Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уйҙары ла, эштәре лә яҡтылыҡҡа ҡоролған
Уйҙары ла, эштәре лә яҡтылыҡҡа ҡоролған Энергетика ҡеүәттәрен файҙаланыу кешелектең уңайлы йәшәйешен тәьмин итә. Балтас “Сельэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге әлеге мөһим бурысты тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Предприятие бынан дүрт тиҫтә йыл элек колхоз һәм совхоздарҙың пай иғәнәләренә “Агропромэнерго” берләш­мәһе булараҡ ойошторола. Ул район хужалыҡтарында электр ҡоролмаларын һәм йыһаздарын монтажлау һәм эшкә ҡушыу, техник хеҙмәтләндереү һәм ремонт менән шөғөлләнә.
1980—1990 йылдарҙа пред­приятиеның производство ҡеүәт­тәре айырыуса әүҙем үҫеш ала, матди-техник базаһы нығый. Бында электр ярҙамында йылыта торған келәмсектәр һәм панелдәр етештереү цехтары, йылы гараж һәм хакимиәт биналары төҙөлә. Әлбиттә, пред­приятиеның үткәне һәм бөгөнгөһө республикала энергетика тармағының үҫеше менән ныҡлы бәйләнгән. Шул уҡ ва­ҡытта коллектив һәр саҡ киләсәккә ҡа­­­рап эш итеүе, һәләтле кадрҙары, яңы­лыҡтарға башлап юл ярыуы, бул­дыҡлы­лығы менән айырылып тора.
Булдыҡлыға ел дә арҡан тигәндәй, 1991 йылда “Агропром энерго” хужалыҡ-ара базаһында берҙәм ауыл энергетика системаһы булдырыла. Был инде ауыл энергетикаһының киләсәген тағы ла ышаныслыраҡ итә. Балтас уңғандары шул шарттарҙа заман талап иткән ҡыйыу аҙымды яһай — предприятиены акционерлаштыралар. Үҙаллы коллективҡа үҙҙәре эшләп алған аҡсаны заманса ҡорама­лдар һатып алыуға, яңы технологиялар индереүгә тотоноу мөмкинлеге тыуа. Предприя­тиеның матди-техник базаһы нығый.
Бөгөн инде “Сельэнерго” асыҡ акцио­нерҙар йәмғиәте райондағы барлыҡ предприятиеларға һәм халыҡҡа кәрәкле электр энергия­һын үткәреүсе һәм бүлеүсе компания булып тора. Шуның менән бер рәттән, электр йыһаздарын монтаж­лайҙар, электр двигател­дәрен һәм транс­форматорҙарын ремонтлайҙар, электр тапшырыу линиялары төҙөлө­шөндә ҡул­ланы­лыусы металл конструкцияларҙы етештерәләр. Бының өсөн предприятиела бөтөн шарттар ҙа бар. Юғары квали фи­кациялы белгестәр эшен сифатлы итеп баш­ҡара.
Йәмғиәттең производство ҡеүәттәре күрһәтелеүсе хеҙмәт төрҙәрен йылдан-йыл арттырырға мөмкинлек бирә. “Сельэнерго” һауа электр тапшырыу линиялары һәм трансформатор ярҙамсы станциялары төҙөлөшөндә подрядсы булараҡ ҡатнаша. Әйткәндәй, төбәктә һуңғы осорҙа йыл һайын ун-ун биш километр төрлө ҡеүәттәге һауа электр тапшырыу линиялары төҙөп файҙаланыуға керетелә. Яңы төҙөлөштәргә предприятие үҙ финанс сығымдарын да йүнәлтә. Был инде уның иҡтисади ҡеүәтен йәнә лә раҫлай.
Заман энергетикаһы алдынғы тех­нологияларға ҡоролған. Йәмғиәт эш­мәкәрлеген нәҡ шул талаптарға яуап би­р­ерлек итеп ойоштора. Производствоны модернизациялауға ҙур тырыш­лыҡ һалына. Был, үҙ сиратында, юғары эш сифатын һәм энергия һаҡсыллығын тәьмин итә.
Предприятиела барлыҡ хеҙмәт участкалары ла ҙур теүәллектә эшләй. Бүлеү селтәрҙәре менән идара итеү, ярҙамсы станция­ларҙағы йыһаздарҙың эш режимы тураһын­да мәғлүмәттәр тәүлек әй­лә­нә­һенә эшләгән диспетчерлыҡ пунктына килә. Оператив мәғлүмәт каналы-диспетчер “Башэнерго” система­һына то­таштырылған.
Электр энергияһын ҡулланыу­сыға илтеп еткергәнсе юғалтыу­ҙарға юл ҡуймау өсөн һөҙөмтәле саралар күрелә. Балтас энергетиктары республикала беренсе­ләрҙән булып электр энергияһын ҡул­ланыуға дистанциялы иҫәп һәм контроль урынлаштырҙы. Хәҙер был эште автоматик иҫәпләү системаһы (АСКУЭ) ғәмәл­гә ашыра. Электр энергияһын иҫәп­ләү приборҙарын биналарҙың фасадына урынлаштырыу ҙа уны урлауға ышаныс­лы­ кәртә булып тора.
Заман алға барған һайын энергетика хеҙмәтенә ихтыяж үҫә. Районда торлаҡ төҙөлөшө ҡоласлы бара, яңы биҫтәләр, урамдар барлыҡҡа килә, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттары төҙөлә. Улар­ҙағы электр монтажлау эштәрен “Сельэнерго” йәмғиәте башҡара. Эш күләме ҙур. Иң мөһиме — энергетиктар күрһәте­леүсе хеҙмәттәрҙе юғары сифатлы һәм сағыштырмаса осһоҙ итеүгә ынтыла. Компания үҙенең эш йүнәлеш­ендәге республика проекттарында һәм программаларында ла әүҙем ҡатнаша.
Булдыҡлы коллективҡа ике тиҫтә йылға яҡын генераль директор Зәбир Сәрүәртдинов етәкселек итә. Зәбир Карам улы — үҙ һөнәренең оҫтаһы. Уның ныҡыш­малылығы, дөрөҫ иҡтисади сәйәсәт алып барыуы һөҙөмтәһендә район энергетика тармағын заман талаптарынан сығып үҙгәртеп ҡороуға һәм яңы бе­йеклеккә күтәреүгә өлгәшелде. Пред­приятиеның республика Прези­дентының Рәхмәт хатына, күп һанлы Маҡтау грамоталарына һәм дипломдарға лайыҡ булы­уы быға асыҡ миҫал булып тора.
Бөгөнгө иҡтисади ауырлыҡтарға ла бирешмәй коллектив. Ағымдағы хеҙмәт йылын уңышлы тамамлап, алдағыһына яңы маҡсаттар менән аяҡ баҫырға ниәтләйҙәр. Иң мөһиме — уларҙың көн­дәлек фиҙакәр хеҙмәте райондың социаль-иҡтисади үҫешенә көс-ҡеүәт өҫтәй.




Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА. Район: Балтас районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә