Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үргендәр йоҡламаһа, фермабыҙ урынында ҡалған булыр ине”
Үргендәрҙең бер йор һүҙлеһенең әйткәне гәзитебеҙҙең быйылғы ғинуар һанында сыҡҡан “Ни өсөн Үрген йоҡлай?” (авторы — Исмәғил Аҡъюлов) тигән мәҡәләгә яуап-ишара булып яңғыраны.
Үрҙәге мәҡәләлә күтәрелгән заманыбыҙ өсөн үтә көнүҙәк һорауға яуапты беҙ Ейәнсура районы хакимиәте етәкселәре һәм белгестәре, шулай уҡ урындағы ауыл хакимиәте, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, урындағы зыялылар, Үрген халҡы менән бергә эҙләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. 20 февралдә ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған йыйынға йәше-ҡартының дәррәү килеүе, ихлас ҡатнашыуы, ысынлап та, мәҡәләлә күтәрелгән мәсьәләләрҙең һәр кем өсөн дә үтә мөһим, кисектергеһеҙ икәнлеген раҫланы.
Йыйын башында һүҙ, һәр ваҡыттағыса, үткәндәрҙе һағынып иҫкә алыуға, колхоздың тарҡалыуында, тәүҙә бригада МТМ-ының, аҙаҡ килеп һөтсөлөк фермаһының юҡҡа сығыуында кемделер ғәйепләүгә ҡоролдо. Әһә, һүҙ был рәүешле йүнәлеш алғас, тимәк, үргендәрҙең эсендә йәне бар икән әле, ауыл яҙмышына битараф түгелдәр, вайымһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек мүге баҫмаған тигән уйҙан эскә йылы йүгерҙе. Тимәк, халыҡты ҡуҙғатырға, туңып барған күңелен йылытып, орлоҡ һалырға һуң түгел.
Тәүге һүҙҙе ауыл хакимиәте башлығы Ринат Ғөбәйҙуллин алып, биләмәләге бөгөнгө иҡтисади, социаль хәл-торошҡа ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Өс ауыл тормошоноң бер яғы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы кеүек. Тик етәксенең йәш булыуы, тәжрибәһеҙлеге үҙен һиҙҙерҙе — ул, сығышын ҡыҫҡаса отчет рәүешендә генә ҡороп, был төбәктә иң аяныслыға әйләнгән эшһеҙлек, эскелек, йыш осрап торған әхлаҡһыҙлыҡ мәсьәләләрен барлауға өлгәшә алманы. Ярай, зыян юҡ, сөнки артабанғы етди, хатта урыны менән киҫкен тонға күсеп киткән үҙ-ара фекер алышыу, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү йәш етәксе өсөн киләсәккә ҡулланма булыр.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Самат Йәрмөхәмәтов райондың иҡтисади-социаль хәле менән таныштырҙы. Ейәнсурала 234,2 мең гектар ер булыуы, 15 ауыл хакимиәтенең биләмәләр эшмәкәрлеген нисек ойоштороуы, халыҡтың ни рәүешле көн күреүе, 12300 кешенең райондың иҡтисади эшмәкәрлеген ойоштороуҙа ҡатнашыуы, ауыл эшсәндәренең күпме йылҡы, эре, ваҡ мал, ҡорт аҫрауы, малсылыҡ, ҡырсылыҡ продукцияһы етештерелеүе, техника һаны — быларҙың барыһы ла үргендәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, сөнки бында күптән инде ошондай йыйын үткәрелмәгән. Тормош һүнеп ҡалғас та, тотош илдә шундай уҡ бөлгөнлөк, ауылдың киләсәге юҡ тип йәшәгән үргендәрҙең ошо көндә күҙе асылып ҡалғандыр, бәлки. Йыйылыш аҙағында ауыл старостаһы, ваҡытында колхоз рәйесе булып эшләгән Әкрәм Солтанбаев та, һуңғы йылдарҙа Үргендә халыҡ менән ошондай асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булманы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алып, район етәкселәренең, белгестәрҙең халыҡ менән һайлау алдынан ғына түгел, ә йышыраҡ осрашыуын юҡҡа һорамағандыр.
Әйткәндәй, халыҡтың дәррәү йыйылыуында ауыл әүҙемселәренең роле баһалап бөткөһөҙ: алдан уҡ көн тәртибе ентекләп күрһәтелгән белдереү ике-өс урынға бер нисә көн элгәре эленде. Шулай уҡ халыҡҡа телдән дә әйтелә килде. Тимәк, һәр эштә лә кешене ойоштора белеү фарыз.
Йыйындағы һөйләшеүгә килгәндә, үргендәрҙең эсендә күптән ҡайнаған һарыуын сығарыу кәрәклеге асыҡ ине. Ярай, бындай мөмкинлек бирелде уларға. Бигерәк тә 40 — 50 йыл ғүмерен колхозға арнаған өлкән быуын кешеләренең йөрәк һыҙлауы вулкандай тышҡа бәреп сыҡты. Әр ҡатыш зар, әсенеү, көйөнөү, һағыш... Тик үткәндәр менән йәшәү мөмкин түгел — бөгөнгө, киләсәк тураһында һүҙ барырға тейеш ине тиҫтә йылға бер тапҡыр булған был сарала. Халыҡ бөгөнгө төшөнкөлөктән, бөлгөнлөктән, сараһыҙлыҡтан ҡотолоу әмәлен бергәләп эҙләргә, юлларға, кәңәшләшергә тип йыйылған бында. Элеккесә, колхоз заманындағы кеүек, күмәкләп фекер алышырға. Район етәкселәре, белгестәренең кәңәш-тәҡдимен ишетергә.
Ә кәңәш-тәҡдимдәр, ысынлап та, уйланғандарҙы уйландырырлыҡ, сәмләнгәндәрҙе сәмләндерерлек, шикләнгәндәрҙең шиген таратырлыҡ, ғәмһеҙҙәргә ғәм өҫтәрлек ине. Күмәк хужалыҡты тергеҙеү, ундай форсат булмаһа, шәхси эшҡыуарлыҡ, крәҫтиән, фермер хужалығын ойоштороу, ярҙамсы шәхси хужалығыңды үҫтереү буйынса дәүләт, район яғынан ниндәй ярҙам (субсидия, льготалы кредит), ауылды тергеҙеү, үҫтереү йәһәтенән, йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү йүнәлешендә ниндәй программалар бойомға ашырыла — бына ошо юҫыҡта һүҙ ентекле алып барылды. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарының иҡтисадын үҫтереү буйынса республика программаһына ярашлы, Ейәнсурала ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу йәһәтенән ниндәй эштәр атҡарыла башлауына ла сығыш яһаусылар ентекле туҡталды. Уларҙың һүҙҙәренсә, Үргендә лә тоҡомло мал үрсетеү фермаһы асыласаҡ — бының өсөн элекке ҡыйралған ферма урынында яңы төҙөлөш һәм реконструкция эштәре күҙҙә тотола. Бынан тыш, ауыл эшсәндәренең шәхси ярҙамсы хужалыҡтарын көсәйтеү маҡсатында районда ҡатнаш мал аҙығын етештереү цехы ҡороласаҡ. Фермер, шәхси хужалыҡтарҙан йыйылған һөттө эшкәртеү өсөн урындарҙа дүрт һөт заводы асыласаҡ. Ғаилә һөтсөлөк фермаларын, шулай уҡ республиканың “500 һөтсөлөк фермаһы” программаһын атҡарыу буйынса ла эштәр алып барылыуына баҫым яһалды. Ҡырсылыҡ эшен йәнләндереү, һыу сығанаҡтарын рациональ файҙаланыу йүнәлешендә лә тәүге аҙымдар күҙәтелә. Теплицала йәшелсә үҫтерергә теләүселәргә лә — “йәшел ут”. Райондың тәбиғи ресурстары 40 меңдән ашыу бал ҡорто күсен аҫрау мөмкинлеген бирә. Ҡыҫҡаһы, эшләйем, йәшәйем тигән кешегә хәҙер киң мөмкинлектәр асылып тора — ҡуҙғал, өйрән, юлла, башлап ебәр!
Район башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Әмир Ноғоманов:
— Үрген генә түгел, бөтә башҡорт халҡы йоҡлай, — тип һүҙ башлап, ауыл хужалығын тергеҙеү өсөн дәүләт тарафынан ниндәй сәйәсәт алып барылыуына ентекле туҡтаны. — Әллә күпме программа, закон эшләй башлауына ҡарамаҫтан, һеҙҙең ауылда барлығы өс кенә шәхси эшҡыуар. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә районда 2,5 миллион һум аҡса бүленде һәм был форсаттан 25 йүнсел файҙаланды, ә Үргендән берәү ҙә юҡ. Республика программаһы буйынса кире ҡайтарылмаусы 300 мең һумлыҡ субсидияға ла үргендәр араһынан дәғүә итеүсе табылманы. 53 кеше, райондың мәшғүллек үҙәге аша бер эш урынын булдырған өсөн 58800 һумлыҡ ярҙамды ҡулланып, үҙ шөғөлөн асты, һеҙҙән йәнә бер кем дә юҡ. Район хакимиәте сайтында был мөмкинлектәр тураһында бөтә мәғлүмәттәр ҙә бар, был турала район гәзитендә лә мәҡәләләр баҫылып тора. Үҙебеҙҙең мәғлүмәт-консультация үҙәге эшләй — мөрәжәғәт итеүселәргә документ юллашырға ярҙам итеү өсөн булдырылды ул. Инде ауыҙыңа сәйнәп ҡаптырғанды йоторға ғына ҡала ла бит...
Йыйын протоколын теркәп барыусы сәркәтип һайлау тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, артымда ултырыусы ағайҙар: “Райондан килгән бынау йәш кешене һайларға кәрәк, барыбер тик ултыра”, — тине. Ошо һүҙҙәр генә лә асылыбыҙҙы асыҡ сағылдыра — беҙ һаман да ситтән күҙәтеүсе булырға тырышабыҙ.
— Әйҙәгеҙ, күҙәтеүсе генә булмайыҡ, ә үҙебеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе үҙебеҙ күтәреп сығайыҡ, — тип, залдағыларҙы һөйләшеүгә саҡырып ҡараны мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Тәлғәт Аҡбутин.
Ысынлап та, Әмир Ғүмәр улының һүҙҙәре хаҡтыр: ошондай мөмкинлектәр хаҡында һүҙ алып барылыуға ҡарамаҫтан, йыйында ауылдың төп тотҡаһы булып торорға тейешле урта йәштәгеләр, йәштәр яғынан берәй теләк, тәҡдим ишетелмәүе эсте бошорҙо. Хәйер, беҙҙең халыҡ бик сарғалап бармай бит ул, ете үлсәп, бер киҫә. Кешенең бер һөйләшеүҙә генә өлгөрөп етмәүе лә ихтимал. Әммә бер аҙҙан район хакимиәтенә, мәғлүмәт-консультация, халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәрҙең һорауҙар-ғаризалар менән мөрәжәғәт итеренә ышанам. Күңелдәренә орлоҡ һалынды, ә уларҙың шытым биреү-бирмәүе халыҡтың тик үҙенә бәйле.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА,
“Башҡортостан” гәзитенең
үҙ хәбәрсеһе.
Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Рәсәй мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин ураҙаның рухи әһәмиәте хаҡында һөйләне

Рәсәй мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин ураҙаның рухи әһәмиәте хаҡында һөйләне 21.03.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин ураҙаның рухи әһәмиәте хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостан Башлығы «Хәүефһеҙ интернет лигаһы» директоры менән осрашты

Башҡортостан Башлығы «Хәүефһеҙ интернет лигаһы» директоры менән осрашты 21.03.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы «Хәүефһеҙ интернет лигаһы» директоры менән осрашты...

Тотош уҡырға 19

Республикала яҙғы һунар миҙгеле башлана

Республикала яҙғы һунар миҙгеле башлана 21.03.2025 // Йәмғиәт

Республикала яҙғы һунар миҙгеле башлана...

Тотош уҡырға 16

Өфөлә йәшәүселәргә балалар лагерына юллама алыу тәртибен иҫкә төшөрҙөләр

Өфөлә йәшәүселәргә балалар лагерына юллама алыу тәртибен иҫкә төшөрҙөләр 21.03.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәргә балалар лагерына юллама алыу тәртибен иҫкә төшөрҙөләр...

Тотош уҡырға 15

Ял көндәрендә республикала епшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел фаразлана

Ял көндәрендә республикала епшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел фаразлана 21.03.2025 // Йәмғиәт

Ял көндәрендә республикала епшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел фаразлана...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостан аҫалы балаҫҡа дәүләт теркәүе таныҡлығын алды

Башҡортостан аҫалы балаҫҡа дәүләт теркәүе таныҡлығын алды 20.03.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан аҫалы балаҫҡа дәүләт теркәүе таныҡлығын алды...

Тотош уҡырға 29

Өфөлә өсөнсө «Китап байрамы» Еңеүҙең 80 йыллығына һәм МХО геройҙарына арнала

Өфөлә өсөнсө «Китап байрамы» Еңеүҙең 80 йыллығына һәм МХО геройҙарына арнала 20.03.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә өсөнсө «Китап байрамы» Еңеүҙең 80 йыллығына һәм МХО геройҙарына арнала...

Тотош уҡырға 37

Республикала өмә көндәре билдәле булды

Республикала өмә көндәре билдәле булды 20.03.2025 // Йәмғиәт

Республикала өмә көндәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 31

Башҡортостан яугире ҡыҙына көтөлмәгән бүләк яһаған

Башҡортостан яугире ҡыҙына көтөлмәгән бүләк яһаған 20.03.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан яугире ҡыҙына көтөлмәгән бүләк яһаған...

Тотош уҡырға 33

Республикала тәбиғәт ғәрәсәттәренән зыян күргәндәргә матди ярҙам суммаһы ике тапҡырға арттырылды

Республикала тәбиғәт ғәрәсәттәренән зыян күргәндәргә матди ярҙам суммаһы ике тапҡырға арттырылды 20.03.2025 // Йәмғиәт

Республикала тәбиғәт ғәрәсәттәренән зыян күргәндәргә матди ярҙам суммаһы ике тапҡырға арттырылды...

Тотош уҡырға 39

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьерҙарына яңы бурыстар йөкмәтелде

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьерҙарына яңы бурыстар йөкмәтелде 20.03.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьерҙарына яңы бурыстар йөкмәтелде...

Тотош уҡырға 27

Радий Хәбиров үҙенең тыуған көнөн «Ирҙәрсә һөйләшеү»ҙән башланы

Радий Хәбиров үҙенең тыуған көнөн «Ирҙәрсә һөйләшеү»ҙән башланы 20.03.2025 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров үҙенең тыуған көнөн «Ирҙәрсә һөйләшеү»ҙән башланы...

Тотош уҡырға 31