Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғаилә ҡорор булһаң, 14 йәш тулғанды көт
Кисә республика парламенты тикшергән проекттар араһында иң ҙур йәнлелек тыуҙырғаны 16 йәштән кесерәк булғандарға ғаилә ҡороу шарттарын аныҡлау булғандыр, моғайын. Ошо проектты тәҡдим итеүсе — Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы Руслан Исмәғилов — депутаттарға уның асылын ҡат-ҡат аңлатырға мәжбүр булды.

Ахырҙа бер депутат, микрофонды үҙ ҡулына алып, шулай тине:
– Хөрмәтле хеҙмәттәштәр, прокуратура 14 йәшлек үҫмерҙәрҙе мотлаҡ никахҡа инергә саҡырмай. Ләкин был “эштә” тәртип булдырырға, кемгә ниндәй талап ҡуйырға икәнлеген хәл итергә кәрәк бит! Аныҡ тәҡдимдәрегеҙ булһа, әйҙәгеҙ, прокуратураға был проектты камиллаштырырға ярҙам итәйек.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйылғы һуңғы ултырышы тағы ла 60-ҡа яҡын мәсьәләне ҡараны. Баш­ҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү, мәҫәлән, ауыл хужалығы малдарын көтөү һәм ҡыуып барыу тәртибен боҙған өсөн штрафты арттыра, сөнки юлдарҙа йорт хайуандары йөрөүе арҡаһында булған юл-транспорт ваҡиғалары артты. Урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы ҡануниәткә үҙгәреш индереү ер участкалары алыу шарттарын еңеләйтеүҙе, шуның аша инвесторҙарға тиң мөм­кинлек биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Тағы ла бер закон проекты Әлшәй районында Баландин исемле яңы ауылды рәсми теркәргә рөхсәт итә.
Ултырыш аҙағында депутаттар 2016 йылдың яҙғы сессияһына парламент эшмәкәрлегенең дөйөм программаһын да ҡабул итте.

Константин Толкачев, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:
– Иртә никахҡа инеүҙе көйләүсе ҡануниәтте беҙ башлап ебәрмәнек, ошоға саҡлы ундай закондар Мәскәү өлкәһендә, Татарстанда һәм башҡа ҡайһы бер субъекттарҙа ла ҡабул ителде. Эш шунда: Ғаилә кодексы 16 йәшкә тиклемге никахтарҙы тыймай. Ләкин ҡануниәт иң түбәнге йәште лә, бындай никахтарҙың үҙенсәлеген дә аныҡламай. Йылына республикала ошондай 10-12 ғаилә теркәлә. Белгестәр уның төп сәбәбен “ғәмәлдә барлыҡҡа килгән мөнәсәбәт” тип атай. Закон проекты никахҡа инеүҙең иң түбәнге сиген 14 йәш тип билдәләй һәм уға бала тыуған осраҡта ғына рөхсәт бирә. Ундай никахтарҙы теркәү тураһындағы ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты ҡабул итә, опека һәм попечителлек органдары ла әүҙем ҡатнашырға тейеш. Ғәмәлдә беҙ тәҡдим иткән үҙгәрештәр үҫмерҙәргә никахҡа инеү шарттарын ҡатыраҡ итә. Был осраҡта, әлбиттә, бәлиғ булмағандарҙы аҙҙырған өсөн хөкөм яуаплылығын берәү ҙә юҡҡа сығарырға йыйынмай.



Автор: Р. КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә