Осорҙарҙы сағыштырһаң…18.12.2015
Башҡорттар борон-борондан ғаилә ҡороу, алмаш үҫтереү мәсьәләләренә бик етди ҡараған. Улын өйләндерәм, ҡыҙын кейәүгә бирәм тиһә, буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйының ете быуынына тиклем тикшергәндәр. Халҡыбыҙҙың өләсәйҙәр, әсәйҙәр, еңгәйҙәр институттары юғары кимәлдә үҫешкән. Әсә кеше баҫалҡылығы, тыйнаҡлығы, әҙәп-тәүфиғы менән ҡыҙҙарына өлгө булһа, атай ғаиләне иҡтисади яҡтан тәьмин иткән, уның нигеҙен ҡаҡшатмай һаҡлаған, ҡурсалаған.
Әсәй-өләсәйҙәр тормош тәжрибәһен, донъяға ҡарашын, тәбиғәткә мөнәсәбәтен, туғандарға, яҡындарға хөрмәт-ихтирам тойғоһон бала күңеленә нисек һеңдерә алған һуң?
Борон һәр башҡорт ишле ғаиләлә үҙ вазифаһын теүәл үтәгән. Өлкән бала кесе туғандарын ҡарашҡан, ата-әсәһенә ярҙамлашҡан. Ә хәҙерге ғаиләләрҙә бер-ике, уҙа барһа, өс сабый тәрбиәләнә. Ауылда үҫкәндәр эшкә өйрәнә ул, ә бына ҡалалағыларҙың күбеһе ҡашығаяҡ та йыуа белмәй. Ата-әсә көнө-төнө тигәндәй эштә булғанлыҡтан, балаларҙың күңел талабына иғтибар етмәй. Ошо бушлыҡты күп осраҡта матди ҡыҙығыуҙар, аҡса менән ҡаплай өлкәндәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ҡайһы бер ата-әсәнең үҙ балаһын аяуһыҙ яҙмыш ҡосағына ташлап ҡалдырған осраҡтары хаҡында ишетеп-күреп торабыҙ. Элек иһә ата-бабабыҙ ауырып йә иһә яуҙа мәрхүм булған туғандарының балаларын да үҙенә алған, яңғыҙ ҡалдырмаған. Шуның өсөн дә борон башҡорттарҙа етемдәр йорттары булмаған. Ә хәҙер улар күп, ата-әсәле сабыйҙар менән тулы. Минеңсә, әгәр яуапһыҙ өлкәндәргә ҡарата ҡатыраҡ яза төрҙәре ҡаралһа, улар балаһын еңел генә ташлап китеү юлына бармаҫ ине.
Башҡорт ғаиләләрендә олатай, өләсәй, атай, әсәй дәрәжәһенең юғары кимәлдә булыуына, иманлы, тәүфиҡлы, эшһөйәр балалар тәрбиәләүгә дин булышлыҡ иткән. Ата-әсә сабыйын үҙ өлгөһөндә көслө ихтыярлы, рухлы итеп үҫтергән.
Революциянан һуң Аллаһ Тәғәләнән, милли педагогиканан ситләшеп, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тотмау, халыҡты совет ҡанундарына буйһондороу быға тиклемге ғаилә өлгөләрен юҡҡа сығарҙы. Ата-әсә яйлап ҡына яуаплылыҡтан ситкә тайпылып, бала тәрбиәләүҙең күп өлөшөн мәктәпкә тапшырҙы. Һөҙөмтәлә биш-алты быуын шундай принцип нигеҙендә буй еткерҙе. Кеше күңелендәге төп үҙенсәлектәр нәҫелдән килә, тыумыштан бирелә – уларҙы һаҡлау һәм үҫтереүҙә тап ғаилә төп көс булырға тейеш ине лә бит.
Ҡатнаш никахтар айырым милләт файҙаһына түгел. Шул уҡ ваҡытта эскелек фажиғәһе лә халҡыбыҙ һанына ыңғай йоғонто яһамай. Ошо һәм башҡа ҡатмарлы мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙың бер юлы – киң мәғлүмәт сараларында өлгөлө ғаиләләр менән таныштырыуҙы әүҙемерәк дауам итеү тип иҫәпләйем.