Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Елле бүләк Юмореска
Бабайының шаянлығына Миңъямал күптән күнгән. Шулай булмай ни! Инде ярты быуат һәр шатлыҡҡа бергә ҡыуанып, ҡайғыны ла уртаҡ кисереп, бәхетле йәшәп яталар. Тик ниңәлер һуңғы арала кикереге шиңгән әтәс шикелле тойола башлағас, Вәлиулла­һы­ның кәйефен күтәрерлек сара эҙләй башланы – кемдер уға оҙон исеме менән өндәшә, икенселәр Вәли тиеүҙән уҙ­май. Аптырарһың да – төрт­мәле һүҙ әйтмәй, бөйөргә лә төртмәй. Ҡартының тормошон күңеллерәк итеү өсөн ниндәй мажара уйлап сығарырға? Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, кисә гәзиттән “1 апрель алдынан Көтөрлөк ҡасабаһына клоун килә” тигән хәбәрҙе уҡығас та, күҙҙәре янып китте. “Булды былай булғас, ул әҙәм көлдөр­гөстө фатирыма иң беренсе алып ҡайтмаһаммы! Исемем Миңей, әй, Миңъямал бул­маҫ”. Халыҡ уға шундай килешле ҡушамат таҡҡан. Иртәнге сәйҙән һуң серен берәүгә лә сисмәйенсә генә үҙәккә һыпыртты.
Бәй, килер ҙә унда, әммә ҡайҙа осратыр? Миңей исемен йөрөтһөн дә тапмаһын, ти! Клуб хужаһы Вәкилдән һорашты. Баҡтиһәң, бер ул ғына көтмәй икән, ә тотош ауыл ҡаршы сығып аласаҡ ҡәҙерле ҡунаҡты.
Сит ил автомобилендә алғы урынға ғына ултырып, шыж­латып оло майҙанға килеп туҡтаны теге көлдөргөс әҙәм. Һай, бисура, ҡайһылай сиған һымаҡ ялтырауыҡлы ке­йенеп алған. Танауы теге һыртҡы яҡтағы мәңге “заправленный” йөрөгән Әлфистеке кеүек ҡып-ҡыҙыл, бер аяғын­да – калуш, икенсеһендә – сандалий. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, клоун әрһеҙ Миңъямалға тәтемәне. Шунда уҡ клуб мөдире үҙенең “ҡорос ат”ына ултыртып алды, имеш, юлсы арыған. Шулай итеп, был юлы ҡарсыҡ, кәйефе ныҡ төшөп, йортона табан туйтаңланы.
Таныш тупһаһы аша үтте, ә Вәлиулла, ауыҙына һыу урт­лағандай, бер ни бул­мағандай йөрөп тик ята. Хатта ышҡы­лып бөткән кәзәкейен дә, үгеҙ ялаған бүреген дә сисмәгән. Ана илле йыл йәшәгән әбейенә иғтибар ҙа итмәй төпкө бүлмәгә инеп юғалдысы. Юлы уңмағас, “билемде яҙып алайым” тип, ятып торҙо ҡунаҡсыл бәндә, шул уңайҙан ҡартына иркәләнергә итте, анауы көндө коммерсант Хәтирә бишкә арттырып һатҡан май менән арҡаһын һыйпатырға ҡушты.
– Бабай, тим, бабай, ҡыл да ҡыбырлатырлыҡ хәлем ҡалманы, һыу бир, – тине. – Шифалы нәмәҫтәкәйеңде һөртөп ебәрһәңсе...
Йөҙтүбән ятып өндәш­кәнгәме, әллә бүтән сәбәп­тәнме, тауышы үҙенән йыраҡ османы сырхауҙың, ә яҡлаусыһы яуап бирмәне.
Һуңынан ҡәбер тынлығы урынлашты. Бына берәү беләгенә ҡағылды, кем булһын, бабайы инде. Таныш ҡулдар, йылы ҡулдар. “Тор, хәлең нисек?” – тип һораны. Ә нескә зат юрамал тик ятты, инәлтергә ине иҫәбе. Хатта һүҙ сығарыу түгел, тын алышын да йотто бер мәлгә. Вәли тағы юғалды. Уның ҡарауы, телефондан кем менәндер сөркөлдәшкәне ҡолағына салынды. “Сәғиҙә тисе, иртән генә ҡыҙы үҙе шыл­тыратҡайны... Аһ, ҡороғоро, шул бөтмәҫ һөйләшеүҙәре”, – тип эстән бошондо.
“Килер, ниңә килмәһен, ти. Ярты быуат түшәк бү­леш­кән йәрем дә килмәһә... Бына һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулдарын арҡам буйлап йөрөтһә, бар һыҙланыуҙарым тәҙрәнән осоп китер”. Миңъямал татлы хыял солғанышында йөҙгәндә ҡаты итеп ишек шаҡынылар. “Һаңғырау күршеһе микән?” Ишетмәгән кеше ҡысҡырып һөйләүсән, ҡайһылай ҡаты туҡылдата. Эргәһенән генә аяғын һөйрәп ҡарты үтеп киткәнен тойҙо.
– Бына, бында ята, ана ята.
Вәлиҙең тауышын таныны әбейе. “Кем ята, ти. Әллә миңә күрһәтәме”. Миңей боролорға самалағайны, биле ысынлап ебәрмәне лә ҡуйҙы, ҡым­шанырлыҡ та хәле ҡалмаған. Ҡартлыҡ тигәнең шаярт­май­ҙыр. Әҙгә генә ятып торҙоңмо, шунда уҡ тән ҡата ла ҡуя. Ни тыны ҡыҫылған, ҡысҡырырға иткәйне, өнө лә сыҡманы. Ә Вәлиуллаһын самаланы, ҡорт саҡҡандай, эргәһендә ыуалана.
“Билемдә эшем юҡ, муйыным эшкинәлер бит”, – тип хәй­лә ҡорҙо, тегеләрҙең ҡыла­нышын тиҙерәк белгеһе килде. Башын еңелсә генә уңға борҙо ла күҙҙәрен ҡыҫып ҡы­на ҡарап ята бирҙе. “Бәй, кем­дәр? Аҡ халатлы берәү күре­нә, юҡ, икәү, яндарында – бабайы...”
– Ҡымшанды. – Ят тауыш шулай өндәште.
Күп тә үтмәне ҡаты ҡулдар ҡарсыҡты еңел генә күтәреп былйырап торған карауатҡа әйләндереп һалды. Миңъямал сытырҙатып күҙҙәрен йомдо, һаман наҙланыуын дауам итергә теләне, ләкин кемдер беләген тотоп ҡараны, икенсе берәү билдән аҫҡараҡ энә ҡаҙаны... “Уф, үлтерәләр”. Шул саҡ әбей, бәйләнгән тояҡ­тарын ысҡындырған һыйыр­ҙай, барыһын да ситкә этәреп, унан бигерәк шаҡ ҡатырып, тороп ултырмаһынмы!
– Китегеҙ бынан, нимә эшләйһегеҙ?..


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана 01.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды

Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды 29.05.2026 // Йәмғиәт

14 майҙан Иҫке Ғүмәр ауылынан Кушнаренкоға тиклем (Ҡаратәкә ауылында туҡтай) автобус маршруты ......

Тотош уҡырға 1

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан 29.05.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн бар донъяла өсөнсө быуын ВИЧ-инфекция менән йәшәй. Араларында вирусты ата-әсәһенән йоҡторған ......

Тотош уҡырға 3

Республикала йәшәүселәрҙе ҡырау, ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәрттеләр
Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне 29.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2

Авиакомпания Өфө – Владикавказ маршруты буйынса тәүге рейс башҡара
Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде 29.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин 29.05.2026 // Йәмғиәт

2027 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен һәм уның тирәләй майҙанды төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла. ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ 28.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын Башҡортостандан егет-ҡыҙҙар берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйып, илебеҙҙең баш ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров: «Беҙҙең ир-егеттәрҙең миссияһы —  ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау»
Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән 28.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә 28.05.2026 // Йәмғиәт

Сикләү «Йәшел марафон» үткәреү менән бәйле, тип хәбәр иттеләр мэриянан....

Тотош уҡырға 2


  1. Әҙип
    Әҙип от 11.12.2015, 15:30
    Илдарҙың мәҡәләләрен кинәнеп уҡыу менән бергә хикәйәләрен дә көтөп алам. Елле бүләк те лә рәхәтләнеп уҡып сыҡтым.

Комментарий өҫтәргә