Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ менән бергә хаҡ юлдан
Халыҡ менән бергә хаҡ юлдан Тыуған төйәгем Ҡыҙыл Мәсеткә, йәғни Күгәрсен райо­нына – 85 йыл. Уның тарихына әйләнеп баҡһаҡ, әллә күпме ваҡиға күҙ алдына килеп баҫа. Ил күргәндең барыһын да кисерҙе изге төйәгем. Ләкин, һис ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, яҡташтарым алға ынтылды, халыҡ аҡылын туп­лап, юлындағы ҡаршылыҡтарҙы еңә барҙы. Хеҙмәт кешеһенә ихтирам күрһәтеү, кәңәшләшеп йәшәү арҡаһында районым республикала алдынғылар рәтенә сыҡты.

Уның 85 йыллығы уңайынан ике томлыҡ энциклопедия нәшер ителде. Ул күренекле шағирҙар Александр Филиппов һәм Рәмил Йән­бәктең тыуған төйәгебеҙгә сикһеҙ һөйөү тойғоһо менән һуғарылған шиғырҙарынан башланып китә.
Байрам тантанаһына район етәкселеге төрлө ерҙә ғүмер иткән яҡташтарыбыҙҙы йыйҙы. Һәммәбеҙ­ҙең ҡаҙаныштары менән танышыу бер-беребеҙгә ҡарата ғорурланыу тойғоһон икеләтә арттырҙы. Һәр эштә иң ҙур терәк-таяныс – ул кеше. Шуға ла халыҡтың тормошон яҡ­шыртыуға күп хеҙмәт һалына бында. Һөҙөмтәлә яҡташтарым тыуған яғына ҙур рәхмәтле, унда һәр саҡ һағынып, ашҡынып ҡайта.
Әлеге ҙур байрамда ла шулай булды. Тыуған төйәгебеҙҙә ҡалып, изге тамырҙарыбыҙҙы һаҡлаған ҡәрҙәш­тәребеҙ беҙҙе йылы, ихлас ҡаршы алды. Ра-йон мәҙәниәт һа­райы халыҡ ме­нән шығырым тулы. Унда урындағы һәр мәктәп, ойошма-предприятие үҙ күргәҙмәһен ойошторғайны. Тантанала ха­кимиәт башлығы Фәрит Мусин, халыҡты байрам танта­наһы менән ҡотлап, райондың тарихына байҡау яһаны, бөгөн­гөһөн бәйән итте. Яҡташ­та­рыбыҙҙың сығышы йәнтө­йә­гебеҙгә ҡарата йылы хис-тойғо менән һуғарылды. Һәр кем, бә­ләкәй Ватанына сикһеҙ хөр­мәтен белдереп, бында алған тәрбиәгә тоғролоҡ һаҡлауын, рухлы, эшһөйәр яҡташ­тары менән сикһеҙ ғорурланыуын билдәләне.
Эйе, заман ауырлыҡтарына би­решмәй яҡташтарыбыҙ. Ра-йон етәк­селегенең хеҙмәт кешеләре менән һәр мәсьәләне фекер алышып, кәңәшләшеп хәл итеүе арҡаһында тормош алға бара.
“Донъяла иң оло,
иң хөрмәтле
Һәм мәңге йәш һөнәр –
игенсе.
Тыуған ерҙе туйлы, түлле
иткән
Бөйөк кеше – иген игеүсе”,
– тип яҙғайны үҙ заманында Зәйнәб апай Биишева. Ысынлап та, беҙҙең район тәү сиратта игенселәр иле ул. Еребеҙҙең тәбиғәт шарттары – дала менән урмандың аралашыуы – малсылыҡты, игенселекте, умартасылыҡты киң йәйелдереү өсөн уңайлы. Өҫтәүенә етәкселек тә үҙ эше менән шөғөлләнергә теләгән­дәргә ярҙам итергә әҙер тора. Урмандан файҙаланып, бура бурауға, ағастан тормош кәрәк-яраҡтары етештереүгә лә ихлас тотондо халыҡ.
Районда фермерлыҡ та ныҡлы тамыр йәйә. Һөҙөмтәлә эшһеҙ ҡалырға мәжбүр булған­дарға хеҙмәт урындары асыла. Ғөмүмән, халҡы­быҙ заманса йәшәүгә өйрәнеп бара, тырыша, кемдәндер ниҙер көтөп ултырмай. Хакимиәт башлығы Фә­рит Мусин да гелән халыҡ ара­һында, һәр кемдең аһ-зарын белә, ихтыяжын яҡшы аңлай һәм ярҙам итергә әҙер. Үҙе лә ошо төйәктә тыуған, буй еткергән, изге еренең яҙ­мышы өсөн янып-көйгән кеше булғас, эше ырамлы уның.
