Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әҙәбиәт – әҙәп донъяһы
Әҙәбиәт – әҙәп донъяһы Рәсәйҙә һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән “Әҙәбиәт йылы”нан Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты һәм уның кафедралары ла ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһы профессор, Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты Т.Н. Дорожкина етәкселегендә ноябрь айында донъя һәм рус әҙәбиәтен өйрәнеү проблемаларына арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарҙы.

Башҡортостан яҙыусылары әҙәбиәт һөйөүселәр, китап уҡыусылар менән йәнә бер заманса аралашыу ойошторҙо. Күптән түгел Мәғарифты үҫтереү институтының электрон белем биреү үҙәгендә арауыҡлы ике яҡлы һөйләшеү алып барылды. Яҙыусылар Наил Ғәйетбаев, Әмир Әми­нев, шағирҙар Салауат Әбүзәр, Лариса Абдуллина, Светлана Чураева, Мөнир Вафин һәм Руслан Сөләймәновтар веби­нарҙарҙа ҡатнашты. Мәғариф идара­лыҡтары, белем биреү ойошмалары Интернет аша Мәғарифты үҫтереү инс­титуты менән махсус программа ярҙамында бәйләнешкә сыҡты. Был заманса технология район һәм ҡалаларға машиналарҙа йөрөмәйенсә, ваҡыт сарыф итмәйенсә, меңәрләгән кеше менән бәйләнешкә инергә мөмкинлек бирҙе.
– Бындай бәйләнеш төрөн бик оҡшат­тыҡ. Ысынлап та, Өфөлә ултырып ҡына, мәҫәлән, алыҫтағы мәктәп уҡыусылары, педагогтар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә алаһың. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙең һорау­ҙарына теләп яуап бирҙек, иркенләп шағирҙар әҫәрҙәрен уҡыны, – тип уҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты Наил Ғәйетбаев.
Әҙәбиәт – әҙәп донъяһыТимәк, киләсәктә лә беҙ, әйтәйек, оло быуын әҙиптәребеҙҙе арытып, йонсотоп йөрөтмәйенсә, конференц-залда ултыртып ҡына үҙ уҡыусылары менән аралаштыра аласаҡбыҙ. Бындай сара телестудиянан шуныһы менән айырыла: алдан уҡ нисә кеше ҡатнашыуын беләбеҙ, ике яҡ та бер-береһен экран аша күреп тора, үҙенсә йәнле аралашыу барлыҡҡа килә. Кем әйтмешләй, заман башҡа – заң башҡа.
Әҙәбиәт йылы тамамланыуға барған көндәрҙә Мәғарифты үҫтереү институ­тының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы хеҙмәткәрҙәре профессор Зәкиә Ғәбитова етәкселегендә “Әҙәбиәт – әҙәп донъяһы” тип аталған республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарҙы. Уның эшендә БР мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева, милли мәғариф, дәреслектәр һәм төбәк-ара бәйләнеш бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова, туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары ҡатнашты. Мөһим сарала филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев художестволы һүҙҙең көсө, заман һәм әҙәбиәт тураһында сығыш яһаны. Ә БДУ профессоры, арҙаҡлы ғалим һәм яҙыусы Мирас Иҙелбаев, бөгөнгө шарт­тарҙа әҙәбиәт дәрестәренең уҡыусыларҙы рухи яҡтан тәрбиәләүҙәге ролен юғары баһалап, уларҙың кимәлен күтәреү буйынса мөһим кәңәштәр бирҙе. Доцент Нурислам Ҡалмантаев Силәбе, Һамар, Ырымбур өлкәләре мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙағы кисектергеһеҙ мәсьәләләргә туҡталды. Башҡорт­остан­дың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ишем­байҙың З. Вәлиди исемендәге гимназия-интернат директоры урынбаҫары Рифат Әйүпов башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа электрон белем биреү техноло­гияларының ҡайһы бер алымдары тура­һында һөйләне. Бөгөн был гимназия-интернат республикабыҙ мәктәптәре ара­һында электрон белем биреү сараларын киң ҡулланыу өлгөһөн күрһәтә.
Институттың башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы тарафынан ойошторолған “Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашы­рыу шарттарында туған әҙәбиәт уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре” тип аталып, Әҙәбиәт йылына арналған фәнни-ғәмәли конференция ла файҙалы булды. Мәҫәлән, сараның бер өлөшө секциялар ултырышына бүленде. Икенсе секция “Мәктәп уҡыусыларына рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙә художестволы әҙәбиәттең роле” тип аталды. Унда Туймазы ҡалаһын­дағы 6-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлмирә Бикбулатова уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен һәм ижади һәләттәрен үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Туймазы ҡалаһының был мәктәбендә беҙгә бер нисә тапҡыр булырға, коллективтың эше менән яҡындан танышырға тура килде. Бында барлыҡ милләт балалары ла башҡорт телен теләп өйрәнә, уҡыусылар ҡурай, ҡумыҙ, бейеү түңәрәктәренә йөрөй. Әҙәбиәт кабинеты бик күптәргә өлгө булырҙай. Әйткәндәй, сара барышында был мәктәп милли-төбәк компонентын тормошҡа ашырыу буйынса ҙур күргәҙмә асты. Конференцияла ҡатнашыусылар уны ҡыҙыҡһынып ҡараны.
– Фәнни форумдар үткәреүгә һәр саҡ етди ҡарайбыҙ, – ти кафедра мөдире, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙ­мәткәре Зәкиә Ғәбитова. – Институтҡа килгән һәр бер уҡытыусы ниндәй ҙә булһа яңылыҡ күреп, алдынғы ысулдар үҙләш­тереп ҡайтырға тейеш. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашы­рыу шарттарында уҡытыусылары­быҙҙың яңылыҡҡа ынтылыуы – баһалап бөткөһөҙ эш ул.
Был иһә көндәлек хеҙмәт, конкрет методик эштәр талап итә. Мәҫәлән, Әҙәбиәт йылы уңайы менән быйылғы уҡыу йылында башҡорт һәм башҡа туған телдәр, әҙәбиәттәр кафедраһы уҡытыусылар араһында иң яҡшы дәрес өлгөләренә конкурс иғлан итте. Ул “Әҙәбиәт – әҙәп донъя­һы” тип аталды. Конкурсҡа республикабыҙ мәктәптәрендә эшләгән етмештән ашыу уҡытыусының дәрес өлгөләре килде. Беренсе урынды Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбе уҡытыусыһы Әминә Ҡыҙрасова яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Благовар районы Иҫке Күсәрбай мәктә­бенең башҡорт теле уҡытыусыһы Гөл­фи­рә Әхмәтшина менән Дүртөйлө районы­нан Гөлфиә Кәримовалар уртаҡлашты.
Республикабыҙҙың төрлө райондарынан ебәрелгән башҡорт һәм рус телле мәктәптәрҙә эшләгән туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының эштәре был өлкәлә методик хазина булып тора тиһәк, хата булмаҫ, сөнки ошо исемдәге китап донъя күрҙе. Уның барлыҡ туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына, юғары уҡыу йорто студенттарына файҙалы әсбап буласағына шик тыумай. Беҙҙеңсә, Әҙәбиәт йылы уҡыу йорттарында туған әҙәбиәтте уҡытыуға һәр яҡлап ыңғай йоғонто яһаны.

Фәнзил САНЪЯРОВ,
Башҡортостандың
атҡаҙанған уҡытыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә