Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мөғжизәгә килә ышанғы
Әҙәм күңеле ҡанундарға, ҡағиҙәләргә генә буйһоноп йәшәмәй. Ҡайһы берҙә кеше ҡалыпҡа һыймаҫтай күренгән аҙым да яһай. Бәлки, шунһыҙ тормош бер төрлө, төҫһөҙ булыр ине…

“Беренсе канал”дан “Голос” (“Тауыш”) тапшырыуын ҡараған һайын ошоға инана барам. Сентябрҙән бирле йома һайын күрһәтелә ул. Һайлап алыу турында бер-береһенә оҡшаш сығыштар араһында берәүһе иғти­барҙы йәлеп итте. Ярышҡа 29 йәшлек иеромонах Фотий ата килгәйне. Рухани, конкурста “Евгений Онегин” операһынан Ленский арияһын баш­ҡарып, артабанғы турға саҡырыу алды. Тәүҙә, ғәжәпләнеп, йырлауын битараф күҙәтһәм дә, һуңынан һәр тапшырыу һайын уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһынғандан-ҡыҙыҡ­һын­дым. Өҫтәүенә ул турҙан-турға еңел үтеп, финалға тиклем барып етте.
Фотий Мочалов Горький (хәҙер – Түбәнге Новгород) ҡалаһында тыуа. Музыка мәктәбендә уҡый. Бер мәл Германияла ла йәшәп ала. Әммә дин юлына баҫып, Калуга өлкәһенең Боровск ҡалаһындағы монастырға күсеп килә.
Тамашасыны шул аптырата: нисек инде дини кеше сәхнәгә сығып йырлап тора ала! Фотий ата – рухани, әммә тәү сиратта – ижади шәхес. Ул монас­тырь хоры менән етәкселек итә, йәкшәмбе мәктәбендәге театр түңәрәген рухи яҡтан ҡурсалай, балалар журналын нәшерләй, кино төшөрә. Ҡара эштән дә ҡурҡмай: бер мәл монастырҙың ҡошсолоҡ фермаһы мөдире була, йәшелсә-емеш тә үҫтерә. Хатта армияға ла барырға хәл итә, әммә күҙенең насар күреүе арҡаһында уны алмайҙар.
Фотий хорҙа ла, яңғыҙ ҙа йырлай. Бергәләп хәрби частарҙа, балалар йорттарында сығыш яһайҙар. Ул инглизсә, немецса белә, шул телдәрҙә генә түгел, тағы итальянса, японса, сербса, грузинса ла йырлай. Конкурс­та ҡатнашырға Калуга митрополиты Клименттың ризалығын ала.
Тимәк, руханилыҡ сиркәү кәртәһе менән генә сикләнмәй. Фотий миҫалын ошолай аңлатырға ла булалыр: мәҫәлән, беҙҙең берәй йырсыбыҙ намаҙға баҫты, барлыҡ дини ҡағиҙәләрҙе үтәй, ти. Унан ғына сәхнәгә сығып йырлап тороуын тәнҡитләмәйбеҙ, мәсеткә генә йөрөүен талап итмәйбеҙ бит инде. Шуға күрә руханиҙың был конкурста ҡатнашыуы аптыратырға тейеш түгел.
Ә күпселек барыбер Фотий ата яҡлы. Йырҙарының, башҡарыу рәүешенең бер төрлөрәк булыуына ҡарамаҫтан, йома һайын тамашасы һөйөүен уға бүләк итә – тауыш биреүселәрҙең уртаса 80 проценты уның өсөн янып-көйә. Һөҙөмтәлә шул асыҡланды: кеше башҡарыу оҫталы­ғын, тауыштың моңлолоғон, көслө­лөгөн генә баһаламай, ә ошо бәйге аша тормошта ниндәйҙер үҙгәреш, изгелек, мөғжизә көтөп тә йәшәй. Хатта ки шул рәүешле эсендә йыйылған күп кенә күренештәргә ҡаршы уй-фекерен дә урғылталыр.
Үҙем шәхсән тауышымды Фотий атаға бирмәйәсәкмен. Мин икенсе бер конкурсант – Михаил Озеровтың оҫталығына ғашиҡмын. Уның сағыу тауышы күңелемдең төпкөл мөйөш­тәренә үтеп инеп, иң нескә ҡылдарына тейә. Әммә дүрт финалсы араһынан ошо йомала рухани еңһә лә, кәйефем төшмәйәсәк, сөнки бөтә ил халҡының яҡты өмөтө еңде тигән һүҙ буласаҡ был.
...Иң көтөп алған гүзәл байрам­дарҙың береһе – Яңы йыл етеп килә. Күҙҙәр ҙә, күңел дә тик матурлыҡ эҙләй, мөғжизә көтә. Ошо бер мәлгә булһа ла етешһеҙ донъя, һуғыш-ыҙғыштар юҡҡа сығып, туҡтап торһон ине. Көндәлек хәбәрҙәрҙең дә ыңғайын, яҡшыһын ишетке килә.
Уҙған шәмбе шулай башҡорт боксеры Денис Шафиҡовтың Куба вә­киленән отолоуына кәйеф ҡырылды. Ә бит еңел ауырлыҡ үлсәмендә донъя чемпионы исеменә алыш ине ул. Артабан ғаилә менән биатлон буйынса Донъя кубогына ярышты ҡарарға ултырҙыҡ. Эҙәр­лекләү уҙышында, әлбиттә, Рәсәй егет­­тәре өсөн янып-көйәбеҙ. Һуңғы арауыҡта өмөттәр һүнде тигәндә, беҙҙең лидер өсөнсө урынды яулауға өл­гәште. Ҡыуандыҡ, әммә Шафиҡ­овтың еңелеүе күңелде һаман өйкәп торҙо. Бына аҙаҡта һөйрәлгән спортсылар ҙа финишҡа яҡынлаша. 57-се биатлонсы килә. Хәлдән тайып, арып ҡолармы тиһәк, стадионда яңғыраған бейеү көйөнә бейей башламаһынмы! Финиш һыҙы­ғын үтеп, саңғыһын сискәс тә эйелеп-бөгөлөп алды әле ул. Күмәкләп геү килеп көлөп ебәрҙек! Көн яҡтырып киткәндәй булды. Аҙаҡ Интернеттан видеояҙмаһын эҙләп табып, ҡабат-ҡабат ҡараныҡ. Канаданан Макс Дэвис икән. Еңеүселәр тура­һындағылары менән сағыш­тырғанда, был яҙманы байтаҡҡа күберәк кеше ҡараған. Бына бит, беҙ­ҙең күңелде лә күтәрҙе, үҙенең исемен дә көйәр­мәндәр хәтеренә һең­дер­ҙе!
Шундай бәләкәй ҡыуаныстарҙан то­ра тормош. Байрам алдынан улар һеҙ­ҙең дә тормошоғоҙҙа күберәк бул­һын­. Бәхет өсөн күп кәрәкмәй бит.




Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә