Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҡ бәхеттәр генә юрап, тәҙрә сиртә Яңы йыл...
Аҡ бәхеттәр генә юрап, тәҙрә сиртә Яңы йыл... Мауыҡтырғыс “Тормош китабы”ның тағы бер аҡ битен асабыҙ. Унда бер ни ҙә юҡ әле. Был өр-яңы биткә һәр кем үҙ яҙмышының бер өлөшөн яҙасаҡ. Кемдәрҙеңдер ташып торған шатлыҡ хистәре түгелер, берәүҙәрҙең мөхәббәт тулы йөрәк һүҙҙәре теҙелер, икенселәр иреш­кән уңыш-ҡаҙаныштары менән ҡыуандырыр... Эйе, донъя бит, семтем генә ҡайғы-хәсрәт өнө лә ишетелеп ҡалыр, саҡ ҡына һағыш һәм үкенес ауаздары ла тамыр. Ләкин, нисек кенә булмаһын, кешеләрҙең изге өмөт-хыялдары сағылыр унда.
Шулай ҙа “Тормош китабы”ның иҫке битен ябыр алдынан уға тағы бер күҙ йүгертеп сығайыҡ әле.
Хушлашасаҡ йылыбыҙ Әҙәбиәт йылы булараҡ хәтерҙә һаҡланыр. “Башҡортостан” гәзите менән Яҙыусылар союзы ойошторған “Әҙәби нағыш” марафоны республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәрен айҡап сыҡты. Кешеләр йөрәгендә дөрләгән рухи усаҡ йылыһын тойҙоҡ, уҡыусыларҙың ижады менән танышып, киләсә­гебеҙгә өмөт сатҡылары баҙланы. Шөкөр, донъя ығы-зығыһына зарланып, төшөнкөлөк һаҙлығына батып ятмай халҡыбыҙ. Улар араһында әҙәби ижад менән шөғөлләнеүсе­ләрҙең күплеге һоҡландыра. Тимәк, тәбиғәт йәнле ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны ҡайнай әле беҙҙең йөрәктәрҙә!
Быйыл Башҡортостаныбыҙҙа ШОС һәм БРИКС илдәренең саммиты үтеүе киләсәккә иҡтисади һәм мәҙәни күпер һалыу булды. Төрлө илдән килгән абруйлы ҡунаҡтар халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығына һоҡланды, гүзәл тәбиғәтенә хозурланды, эшлекле килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы...
Ғөмүмән, республикабыҙҙың сәйәси, иҡти­сади, мәҙәни һәм әҙәби тормошо менән һеҙ йыл әйләнәһенә гәзитебеҙ аша танышып бар­ҙығыҙ. Баҫмабыҙ киләсәктә лә Башҡортоста­ныбыҙҙың көҙгөһө булып ҡалыр, һеҙҙең менән дуҫлығыбыҙ өҙөлмәҫ. Бөйөк Мостай Кәрим әйткәнсә, дуҫлыҡ һәм йыр бүлешкәндән арта ғына.
Шулай итеп, “Тормош китабы”ның ап-аҡ битенә тәүге юлдарҙы яҙып ҡуяйыҡ: Яңы йылда шатлыҡ-ҡыуаныстар мул булһын, Ҡыш бабай тылсымлы таяғы менән бәхет утын ҡабыҙһын. Алдығыҙға ҡуйған бар маҡсат­тарығыҙ, иң яҡты хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек, оло шатлыҡтар кисереп йәшәгеҙ. Һәр көнөгөҙҙән көс-дәрт алып, ҡыуаныс-мөхәббәткә сорналып ғүмер итегеҙ!
Яңы йыл менән, дуҫтар!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә