Мауыҡтырғыс “Тормош китабы”ның тағы бер аҡ битен асабыҙ. Унда бер ни ҙә юҡ әле. Был өр-яңы биткә һәр кем үҙ яҙмышының бер өлөшөн яҙасаҡ. Кемдәрҙеңдер ташып торған шатлыҡ хистәре түгелер, берәүҙәрҙең мөхәббәт тулы йөрәк һүҙҙәре теҙелер, икенселәр ирешкән уңыш-ҡаҙаныштары менән ҡыуандырыр... Эйе, донъя бит, семтем генә ҡайғы-хәсрәт өнө лә ишетелеп ҡалыр, саҡ ҡына һағыш һәм үкенес ауаздары ла тамыр. Ләкин, нисек кенә булмаһын, кешеләрҙең изге өмөт-хыялдары сағылыр унда.
Шулай ҙа “Тормош китабы”ның иҫке битен ябыр алдынан уға тағы бер күҙ йүгертеп сығайыҡ әле.
Хушлашасаҡ йылыбыҙ Әҙәбиәт йылы булараҡ хәтерҙә һаҡланыр. “Башҡортостан” гәзите менән Яҙыусылар союзы ойошторған “Әҙәби нағыш” марафоны республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәрен айҡап сыҡты. Кешеләр йөрәгендә дөрләгән рухи усаҡ йылыһын тойҙоҡ, уҡыусыларҙың ижады менән танышып, киләсәгебеҙгә өмөт сатҡылары баҙланы. Шөкөр, донъя ығы-зығыһына зарланып, төшөнкөлөк һаҙлығына батып ятмай халҡыбыҙ. Улар араһында әҙәби ижад менән шөғөлләнеүселәрҙең күплеге һоҡландыра. Тимәк, тәбиғәт йәнле ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны ҡайнай әле беҙҙең йөрәктәрҙә!
Быйыл Башҡортостаныбыҙҙа ШОС һәм БРИКС илдәренең саммиты үтеүе киләсәккә иҡтисади һәм мәҙәни күпер һалыу булды. Төрлө илдән килгән абруйлы ҡунаҡтар халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығына һоҡланды, гүзәл тәбиғәтенә хозурланды, эшлекле килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы...
Ғөмүмән, республикабыҙҙың сәйәси, иҡтисади, мәҙәни һәм әҙәби тормошо менән һеҙ йыл әйләнәһенә гәзитебеҙ аша танышып барҙығыҙ. Баҫмабыҙ киләсәктә лә Башҡортостаныбыҙҙың көҙгөһө булып ҡалыр, һеҙҙең менән дуҫлығыбыҙ өҙөлмәҫ. Бөйөк Мостай Кәрим әйткәнсә, дуҫлыҡ һәм йыр бүлешкәндән арта ғына.
Шулай итеп, “Тормош китабы”ның ап-аҡ битенә тәүге юлдарҙы яҙып ҡуяйыҡ: Яңы йылда шатлыҡ-ҡыуаныстар мул булһын, Ҡыш бабай тылсымлы таяғы менән бәхет утын ҡабыҙһын. Алдығыҙға ҡуйған бар маҡсаттарығыҙ, иң яҡты хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек, оло шатлыҡтар кисереп йәшәгеҙ. Һәр көнөгөҙҙән көс-дәрт алып, ҡыуаныс-мөхәббәткә сорналып ғүмер итегеҙ!
Яңы йыл менән, дуҫтар!