“Атай-әсәйемә рәхмәт! Хыялдарыма ҡаршы килмәнеләр. Ышандылар...” — тип яҙғайны Марат тәүге хатында. Башта быға әллә ни иғтибар ҙа итмәнем, әммә әңгәмәсемде үҙем өсөн нығыраҡ асҡан һайын маҡсаттарының һәм йәшәү мәғәнәһенең асылын аныҡ тойомлағандай булдым. Ышаныс... Һиңә ышаналар икән, һис шикһеҙ, аҡларға кәрәк.— Хәлдәрең нисек, Марат? (Аралар яҡын түгел, шуға Интернет селтәре аша ғына аралаштыҡ. – А.Ә.)
— Яҡшы ғына. Рәхмәт.
— Тыуған яҡтар һағындырамы?— Әлбиттә! Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыуыма тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, күңелем менән һәр ваҡыт атай-әсәйем янындамын. Һағыштарҙы ла уларҙың һөйөүе, ышанысы баҫа төҫлө.
— Үҙаллылыҡ тигәндәй, был сифат һиндә бик иртә уянған...— Атайым Фиҙиәтулла Рәхмәтулла улы — хәрби кеше, полковник. Әсәйем Әнисә Ахун ҡыҙы иһә – һөнәре буйынса врач-офтальмолог. Ғаиләлә ике балабыҙ: Эльмира исемле апайым бар. Атайым армияла офицер булып хеҙмәт иткәндә СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең ниндәй генә төбәктәрендә йәшәргә тура килмәгән! Мәҫәлән, апайым Ленинградта тыуған, ә мин — Төркмәнстанда. 2005 йылда ғаиләбеҙ Силәбе өлкәһенә килеп төпләнгәс, Өфөләге Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға индем. Ундағы тормош мине күп нәмәгә өйрәтте, рухи яҡтан үҫтерҙе. Форсаттан файҙаланып, биш йыл дауамында мине һәм класташтарымды үҙ балаларылай күреп хәстәрләгән, һәр ваҡыт яныбыҙҙа булған, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ла, ҡайғы-хәсрәттәрҙе лә үҙенекеләй итеп уртаҡлашҡан, бер ваҡытта ла йылы һүҙенән һәм ярҙамынан өҙмәгән тәрбиәсем Ғәйшә Хәбибнажар ҡыҙы Хәйруллинаға һәм барлыҡ уҡытыусыларыма, айырыуса инглиз теле уҡытыусыһы Рәйлә Хәйҙәр ҡыҙы Хилажеваға рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә. Уларҙың иғтибары һәм ихтирамы баһалап бөткөһөҙ! Мең рәхмәтлемен остаздарыма!
— Атайың — хәрби хеҙмәткәр, әсәйең — табип, ә һин бөтөнләй икенсе тармаҡты һайларға йөрьәт иткәнһең...— Атанан күреп уҡ юнмағанһың, әсәнән күреп тун бесмәгәнһең, тимәксеһегеҙ инде. Әммә иманым камил: бөгөнгө ҡаҙаныштарым һәм еңеүҙәрем — тәү сиратта атай-әсәйемдең миңә булған ышанысы һөҙөмтәһе. Улар бер ваҡытта ла “юҡ” тимәне, “һин булдырасаҡһың!” тип ышандырҙы. Хатта гимназияны тамамлап, аттестат алғандың икенсе көнөнә Мәскәү тиклем Мәскәүгә юлланғанда ла атай-әсәйем фатихаһынан ташламаны. Хәҙер генә уларҙың борсолоуҙарын, хафаланыуҙарын аңлайым. Ә ул саҡта башта бер генә уй — нисек тә И.М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетына уҡырға инеү. Хәйер, тормошомдо нефть һәм газ тармағы менән бәйләү теләге бәләкәйҙән тынғы бирмәне, шуға техник фәндәрҙе лә ихлас өйрәндем, өҫтәмә китаптар уҡыным. Ғөмүмән, Мәскәү, Губкин университеты, инженер һөнәре, нисек кенә сәйер яңғырамаһын, минең өсөн көслө мотивация булды, илһам бирҙе, дәртләндерҙе, ҡанатландырҙы. Ә атай-әсәйем иһә ышанды... Быныһы инде барыһынан да мөһимерәк ине.
— Ни өсөн нәҡ Мәскәү? Өфө вуздары нимәһе менән ҡайтыш? Әллә ҙур хыялдар ҙур ҡалаларҙа ғына тормошҡа ашамы...— Мәскәү — минең өсөн тәү сиратта киләһе биш йылда йәшәйәсәк һәм уҡыясаҡ ҡала. Унан һуң Губкин университеты нефть һәм газ комплексы буйынса Рәсәйҙең иң абруйлы вуздарының береһе һаналһа ла, Өфө дәүләт нефть техник университетының да дәрәжәһе бик юғары. Дуҫтарымдың күбеһе ошо уҡыу йортонда белем ала һәм, ғөмүмән, ӨДНТУ тураһында мин тик яҡшы яҡтан ғына хәбәрҙармын. Ләкин ниндәйҙер мәлдә артабанғы үҫеш хаҡына хатта шул уҡ хыялдарыңдан да бер нисә аҙым алдан барырға, мөмкинлектәрҙең дә иң юғарыһын һайларға кәрәклеген аңлайһың.
Мәскәүгә килгәндә иһә бында, ысынлап та, мөмкинлектәр сикһеҙ, һәм студент йылдарымды нәҡ ошо ҡала менән бәйләргә йөрьәт итеүемә бер ҙә үкенмәйем. Әммә мегаполиста йәшәү һәм белем алыу ниндәйҙер өҫтөнлөктәр бирә тигән фекер менән килешеп етмәйем. Был ҡалаға үҙенә генә хас динамика, үҫеш көсө идара итә, хатта ваҡыт та башҡасараҡ “аға” төҫлө. Шуға бындағы йәшәү ритмын һәр кем үҙенсә ҡабул итә һәм уға үҙенсә яраҡлаша — берәүҙәр тулы мәғәнәле әүҙем тормош менән йәшәй, икенселәр таңды аттырып, ҡояшты байыта алмай йонсой. Был хатта һинең ҡасан, нисә йәштә Мәскәүҙе яуларға теләүеңә лә бәйләнмәгән — мәктәптән һуңмы, ҡартайған көнөңдәме тигәндәй. Иң мөһиме — ни өсөн, ниндәй маҡсат менән был юлды һайлауың.
Ғөмүмән, Мәскәүҙә юғары уҡыу йорттары бик күп, һәм улар белем биреү кимәле буйынса бер-береһенән ныҡ айырыла. Мәскәү вузын тамамлау уңышлы карьераны гарантиялай тигән һүҙ түгел әле. Уның ҡарауы, бында донъяның төрлө ҡитғаларынан йыйылған бик күп студенттар менән осрашырға мөмкин. Улар менән аралашыу ҡайһы бер осраҡта хатта лекциянан да тәьҫирлерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ. Ә хыялдарҙы, миңә ҡалһа, ҡайҙа ла тормошҡа ашырырға мөмкин, иң мөһиме – яратҡан эшең менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлек һәм яныңда ысын дуҫтарың булһын.
— Нефть һәм газ тармағын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең егеттәр-ҡыҙҙар бик һирәк һайлай. Башлыса юриспруденцияға, гуманитар фәндәргә өҫтөнлөк бирәләр. Был, һинеңсә, нимәгә бәйле? Еңел юлды һайларға күнеккәнбеҙме, менталитетыбыҙға, әҙәбиәт, сәнғәт яҡыныраҡмы, әллә...— Белеүемсә, гуманитар фәндәр бер башҡорт йәштәрен генә ҡыҙыҡһындырмай. Был “һөйөү” бар илгә хас. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн сығарылыш уҡыусыларының күбеһе артабан ҡайҙа уҡырға барыуын, киләсәктә кем булырын, яҙмышын ниндәй өлкә менән бәйләргә теләүен аныҡ ҡына күҙ алдына ла килтермәй. Мәсьәләне эҙмә-эҙлекле өйрәнәһе, һөнәр һайлауға яуаплыраҡ ҡарайһы урынға “факультеттың даны”, “күршеһенең кәңәше” уға күпкә ҡәҙерлерәк булып сыға. Был бик аяныслы, әлбиттә. Уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеүгә шул тиклем күп ваҡытын һәм нервыһын сарыф итә һәм, ниһайәт, һынауҙарҙы уңышлы үтеп тә ҡайһы берәүҙәр документтарын бер генә юғары уҡыу йортона алып барып ҡалдыра (уныһы ла шул әлеге лә баяғы филология йәки гуманитария), шуның менән вәссәләм. Ә бит асылда бер юлы биш (!) юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге бар.
Ғөмүмән, был күренеш ниндәйҙер кимәлдә тимер юл вокзалын хәтерләтеп ҡуя. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: пассажирҙарҙың (беҙҙең осраҡта — сығарылыш класс уҡыусылары) һәр ҡайһыһы үҙ поезын көтә. Ҡулдарында — билеттар (аттестаттар). Балаларын “Тормош” тигән оҙон юлға оҙатырға тип ата-әсәләр ҙә, туғандары ла, уҡытыусылары ла йыйылған. Билеттар ябай түгел, теләһә ҡайһы поезға ултырып китергә мөмкин. Һәм бына платформаға бер нисә поезд (юғары уҡыу йорто) килеп туҡтай. Пассажирҙар кемуҙарҙан вагондарға тула. Берәүҙәр тыштан ялтырап торғанына ултыра, икенселәр бар уңайлыҡтары булған купелыһын һайлай, бәғзе берәүҙең күңеленә тиҙ йөрөй торғаны ята... Ә бер пассажир үтеп барыусы поездың плацкарт вагонына эләгеп ҡала, ни өсөн тигәндә, дуҫы ошо уҡ поезда китеп бара икән...
Күҙ асып йомғансы барыһы ла төрлө поездың төрлө вагонына ултырып ҡуҙғалып китә. Барыһы ла ҡәнәғәт. Тик бына аптыраҡ: береһе лә поездың ҡайҙа юл тотоуын һорамаған, сәйәхәттең маршруты менән ҡыҙыҡһынмаған...
Миңә ҡалһа, абитуриенттар “Бөгөн ниндәй һөнәр модала?”, “Ҡайһы һөнәр абруйлыраҡ?”, “Уҡып бөткәс, эш таба алырмынмы икән?” тигәнерәк һорауҙарға яуап эҙләгәнсе, “Мин нимә эшләргә яратам?” тигәнгә асыҡлыҡ индерһә, күптәренең тормош мәғәнәһе лә, маҡсаттары ла күпкә файҙалыраҡ һәм үҙҙәре өсөн ҡыҙығыраҡ булыр ине. Атай-әсәйем бер ваҡытта ла буласаҡ һөнәремә, уҡыу йортон һайлауға баҫым яһаманы, киреһенсә, киләсәгем өсөн яуаплылыҡты үҙемә ышанып тапшырҙы. Бының өсөн уларға ихлас рәхмәтлемен!
Аныҡ фәндәргә килгәндә иһә, мин үҙем техник һәм гуманитар сағыштырыуҙары, йәнәһе, “филологтарға ҡарағанда инженерҙар эшкә еңелерәк урынлаша” тигән фекерҙәр менән һис килешмәйем. Бөтә фәндәр ҙә шул тиклем тәрән һәм ауыр, ҡайһы бер тәғлимәтәрҙең сығанаҡтары хатта быуаттар артылышына барып тоташа. Шуға абитуриенттар ҙа, минеңсә, “юриспруденция”ны йәки “иҡтисад”ты еңел булғаны өсөн түгел, ә күп осраҡта тотороҡлолоҡҡа һәм комфортҡа ынтылғандары өсөн һайлай. Унан һуң йәштәр үҙҙәренең киләсәген эшлекле костюмдағы офис хеҙмәткәре образында күрә. Өҫтәүенә киң мәғлүмәт саралары һәм пиар белгестәре беҙгә ҡануниәтте һәм иҡтисадты белмәй тороп карьера эшләп булмауын иҫбатларға маташа.
— Тимәк, үҙебеҙ “үҫтерәбеҙ” килеп сыға.— Ысынлап та, шулай. Үҫтерәбеҙ, ошо “үҫешкә” булышлыҡ итәбеҙ һәм, иң ҡыҙығы, аҙаҡ үҙебеҙ үк юристар, иҡтисадсылар күп, эшсе белгестәр юҡ тип баш ватабыҙ. Парадокс... Ә бит бөгөн республикабыҙҙа шул уҡ инженерҙар, айырыуса нефть индустрияһына белгестәр етешмәй. Иманым камил, йәштәр быны күрә һәм аңлаясаҡ. Бушлыҡ һәр ваҡыт тула. Был закон бер физикаға ғына ҡағылмай ул.
— Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, ти халыҡ. Һин ниндәйҙер кимәлдә был мәҡәлдең киреһен иҫбатлайһың кеүек килеп сыға түгелме? Әллә мин яңылышаммы?.. Ғөмүмән, был әйтемде үҙең өсөн нисек ҡабул итәһең?— Мин кесе ватаным Башҡортостанды ла, “оло йортом” Рәсәйҙе лә бик яратам һәм ихлас ҡәҙерләйем. Шул уҡ ваҡытта һәр ҡайһыбыҙ донъя гиҙеү мөмкинлеген дә ҡулынан ысҡындырмаҫҡа тейеш тип иҫәпләйем. Һуңғы өс йыл эсендә 12 илдә булдым — төрлө милләт вәкилдәре менән аралаштым, яңы дуҫ-иш таптым, донъяны бөтөнләй икенсе шарттарҙа һәм ҡиммәттәрҙә астым. Һәм, иң мөһиме, шуға инандым: киләсәктә тыуған илемдән ситтә йәшәмәйәсәкмен. Шуға ла был осраҡта миңә “Илле — илендә, ерле — ерендә” тигән мәҡәл күпкә яҡыныраҡ, сөнки, иманым камил, кеше ысын бәхетте тыуған ерендә һәм рухташтары араһында ғына кисерә. Шулай ҙа башҡа ҡитғаларҙағы тормошто сағыштырыу һәм дөрөҫ һығымта яһау өсөн сәйәхәт итеү, үҙең өсөн яңы офоҡтар асыу ҙа бик мөһим. Һәм, әлбиттә, сит телдәрҙе өйрәнеү зарур. “Нисә тел беләһең, шунса ғүмер кисерәһең”, ти чех халыҡ мәҡәле. Әгәр һин бер телдә генә аралашаһың икән, тимәк, мөмкинлектәрең сикле...
— Ләкин беҙҙә “юрғаныңа ҡарап, аяғыңды һуҙ” тип тә әйтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн күп йәштәрҙең теләктәре, хыялдары булһа ла, маҡсаттарын тормошҡа ашырырға мөмкинлектәре юҡ... Йәшерен-батырын түгел, ҡайһы берәүҙәр өсөн Мәскәүгә, Санкт-Петербургка түгел, хатта Өфө вуздарына килеп урынлашыу ҙа ҙур хыял булып ҡала...— Әлбиттә, Өфө (Мәскәү, Санкт-Петербург тураһында әйтеп тораһы ла түгел) кеүек ҙур ҡалаларҙа йәшәү иҡтисади сығымдарҙы күберәк талап итә. Был мәсьәләлә төп көс һәм яуаплылыҡ ата-әсәгә ҡайтып ҡалһа ла, һәр кемдең үҙ мөмкинлеге тигән фекер менән дә килешмәй булмай. Шуға ҡарамаҫтан, буласаҡ студенттарҙың был йәһәттән перспективалары артыуын да инҡар итергә ярамай.
Беренсенән, бөгөн һәр абитуриент үҙе теләгән уҡыу йортоноң бюджет бүлегенә инә ала, иң мөһиме, тырышлыҡ кәрәк. Бынан һуң сығарылыш класс уҡыусыһының документтары бер юлы биш вуздың конкурсында ҡарала.
Матди мөмкинлектәргә килгәндә иһә, бөгөн студенттар өсөн әлеге мәсьәләлә лә офоҡтар асыҡ. Әлбиттә, уҡыу һәм эш процесын берләштерергә тура киләсәк, әммә ваҡытты һәм өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ урынлаштырғанда, ике даирәне лә “йүгәнләргә” мөмкин. Тик шуныһын оноторға ярамай: студент йылдары тәү сиратта белем алыуға тәғәйенләнгән, ә бөгөн бар, иртәгә юҡ эште үҫтереү өсөн түгел. Әгәр инде хеҙмәт урынығыҙ буласаҡ һөнәрегеҙ менән бәйләнгән булһа, быныһы инде — бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Был тәжрибәгеҙҙе һәм профессиональ кимәлегеҙҙе арттырасаҡ. Унан тыш, бөгөн студенттар өсөн төрлө гранттар, стипендиаль программалар ҙа эшләп килә. Әммә, Мәскәүҙә уҡый алмайым, ҡиммәт, тип фекер йөрөтөүселәр менән килешмәйем. Һис тә улай түгел. Баш ҡалала ҡиммәтселек, миңә ҡалһа, ике генә аспектта ныҡ һиҙелә — ул да булһа мөлкәт һатып алыу йәки арендалау һәм транспорт сығымдары. Әгәр студент бюджет бүлегендә уҡый һәм дөйөм ятаҡта йәшәй икән, тимәк, был сығымдарҙан ул азат. Ә аҙыҡ-түлеккә, башҡа кәрәк-яраҡҡа хаҡтар, әйтәйек, Өфө менән сағыштырғанда, шул уҡ кимәлдә. Аҡсаны юҡ-барға туҙҙырыу мөмкинлеге, әлбиттә, ҙур — уныһы, ысынлап та, проблема. Шуға күрә аҡсаны дөрөҫ файҙаланһаң һәм түләүле хеҙмәттәргә баштан уҡ ташлама бирелеүен йәки уларҙың бушлай күрһәтелеүен күҙ уңында тотоп, тейешле саралар күрһәң, финанс кәртәләрен урап үтергә мөмкин. Шуны онотмағыҙ: иң яҡшы инвестиция — үҙ файҙаңа һалынған инвестиция.
Фекеремде йомғаҡлап, шуны ғына өҫтәр инем: ҡыҙҙар һәм егеттәр тормош маҡсаттарын табыуға көстәрен йәлләмәһен ине. Был бурыс, нисек кенә еңел тойолмаһын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр өсөн билдәһеҙлектә ҡала. Ә тапһағыҙ, эҙмә-эҙлекле, әммә дөрөҫ юлдан уға табан атлағыҙ. Бер ваҡытта ла билдәһеҙлектән ҡурҡмағыҙ, был һеҙҙе үҫтерәсәк кенә.
— Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт һиңә, Марат! Уңыштар юлдаш булһын.— Рәхмәт!
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.
Марат ТӨХВӘТУЛЛИН — Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыған, Мәскәүҙә И.М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетын тамамлаған башҡорт егете. Бөгөн Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының магистратураһында “Халыҡ-ара нефть-газ сервисы һәм Арктика ресурстарын үҙләштереү” Рәсәй-Норвегия программаһы буйынса белемен камиллаштыра. Ғинуарҙан алты айға Норвегияға уҡырға китәсәк. Дүрт йыл SPE (Нефть һәм газ сәнәғәте инженерҙары йәмғиәте) студенттары секцияһының әүҙемсеһе булған, ике йыл дауамында ошо уҡ ойошманың президенты вазифаһын башҡарған. Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары берлеге ассоциацияһының әүҙем ағзаһы.