулла улы, һүҙен дауам итеп: “Оҙаҡ дуҫлашып йөрөнөк, беҙҙең халыҡҡа тыйнаҡлыҡ хас бит инде”, – тине. 1955 йылдың ноябрендә студент туйы үткәреп, йәштәр өйләнешә. Туйҙа күберәк тиңдәштәре ҡатнаша, Хәйбулла районынан бер-ике студент та саҡырыла. Был ваҡытта йәш белгес Роберт Арыҫланов ҡулына диплом алған була инде. Ә Ленаһына әле тағы бер йыл уҡыйһы бар. Ҡунаҡҡа Раевка ҡасабаһынан кәләштең әсәһе лә килеп етә. Әммә уның ғәжәплә­неүенең сиге булмай: “Нисек инде улай? Һеҙ бит әле йәш. Аяҡҡа баҫырға кәрәк! Балам бит уҡып та бөтмәгән...” Әммә буласаҡ кейәүенең һәм ҡыҙы­ның янып торған ҡараш­тарын күреп, ҡаршы килмәй әсә кеше. Бына шулай ябай ғына итеп туй үт­кәрәләр. Йәш­тәрҙәге дуҫ­лыҡ тойғоһо мөхәббәткә әүерелеп, йөрәктәрен мәңгелеккә бергә бәйләй.
Уҡыуын тамамлап, Хәйбулла яғына килен булып төшкән йәш ҡатынға тәүге мәлдә ысын мәғәнәһендә еңелдән тура килмәй. Етмәһә, уның һөйләшеүе лә был яҡтыҡынан айырыла. Әммә йәндәй күреп өйләнгән ире уны берәүҙән дә рәнйетергә бирмәй. Ҙур ғаиләләге ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтарҙы ла Лена үҙенең алсаҡлығы, яҡты мөнәсәбәте, ярҙамсыллығы менән еңә. Аҡъяр урта мәктәбенең алыштырғыһыҙ уҡытыу­сыһына ла әйләнә ул. Балаларҙың уны нисек яратыуы хаҡында һөйләр өсөн айырым мәҡәлә яҙыу кәрәктер, моғайын. Совет дәүләтенең ныҡлы уҡытыусылыҡ мәктәбе нигеҙҙәрен үҙләштергән Лена Ғәзиз ҡыҙы балаларға төплө белем биреүҙе төп маҡсат итеп ҡуя, кәрәк икән, ҡайһы берәүҙәр менән дәрестән һуң ҡалып та шөғөлләнә, ата-әсә менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштыра. Бына бит ниндәй булған мәғариф алдынғы­лары! Ә күпме эш өйгә эйәреп ҡайта?! Ғаиләһен ҡарап, дәфтәрҙәрҙе тикшереп йоҡларға ятҡансы, төн уртаһы етә. Бер-бер артлы тыуған өс баланы ла уҡытырға, тәрбиәләргә кәрәк. Етмәһә, район комсомол комите­тының секретары булып эшләгән Роберт Мөтиғулла улы командировка­ларға йыш йөрөй.
Тик бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлаған йәштәр тарафынан быларҙың барыһы ла ҡыуаныслы мәшәҡәт кеүек кенә ҡабул ителә. Туғандары араһында ғаиләһен тарҡатҡандар юҡ. Шуға күрә, яҙмыш ниндәй генә һынауҙар ҡуйһа ла, бер-береһенә таяныс булып йәшәргә тырыша Арыҫлановтар. “Әле генә ул күп йәштәр ҙурҙан ҡубып туй үткәрә лә, холоҡтарыбыҙ тап килмәне, тип айырылышып ҡуя. Өлкәндәр иһә бер һүҙ әйтмәй. Элек хәлдәр башҡаса ине. Борон-борондан никахыңа тоғролоҡ хуп күрелгән”, – тине Лена Ғәзиз ҡыҙы.
Эйе, совет осорондағы тәбиғи шарттар – һыу ташып, утын яғып, усаҡ ҡабыҙып, ашарға әҙерләү, өй йылытыу кеүек эштәр – ҙур ауырлыҡ тыуҙырһа ла, шуларҙы башҡарыу барышында кешеләр бер-береһе менән аралашҡан, үҙ-ара мөнәсәбәт ҡорған. Тоҡтоң бер башынан ире эләктерһә, икенсеһенә Лена Ғәзиз ҡыҙы үрелгән. Утынды ла бергә ярып өйгәндәр.
Бер көн алдынғы ҡарашлы йәш белгесте баш ҡалаға эшкә саҡырып алалар. Исеме киң билдәле мәғариф министры Фатима Мостафина сираттағы ҡарары менән Роберт Мөтиғулла улын Башҡортостан уҡытыусыларының белемен камиллаштарыу институтына директор итеп тәғәйенләй. Ҙур физик көс талап иткән ауыл ере артта ҡала. Ҡалалағы уңайлы шарттар менән таныша башлағас, ғаилә башта аптырап та ҡала. Һыу ағып тора, түгергә лә кәрәкмәй, өй йылытам тип интегергә түгел – был тиклем дә рәхәт тормош булыр икән! Лена Ғәзиз ҡыҙы хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡыта башлай. Өлкән ҡыҙҙары Луара, бәләкәй туғандары Наил менән Лираны ҡарашып, ата-әсәһенә тынғыһыҙ эшендә ярҙамлаша.
Әйткәндәй, балаларының өсөһө лө юғары белем алып, үҙ өлкәһендә лайыҡлы уңыш ҡаҙана. Тик өлкән ҡыҙҙары ғына бөгөн юҡ яҡты донъя­ла... Ана шундай ауыр хәсрәт күрһә­ләр ҙә, бер-береһен ҡәҙерләп, ҡе­үәтләп йәшәй Арыҫлановтар. Роберт Мәтиғулла улы мәртәбәле дәүләт наградалары менән бүләкләнгән, юғары даирәләрҙә эшләгән. Заманында Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары бурысын атҡарған. Сабыр ҡатыны Лена Ғәзиз ҡыҙы уға һәр ерҙә ышаныслы терәк булған.
Ниндәй генә бүләктәр насип ит­мәгән уларға тормош, әммә бөгөн бриллиант туйын билдәләгән Арыҫ­лановтар өсөн иң ҡәҙерлеһе – тәүге күрешкәндә яралған яҡты хистәрҙең һаҡланыуы. Аллаһ Тәғәлә уларға мөхәббәтле ғүмер яҙған! Ошонан да ҙурыраҡ бәхет булыуы мөмкинме кеше өсөн был донъяла?!
“Бер-берегеҙгә әле “Яратам!” тип әйткәнегеҙ бармы?” – тип ҡыҙыҡ­һынам 60 йыл бергә йәшәгән Арыҫ­лановтарҙан.
– “Яратам!” тип әйткән саҡтар ҙа була! – тип тыйнаҡ йылмайҙы улар, бер-береһенә ҡарап.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: улар 1955 йылдан бирле “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡый. Бергә йәшәү­ҙең сере, мөхәббәттең илаһилығы бер-береңә генә түгел, ә ҡасандыр бергә һайлаған инаныстарға тоғро­лоҡталыр, бәлки!?



Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә