Байрам бүләге итеп30.12.2015
Кисә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына тапшырылған Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын һәр кем Яңы йыл бүләге тип ҡабул итте. Улар араһында дәүләт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, табиптар, ауыл эшсәндәре һәм башҡа маҡтаулы һөнәр эйәләре бар ине.
– Бөгөн бөтәбеҙ өсөн дә шатлыҡлы көн, һеҙ барығыҙ ҙа бындай хөрмәткә лайыҡ, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Бурыстарығыҙҙы үтәүгә бик яуаплы ҡарайһығыҙ, фиҙакәрлек күрһәтәһегеҙ. Киләһе йылда ла һынатмаҫһығыҙ тип ышанам. Башҡортостан – көслө төбәк, алға бара, үҫешә. Шуныһы һөйөнөслө: беҙҙә халыҡ изге күңелле, ярҙамсыл, ҡунаҡсыл һәм егәрле, ундайҙар менән күпкә өлгәшергә мөмкин.
Рөстәм Зәки улы һәммәһен дә Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотланы, бар уй-ниәттәрҙең дә тормошҡа ашыуын теләне.
“Асы” шифаханаһы директоры Буранбай Ямалов билдәләүенсә, ихтыяр көсө – ауырыу-сырхауҙарға ҡаршы дарыу, был тормошта һәр кем гел изге уй-ниәттәр менән йәшәргә тейеш, шул осраҡта ғына барыһы ла уң килеп торасаҡ.
“Боронғо Өфө” республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталованың һүҙҙәренә ҡарағанда, республикабыҙҙа эшләгән кешенең хеҙмәтен күрә беләләр, ә был иһә киләһе хыял-уйҙарға йүнәлеш бирә. Илебеҙҙә иң йәш музейҙарҙың береһе булыуына ҡарамаҫтан, “Боронғо Өфө”лә телгә алырлыҡ бихисап эштәр бойомға ашырылған. Улар даими ойошторған күргәҙмәләрҙән йәше лә, ҡарты ла өҙөлмәй.
Буранбай Нәсим улы менән Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
– Форсаттан файҙаланып, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән тос финанс ярҙамы өсөн ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәтемде еткергем килә, – тип тамамланы һүҙен “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” тигән отличие билдәһен алған Ҡариҙел районының Әртәкүл ауыл хакимиәте башлығы Анатолий Крохалев.
Башҡа бүләкләнеүселәрҙең дә ҡыуанысы сикһеҙ ине. Йөҙҙәрҙең көләслеге байрам кәйефен тағы ла арттырҙы, ихлас аралашыу оҙаҡ дауам итте.