Мөғжизәгә килә ышанғы23.12.2015
Әҙәм күңеле ҡанундарға, ҡағиҙәләргә генә буйһоноп йәшәмәй. Ҡайһы берҙә кеше ҡалыпҡа һыймаҫтай күренгән аҙым да яһай. Бәлки, шунһыҙ тормош бер төрлө, төҫһөҙ булыр ине…
“Беренсе канал”дан “Голос” (“Тауыш”) тапшырыуын ҡараған һайын ошоға инана барам. Сентябрҙән бирле йома һайын күрһәтелә ул. Һайлап алыу турында бер-береһенә оҡшаш сығыштар араһында берәүһе иғтибарҙы йәлеп итте. Ярышҡа 29 йәшлек иеромонах Фотий ата килгәйне. Рухани, конкурста “Евгений Онегин” операһынан Ленский арияһын башҡарып, артабанғы турға саҡырыу алды. Тәүҙә, ғәжәпләнеп, йырлауын битараф күҙәтһәм дә, һуңынан һәр тапшырыу һайын уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһынғандан-ҡыҙыҡһындым. Өҫтәүенә ул турҙан-турға еңел үтеп, финалға тиклем барып етте.
Фотий Мочалов Горький (хәҙер – Түбәнге Новгород) ҡалаһында тыуа. Музыка мәктәбендә уҡый. Бер мәл Германияла ла йәшәп ала. Әммә дин юлына баҫып, Калуга өлкәһенең Боровск ҡалаһындағы монастырға күсеп килә.
Тамашасыны шул аптырата: нисек инде дини кеше сәхнәгә сығып йырлап тора ала! Фотий ата – рухани, әммә тәү сиратта – ижади шәхес. Ул монастырь хоры менән етәкселек итә, йәкшәмбе мәктәбендәге театр түңәрәген рухи яҡтан ҡурсалай, балалар журналын нәшерләй, кино төшөрә. Ҡара эштән дә ҡурҡмай: бер мәл монастырҙың ҡошсолоҡ фермаһы мөдире була, йәшелсә-емеш тә үҫтерә. Хатта армияға ла барырға хәл итә, әммә күҙенең насар күреүе арҡаһында уны алмайҙар.
Фотий хорҙа ла, яңғыҙ ҙа йырлай. Бергәләп хәрби частарҙа, балалар йорттарында сығыш яһайҙар. Ул инглизсә, немецса белә, шул телдәрҙә генә түгел, тағы итальянса, японса, сербса, грузинса ла йырлай. Конкурста ҡатнашырға Калуга митрополиты Клименттың ризалығын ала.
Тимәк, руханилыҡ сиркәү кәртәһе менән генә сикләнмәй. Фотий миҫалын ошолай аңлатырға ла булалыр: мәҫәлән, беҙҙең берәй йырсыбыҙ намаҙға баҫты, барлыҡ дини ҡағиҙәләрҙе үтәй, ти. Унан ғына сәхнәгә сығып йырлап тороуын тәнҡитләмәйбеҙ, мәсеткә генә йөрөүен талап итмәйбеҙ бит инде. Шуға күрә руханиҙың был конкурста ҡатнашыуы аптыратырға тейеш түгел.
Ә күпселек барыбер Фотий ата яҡлы. Йырҙарының, башҡарыу рәүешенең бер төрлөрәк булыуына ҡарамаҫтан, йома һайын тамашасы һөйөүен уға бүләк итә – тауыш биреүселәрҙең уртаса 80 проценты уның өсөн янып-көйә. Һөҙөмтәлә шул асыҡланды: кеше башҡарыу оҫталығын, тауыштың моңлолоғон, көслөлөгөн генә баһаламай, ә ошо бәйге аша тормошта ниндәйҙер үҙгәреш, изгелек, мөғжизә көтөп тә йәшәй. Хатта ки шул рәүешле эсендә йыйылған күп кенә күренештәргә ҡаршы уй-фекерен дә урғылталыр.
Үҙем шәхсән тауышымды Фотий атаға бирмәйәсәкмен. Мин икенсе бер конкурсант – Михаил Озеровтың оҫталығына ғашиҡмын. Уның сағыу тауышы күңелемдең төпкөл мөйөштәренә үтеп инеп, иң нескә ҡылдарына тейә. Әммә дүрт финалсы араһынан ошо йомала рухани еңһә лә, кәйефем төшмәйәсәк, сөнки бөтә ил халҡының яҡты өмөтө еңде тигән һүҙ буласаҡ был.
...Иң көтөп алған гүзәл байрамдарҙың береһе – Яңы йыл етеп килә. Күҙҙәр ҙә, күңел дә тик матурлыҡ эҙләй, мөғжизә көтә. Ошо бер мәлгә булһа ла етешһеҙ донъя, һуғыш-ыҙғыштар юҡҡа сығып, туҡтап торһон ине. Көндәлек хәбәрҙәрҙең дә ыңғайын, яҡшыһын ишетке килә.
Уҙған шәмбе шулай башҡорт боксеры Денис Шафиҡовтың Куба вәкиленән отолоуына кәйеф ҡырылды. Ә бит еңел ауырлыҡ үлсәмендә донъя чемпионы исеменә алыш ине ул. Артабан ғаилә менән биатлон буйынса Донъя кубогына ярышты ҡарарға ултырҙыҡ. Эҙәрлекләү уҙышында, әлбиттә, Рәсәй егеттәре өсөн янып-көйәбеҙ. Һуңғы арауыҡта өмөттәр һүнде тигәндә, беҙҙең лидер өсөнсө урынды яулауға өлгәште. Ҡыуандыҡ, әммә Шафиҡовтың еңелеүе күңелде һаман өйкәп торҙо. Бына аҙаҡта һөйрәлгән спортсылар ҙа финишҡа яҡынлаша. 57-се биатлонсы килә. Хәлдән тайып, арып ҡолармы тиһәк, стадионда яңғыраған бейеү көйөнә бейей башламаһынмы! Финиш һыҙығын үтеп, саңғыһын сискәс тә эйелеп-бөгөлөп алды әле ул. Күмәкләп геү килеп көлөп ебәрҙек! Көн яҡтырып киткәндәй булды. Аҙаҡ Интернеттан видеояҙмаһын эҙләп табып, ҡабат-ҡабат ҡараныҡ. Канаданан Макс Дэвис икән. Еңеүселәр тураһындағылары менән сағыштырғанда, был яҙманы байтаҡҡа күберәк кеше ҡараған. Бына бит, беҙҙең күңелде лә күтәрҙе, үҙенең исемен дә көйәрмәндәр хәтеренә һеңдерҙе!
Шундай бәләкәй ҡыуаныстарҙан тора тормош. Байрам алдынан улар һеҙҙең дә тормошоғоҙҙа күберәк булһын. Бәхет өсөн күп кәрәкмәй бит.