Алға киткән хужалыҡтар араһы­нан республикала ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә киң танылыу яулаған “Тәүәкән”де генә телгә алыу ҙа етә. Уның киң ҡолас алып үҫеүе – төбә­ге­беҙ өсөн ҙур терәк-таяныс. Әлеге байрамдан Өфөгә Тәүә­кән аша ҡайтырға булдыҡ: бө­гөнгө ауылдың заман талаптарына ярашлы үҫешен күреү ине ниәт. Юлыбыҙ Эткөсөк (Яңа­уыл) ауылы аша үтә. Уның үҙәк урамында ике ҡатлы ҡуп­шы йорт күҙгә салынды. Өйҙө өс балалы Гөлфиә менән Фи­лүс Аҫылбаевтар йәш ғаилә­ләр­гә ярҙам программаһына ярашлы төҙөгән икән. Йорт хужаһы – “Тәүәкән” хужалы­ғын­­да механизатор, ә ҡатыны Яңауыл мәктәбендә уҡыта. 2020 йылға тиклем Рәсәйҙә ауыл биләмәләрен ныҡлы үҫ­тереү маҡса­тында ҡабул ител­гән дәүләт прог­раммаһы урын­дағы етәкселектең хәстәрлеге менән уңышлы тормош­ҡа ашырыла. Һөҙөмтәлә тиҫтәнән ашыу ғаилә өйлө булған. Бынан тыш, Рәсәйҙең “Торлаҡ” мил­ли проектына ярашлы дүрт йәш ғаилә фатир алып ҡыуанған.
Тәүәкәнгә килеп еттек. Ауыл тө­ҙөк, яңы урамдар барлыҡҡа килгән. Заманса мәктәп, мәҙәниәт һарайы, мәсет, медпункт, ашхана, спорт һа­райы, ауыл хужалығы комп­лексы… Ауылдан бер саҡрым самаһы алыҫлыҡта ҡаҙ үрсетеү фермаһы төҙөлә, унда эшлә­йәсәк хеҙмәт­кәрҙәр өсөн заманса йорттар әле үк әҙер. Ғөмүмән, ауыл ысын мәғә­нәһендә йәшәй. Шуға күрә лә башҡа урындарҙағы иң ҙур проблема – мәктәп уҡыусы­ларының кәмеүе – Тәүәкәнде урап үтә. Тимәк, ауылда эш урындары булдырыу, йәштәр­ҙең көнкүреш шарттарын ҡайғыртыу – һәр етәксенең төп бурысы.
Күгәрсендә хужалар ҡыҫҡартыу мәсьәләһенә бик һаҡ ҡарай, мәк­тәптәрҙе, медпункттарҙы мөмкин тиклем һаҡлап алып килә. Рефор­маларҙы дөрөҫ ҡабул итеп, өйрәнеп, халыҡ мәнфәғәтендә эш алып бара улар. Барлыҡ мәктәптәрҙә заманса шарттар тыуҙырылған, тейешле ремонт ваҡытында үткәрелә. Төпкөлдә ятҡан Яңы Хвалын ауылында ла туҡталырға насип булды. Уның шул ҡәҙәр шәп мәктәбен күреү бәхетенә өлгәштек. XXI быуат техникаһын һис ниндәй ауырлыҡһыҙ ҡулланған төпкөл балаларының беҙҙең алда скайп аша Тәүәкән уҡыу­сылары менән һөйләшкәнен күреү үҙе бер ҡыуаныс булды. Әйткәндәй, районда балалар баҡ­саһында урын мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителә. Күптән түгел Мораҡта 120 урынлыҡ кескәйҙәр учрежде­ниеһы асылыуы ла – быға аныҡ дәлил.
Төбәгебеҙҙә өлкән быуын вәкил­дәренә лә иғтибар ҙур. Ҡарауһыҙ ҡалғандар, инвалидтар өсөн Подгорный ауылында, Йомағужала сәләмәтлекте тергеҙеү үҙәктәре эшләй.
Сирле балаларҙы тормошҡа әҙерләү маҡсатын алған “Лотос”тың эшмәкәрлеге лә иғтибарға лайыҡ. Унда уҡытыу-тәрбиә уйын ысулында алып барыла. Үҙәк бушлай хеҙмәт күрһәтә. Яңы Хвалында ла инвалид балалар өсөн “Әүлиә” үҙәге эшләй. Ғаиләлә ауыр хәлдә ҡалған ҡыҙ-малайҙар ҙа бында бушлай һау­лығын тергеҙеү мөмкинлегенә эйә. Етемдәр хаҡында иһә Йомағу­жа­лағы “Наҙгөл” приютында хәстәрлек күрәләр.
Районда мәҙәниәт саралары гөрләп үтеп тора. Республика кимә­лендәгеләрҙе лә ихлас ҡабул итә тыуған төйәгебеҙ. Мәҫәлән, бары­быҙға ла мәғлүм: Мораҙым тарла­уығында “Байыҡ” бейеү конкурсы етенсе тапҡыр ойошторолдо. Бындағы мөғжизәле тәбиғәт һәр кемде хайран ҡалдыра.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығына 70 һыбайлыны туплап, демонстрация үткәрелеүе лә район етәксе­легенең рухлы­лығы, халыҡ мәнфә­ғәтендә хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләй. Һәр сараны ҙур ихласлыҡ менән ойоштора улар. Хакимиәт башлығы Фәрит Мусин йәштәрҙе тәрбиәләүгә, уларҙы райондың ысын патриоттары итеп үҫтереүгә лә ҙур тырышлыҡ һала. Бындай эшмәкәрлектең төп маҡсаты – тыуған төйәкте ҡурсалау, һаҡлау. Рух ҡомарың һүнмә­һен, мәңге йәшә, изге ерем!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840