Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Байрам бүләге итеп
Кисә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына тапшырылған Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын һәр кем Яңы йыл бүләге тип ҡабул итте. Улар араһында дәүләт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, табиптар, ауыл эшсәндәре һәм башҡа маҡтаулы һөнәр эйәләре бар ине.

– Бөгөн бөтәбеҙ өсөн дә шатлыҡлы көн, һеҙ барығыҙ ҙа бындай хөрмәткә лайыҡ, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Бурыстарығыҙҙы үтәүгә бик яуаплы ҡарай­һығыҙ, фиҙакәрлек күрһәтәһегеҙ. Киләһе йылда ла һынатмаҫ­һығыҙ тип ышанам. Башҡортостан – көслө төбәк, алға бара, үҫешә. Шуныһы һөйөнөслө: беҙҙә халыҡ изге күңелле, ярҙамсыл, ҡунаҡсыл һәм егәрле, ундайҙар менән күпкә өлгәшергә мөмкин.
Рөстәм Зәки улы һәммәһен дә Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотланы, бар уй-ниәттәрҙең дә тормошҡа ашыуын теләне.
“Асы” шифаханаһы директоры Буранбай Ямалов билдә­лә­үенсә, ихтыяр көсө – ауырыу-сырхауҙарға ҡаршы дарыу, был тормошта һәр кем гел изге уй-ниәттәр менән йәшәргә тейеш, шул осраҡта ғына барыһы ла уң килеп торасаҡ.
“Боронғо Өфө” республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталованың һүҙҙәренә ҡарағанда, респуб­ликабыҙҙа эшләгән кешенең хеҙмәтен күрә беләләр, ә был иһә киләһе хыял-уйҙарға йүнәлеш бирә. Илебеҙҙә иң йәш музей­ҙарҙың береһе булыуына ҡарамаҫтан, “Боронғо Өфө”лә телгә алырлыҡ бихисап эштәр бойомға ашырылған. Улар даими ойошторған күргәҙмәләрҙән йәше лә, ҡарты ла өҙөлмәй.
Буранбай Нәсим улы менән Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
– Форсаттан файҙаланып, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәл­телгән тос финанс ярҙамы өсөн ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәтемде еткергем килә, – тип тамамланы һүҙен “Башҡортос­тан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” тигән отличие билдәһен алған Ҡариҙел районының Әртәкүл ауыл хакимиәте башлығы Анатолий Крохалев.
Башҡа бүләкләнеүселәрҙең дә ҡыуанысы сикһеҙ ине. Йөҙҙәрҙең көләслеге байрам кәйефен тағы ла арттырҙы, ихлас аралашыу оҙаҡ дауам итте.



Автор: И. АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә