Ғаилә ҡорор булһаң, 14 йәш тулғанды көт25.12.2015
Кисә республика парламенты тикшергән проекттар араһында иң ҙур йәнлелек тыуҙырғаны 16 йәштән кесерәк булғандарға ғаилә ҡороу шарттарын аныҡлау булғандыр, моғайын. Ошо проектты тәҡдим итеүсе — Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы Руслан Исмәғилов — депутаттарға уның асылын ҡат-ҡат аңлатырға мәжбүр булды.
Ахырҙа бер депутат, микрофонды үҙ ҡулына алып, шулай тине:
– Хөрмәтле хеҙмәттәштәр, прокуратура 14 йәшлек үҫмерҙәрҙе мотлаҡ никахҡа инергә саҡырмай. Ләкин был “эштә” тәртип булдырырға, кемгә ниндәй талап ҡуйырға икәнлеген хәл итергә кәрәк бит! Аныҡ тәҡдимдәрегеҙ булһа, әйҙәгеҙ, прокуратураға был проектты камиллаштырырға ярҙам итәйек.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйылғы һуңғы ултырышы тағы ла 60-ҡа яҡын мәсьәләне ҡараны. Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү, мәҫәлән, ауыл хужалығы малдарын көтөү һәм ҡыуып барыу тәртибен боҙған өсөн штрафты арттыра, сөнки юлдарҙа йорт хайуандары йөрөүе арҡаһында булған юл-транспорт ваҡиғалары артты. Урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы ҡануниәткә үҙгәреш индереү ер участкалары алыу шарттарын еңеләйтеүҙе, шуның аша инвесторҙарға тиң мөмкинлек биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Тағы ла бер закон проекты Әлшәй районында Баландин исемле яңы ауылды рәсми теркәргә рөхсәт итә.
Ултырыш аҙағында депутаттар 2016 йылдың яҙғы сессияһына парламент эшмәкәрлегенең дөйөм программаһын да ҡабул итте.
Константин Толкачев, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:
– Иртә никахҡа инеүҙе көйләүсе ҡануниәтте беҙ башлап ебәрмәнек, ошоға саҡлы ундай закондар Мәскәү өлкәһендә, Татарстанда һәм башҡа ҡайһы бер субъекттарҙа ла ҡабул ителде. Эш шунда: Ғаилә кодексы 16 йәшкә тиклемге никахтарҙы тыймай. Ләкин ҡануниәт иң түбәнге йәште лә, бындай никахтарҙың үҙенсәлеген дә аныҡламай. Йылына республикала ошондай 10-12 ғаилә теркәлә. Белгестәр уның төп сәбәбен “ғәмәлдә барлыҡҡа килгән мөнәсәбәт” тип атай. Закон проекты никахҡа инеүҙең иң түбәнге сиген 14 йәш тип билдәләй һәм уға бала тыуған осраҡта ғына рөхсәт бирә. Ундай никахтарҙы теркәү тураһындағы ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты ҡабул итә, опека һәм попечителлек органдары ла әүҙем ҡатнашырға тейеш. Ғәмәлдә беҙ тәҡдим иткән үҙгәрештәр үҫмерҙәргә никахҡа инеү шарттарын ҡатыраҡ итә. Был осраҡта, әлбиттә, бәлиғ булмағандарҙы аҙҙырған өсөн хөкөм яуаплылығын берәү ҙә юҡҡа сығарырға йыйынмай.