Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Осорҙарҙы сағыштырһаң…
Башҡорттар борон-борондан ғаилә ҡороу, алмаш үҫтереү мәсьәләләренә бик етди ҡараған. Улын өйләндерәм, ҡыҙын кейәүгә бирәм тиһә, буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйының ете быуынына тиклем тикшергәндәр. Халҡыбыҙҙың өләсәйҙәр, әсәйҙәр, еңгәйҙәр институттары юғары кимәлдә үҫешкән. Әсә кеше баҫалҡылығы, тыйнаҡлығы, әҙәп-тәүфиғы менән ҡыҙҙарына өлгө булһа, атай ғаиләне иҡтисади яҡтан тәьмин иткән, уның нигеҙен ҡаҡшатмай һаҡлаған, ҡурсалаған.

Әсәй-өләсәйҙәр тормош тәжрибә­һен, донъяға ҡарашын, тәбиғәткә мөнәсә­бәтен, туғандарға, яҡындарға хөрмәт-ихтирам тойғоһон бала күңеленә нисек һеңдерә алған һуң?
Борон һәр башҡорт ишле ғаиләлә үҙ ва­зифаһын теүәл үтәгән. Өлкән бала ке­се туғандарын ҡарашҡан, ата-әсәһенә яр­ҙамлашҡан. Ә хәҙерге ғаиләләрҙә бер-ике, уҙа барһа, өс сабый тәрбиәләнә. Ауылда үҫкәндәр эшкә өйрәнә ул, ә бы­на ҡалала­ғы­ларҙың күбеһе ҡашығаяҡ та йыуа бел­мәй. Ата-әсә көнө-төнө ти­гәндәй эштә булғанлыҡтан, бала­ларҙың күңел талабына иғтибар етмәй. Ошо буш­лыҡты күп осраҡта матди ҡыҙығыуҙар, аҡса менән ҡаплай өлкәндәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ҡайһы бер ата-әсәнең үҙ балаһын аяуһыҙ яҙмыш ҡосағына ташлап ҡалдырған осраҡтары хаҡында ишетеп-күреп торабыҙ. Элек иһә ата-бабабыҙ ауырып йә иһә яуҙа мәрхүм булған туғандарының балаларын да үҙенә алған, яңғыҙ ҡалдырмаған. Шуның өсөн дә борон башҡорттарҙа етемдәр йорттары булмаған. Ә хәҙер улар күп, ата-әсәле сабыйҙар менән тулы. Минеңсә, әгәр яуапһыҙ өлкәндәргә ҡарата ҡатыраҡ яза төрҙәре ҡаралһа, улар балаһын еңел генә ташлап китеү юлына бармаҫ ине.
Башҡорт ғаиләләрендә олатай, өләсәй, атай, әсәй дәрәжәһенең юғары кимәлдә булыуына, иманлы, тәүфиҡлы, эшһөйәр балалар тәрбиәләүгә дин булышлыҡ иткән. Ата-әсә сабыйын үҙ өлгөһөндә көслө ихтыярлы, рухлы итеп үҫтергән.
Революциянан һуң Аллаһ Тәғә­ләнән, милли педагогиканан ситләшеп, йола­ларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тотмау, ха­лыҡты совет ҡанундарына буйһон­дороу быға тиклемге ғаилә өлгөләрен юҡҡа сығарҙы. Ата-әсә яйлап ҡына яуап­лы­лыҡтан ситкә тайпылып, бала тәр­биә­ләүҙең күп өлөшөн мәктәпкә тапшырҙы. Һөҙөмтәлә биш-алты быуын шундай принцип нигеҙендә буй ет­керҙе. Кеше күңелендәге төп үҙенсәлектәр нәҫелдән килә, тыумыштан бирелә – уларҙы һаҡлау һәм үҫтереүҙә тап ғаилә төп көс булырға тейеш ине лә бит.
Ҡатнаш никахтар айырым милләт файҙаһына түгел. Шул уҡ ваҡытта эскелек фажиғәһе лә халҡыбыҙ һанына ыңғай йоғонто яһамай. Ошо һәм башҡа ҡат­марлы мәсьәләләрҙе яйға һалыу­ҙың бер юлы – киң мәғлүмәт сараларында өлгөлө ғаиләләр менән таныштырыуҙы әүҙемерәк дауам итеү тип иҫәпләйем.




Автор: Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә