“Сәләм, сәләм, сәлә-ә-ә-әм!” Геройымды ошо ихлас тәбрикләүенән тыш күҙ алдына килтереүе бик ҡыйын. Сәләме лә, асылы ла, булмышы ла башлыса әлеге ябай, әммә яҡты өндәр кеүек. Ипле, тыныс тауышлы булыуына ҡарамаҫтан, был егеттең телмәре республикалағы һәр йортҡа үтеп инерлек, тетрәндерерлек йә иһә сикһеҙ шатландырырлыҡ көскә эйә. Таныш булығыҙ – “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы. Азат Ғәлиуллин. Әбйәлил районы”.– Төрлө сара, абруйлы шәхестәр тураһында репортаж әҙерләү һинең фарыз эшеңә әйләнгән дә инде, әммә бөгөн хәл башҡасараҡ: әңгәмәнең геройы – үҙең. Быға нисек ҡарайһың?
– Эйе, ысынлап, бер яҡтан ҡыҙыҡ та, икенсенән ҡурҡыта ла, сөнки үҙеңә әңгәмә геройы булыу, ай-һай, ауырҙыр. Быны яҙмаларым геройҙары аша беләм.
– “Йәшлек шоу-2015” нисек үтте? “Геройҙар” булдымы? Яңылышмаһам, был сара, алып барыусы булараҡ, һинең дебютың тип аталырға ла хаҡлы...
– Рәхмәт! Минеңсә, быйылғы “Йәшлек шоу” юғары кимәлдә үтте – тамашала яңы үрҙәр, заманса стиль барлыҡҡа килеүе күҙгә салынды. Республика күләмендә ойошторолған сараны алып барып, үҙенә күрә яңы ғилем, тәжрибә тупланым. Бығаса мәктәп йылдарында ла был шөғөл ят булманы. Һуңғы тапҡыр, бынан ете йыл элек, Башҡорт дәүләт университетының беренсе курсында уҡығанда “Студент яҙы” фестивален алып барҙым. Шуға ла, сәхнәгә сыҡҡаным юҡ, тип әйтә алмайым, әлбиттә. Ә “Йәшлек шоу” кеүек сараны алып барыу, минеңсә, көтөлмәгән бүләк. Тамаша режиссеры, беҙҙең “Бауырһаҡ” апайыбыҙ Ләйсән Мәжитоваға, сценарий авторы Асия Шаһминаға, шулай уҡ минең менән бергә шоуҙы алып барған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Римма Ҡаһармановаға рәхмәтемде белдерәм. Тәү ҡарашҡа еңел, икенсенән, етди бурысты ышанып тапшырғандарына шатмын.
– Башҡорт эстрадаһында күңелеңә ял биргән, ауаздаш булған йыр-моң – ул кемдеке?
– О, минең өсөн ундайҙар күп. Йыр-моң өлкәһенең бар жанрҙарын да үҙ итәм. Һәммәһен дә тыңлай алам, тик күңелгә иң яҡыны ул попсалыр. Айырым башҡарыусыларға килгәндә, башҡорт эстрадаһынан этно-стилдә йырлағандарҙы, халыҡсан башҡарыусыларҙы яратам. Рәсәй эстрадаһынан Валерия, Пелагея, Полина Гагарина кеүектәрҙең ижады оҡшай. Әйткәндәй, ҡайһы саҡта ниндәй йырға мөрәжәғәт итеүең кәйефтән дә тора инде. Кәрәк икән – ауыр рок, кәрәк икән релакс тулҡындарында бәүеләм. Күңелемде тотошлай әсир иткәне – ҡурай, һис шикһеҙ! Башҡорт милли музыка уйын ҡоралынан ағылған моң мине бөтөнләй “аяҡтан йыға”, тәнде зымбырлата. Төрлө тауыш сығарып йырлағандарҙы ла үҙ итәм. Һуңғы ваҡытта Юлиана Кривошапкина оҡшай башланы.
– Ғөмүмән, тормошоңдо милли мәҙәниәтһеҙ күҙ алдына килтерә алаһыңмы?
– Әлбиттә, юҡ! Мәҙәниәт булмаһа, шәхес тә булмаҫ ине. Һәр кем уға бәйлелер, һәр кем мәҙәнилеккә тартылалыр, тип уйлайым. Тап ул мине йәшәтәлер. Рухландырыусыһы, илһамландырыусыһы ла ул, тим. Әйткәндәй, мин бала саҡтан мәҙәниәт өлкәһенә ылығып үҫтем. Ата-әсәйем төрлө һөнәр эйәләре булыуға ҡарамаҫтан, барыбер сәнғәт кешеләре. Атайым ҡурай, баян кеүек музыка ҡоралдарында уйнаһа, заманында әсәйем бейене. Үҫкәндә халыҡ ижады ла ят булманы. Ҡәҙерлеләрем менән тыуған районымдың бик күп тарихи урындары буйлап гиҙҙек – легенда-риүәйәттәр, әкиәттәр тыңлап, белеп үҫтем. Үҙемде мәҙәниәтһеҙ күҙ алдыма ла килтерә алмайым тигән сағым бишенсе класҡа барып тоташа. Мәктәптәге һәр сарала ҡатнашырға тырыштым, драма түңәрәген бик яраттым. Шуға ла актер булыу теләге уянды, һәм был хыял мәктәпте тамамлағанса оҙата килде. Яҙмыш ҡушыуылыр, артабанғы уҡыуымды ул өлкә менән бәйләмәнем. Шулай ҙа унан алыҫ китмәгәнмен.
– Буш ваҡытың буламы? Булһа, нимә менән шөғөлләнәһең? Шәхси тормошоң нисек ҡоролған?
– Эштән һуң бер аҙ ваҡыт ҡалһа, мәҙәни усаҡтарға йүгерәм. Рухымды байытырға. Уларҙан үҙемсә ял алам. Шәхси тормошҡа килгәндә, әлегә дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым юҡ.
– Һиңә, боронғо йолаларға ярашлы, кәләште атай-әсәйең үҙҙәре һайлап бирәм тип әйтһә?..
– Ҡуйсы, улай булмаҫ.
– Буласаҡ ҡатыныңды нисегерәк күҙ алдына килтерәһең?
– Аҡыллы, тәрбиәле, уңған, изге күңелле булһа, ҡалғаны үҙ ыңғайы менән. Белмәйем, ни өсөндөр, кәләшем табип булыр һымаҡ. Кем белә, бәлки, был фараз ғәмәлгә ашыр ҙа, Алла бирһә!
– Эш буйынса төрлө тарафта йөрөйһөң, өлгөлө, матур ғаиләләрҙе лә күп күрәһең. Ошонан сығып, ысын мөхәббәт ниндәй төшөнсәләрҙән туплана тигән һығымта яһайһың?
– Әлләсе... Геройҙарыма ғашиҡ булам да, матур итеп сюжет әҙерләп эфирға бирәм – шуның менән бөттө. Артабан китә... ҡуласа һымаҡ ул ижад.
– Фәлсәфәүи уйҙарға бирелеү һиңә танышмы? Йәшәйешеңдең төп маҡсаты хаҡында йыш уйланаһыңмы?
– Төрлө саҡтар була, шулай ҙа тәрәнгә төшмәй генә күңелемдә “ҡаҙынам”. Тәк, быны шулайыраҡ эшләһәм, тәк быныһын былайыраҡ ҡылғанда, тим. Ҡайһы саҡта тәрән уйға бирелеп, нимә эшләргә тейешлегемде онотоп ебәрәм хатта. Һәр аҙымымды уйлап яһайым, әммә фәлсәфә итеү – минеке түгел. Уйланһам – эстән генә, тышҡа сыҡмай. Ниндәйҙер шикле осраҡ була ҡалһа, үҙемә ышанып етмәһәм, яҡшы белгән дуҫтарым менән кәңәшләшәм. Ярҙам итәләр, шөкөр.
– Атай-әсәйең ауылда бит инде, “Яңылыҡтар”ҙы ҡалдырмай ҡарап баралармы?
– Ғәзиздәрем Әбйәлил районының Әбйәлил ауылында йәшәй. Хаҡлы ялда икеһе лә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарайҙар, әлбиттә. Күптәрҙең: “Үәт, атай-әсәйең һинең менән һоҡлана, ғорурланалыр инде?” – тип әйткәне бар. “Белмәйем...” – тиһәм, аптырайҙар. Башҡорттоң тәрбиәһе шулайҙыр, маҡтау, хуплау ят күренеш тә түгел, әммә самаһын белеп кенә. “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа” тигәндәй, һәр эште күңел һалып, изге ниәт менән башҡарыу яҡлымын. Халыҡҡа хеҙмәт итеүҙән ҡәнәғәтлек кисереү, намыҫыңды тәрбиәләү – егеттәрсә, исмаһам.
– Яҙмышыңды яңынан һайлау мөмкинлеге булһа, нимәнелер үҙгәртер инеңме?
– Бындай мөмкинлек бирелә ҡалһа, тормошома бер нисә үҙгәреш индерергә булыр ине. Әммә һөнәремде, йәғни журналистиканы башҡаға алмаштырыу мөмкин түгел. Әйткәндәй, баш ҡалаға юғары белем алырға килгәндә, алдымда дүрт университет торҙо, тик ниңәлер күңел Башҡорт дәүләт университетына тартылды. Шулай яҙғандыр, күрәһең. Райондан йүнәлтмә Башҡорт дәүләт медицина университетына бирелһә ла, БДУ-ны тамамлауыма үкенмәйем. Иң мөһиме – һөнәрем буйынса эшләп йөрөйөм, Аллаға шөкөр!
– Милли музыка ҡоралыбыҙ – ҡурай тураһында төшөрөлгән һоҡланғыс, тарихҡа бай сюжетың башҡорт йәмәғәтселеген битараф ҡалдырманы. Уны әҙерләгәндә бығаса асылмаған серҙәр сиселгәндер, яңылыҡтарһыҙ ҙа булмағандыр?
– Эйе, әлегәсә асыҡланмаған дәлилдәргә юлыҡтым. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков аша “Сыңрау торна” көйөнөң ҡурайҙа мең йыл ярымдан ашыу уйналыуын белдем. Бынан тыш, Йомабай Иҫәнбаевтың бығаса күрмәгән фотоһына юлыҡтым. Һүрәт 1925 йылда төшөрөлгән. Интернеттан таптым. Ул ҡаҙаҡ фольклорсыһы Жарҡым Шәкәримдең шәхси архивы тип билдәләнгән. Фото башҡорт ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаевтың Париж сәхнәһендә сығыш яһауын күҙ алдына баҫтыра.
Бығаса Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт һалдаттарының ҡурайҙа уйнағанын ишетеп кенә белә инем. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейы мөдире Илүзә Ишмөхәмәтова уларҙың күп булыуы хаҡында һөйләне, һәр береһенең тиерлек исем-шәрифен телгә алыуы бик тә һөйөндөрҙө. Хатта ғорурлыҡ тойғоһо уянды. Шулай уҡ бығаса әллә ни таныш булмаған 70-се йылдар күҙ алдынан үтте. Ул саҡта башҡорт милли уйын ҡоралының һүнә биреп ҡалыуын белдем. Быға Совет осороноң ҡаты цензураһына эләгеүе сәбәпсе булған, шуға ла халыҡтың бик күп өлөшө милли музыка ҡоралынан баш тартырға мәжбүр булған, тине арҙаҡлы ҡурайсыларыбыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, ата-бабаларынан ҡалған аманатҡа тоғролоҡ һаҡлап ҡалған Ғата Сөләймәнов милли уйын ҡоралын ҡабаттан тергеҙә, пропагандалай башлай.
Ошо дәүерҙәр ни өсөндөр күңелемде бер күтәреп, бер төшөрөп алды. Бәлки, үткәндәрҙең хәтере миндә лә һаҡланалыр. Әйткәндәй, хәтер тигәс, ҡурайсылар аша шуны белдем. Башҡорттарҙың милли уйын ҡоралында меңдәрсә йыл уйнауын иҫәпкә алғанда, ҡурайҙа уйнарға теләгән һәр башҡорт уны йәһәт кенә үҙләштерә ала. Аңлатыуҙарынса, беҙҙә генетик хәтер һаҡлана. Һоҡланғыс күренеш, әлбиттә! “Буранбай”ҙы башҡарһа, тимәк, ул – профессиональ ҡурайсы. Ғөмүмән, милли тарихыбыҙ артабан да һоҡланып һөйләнелеп, ҡағыҙ битенә яҙып ҡына бөтөрөрлөк түгел. Был, әлбиттә, халҡыбыҙ рухиәтенең бай, тамырының ныҡ булыуына ишара. Шуға ла уның ҡәҙерен белеү мөһим.
– Киләсәктә милли рухтағы ошондай яҙмалар ижад итеү планлаштырыламы?
– Әлбиттә, милли рухтағы темаларҙы төшөрөп күрһәтеү – эшемдең бер өлөшө, тип әйтһәң дә, яңылыш булмаҫ. Әленән-әле эҙләнеүҙәр өҫтөндәмен. Отошло тип табылғандары хеҙмәттәшем Айнур Кәбиров алып барған “Аҙна яңылыҡтары”нда сыға. Мәҙәниәт өлкәһенә бәйле сюжеттар әҙерләп эфирға биреү – үҙе бер ҡыҙыҡлы шөғөл. Төрлө яҡлы фекерҙәр тыңлайһың, белмәгәндәреңә төшөнәһең. Ғөмүмән, был өлкәне бар күңелем менән яратам, сөнки унан мин рух, киләсәккә сәм һәм дәрт аламын.
Күптән түгел башҡорттоң боронғо шөғөлө – һунар ҡоштары менән ауға сығыу – тураһында яҙмам донъя күрҙе. Сюжет геройы – Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе Вилдан Хәсәнов. Рухлы, тәүәккәл замандашыбыҙҙың ғорур ҡошто аҫрауы, уны күккә сөйөүе һөйөндөрҙө. Үҙем дә бөркөттәр төркөмөнә ҡараған ҡарағошто тәүгә яҡындан күрҙем, унан бигерәк ҡулға ултыртыу үҙе бер ғәжәп күренеш булды. Вилдан ағайҙың “Ҡоштарҙы ҡулға эйәләшкән тип түгел, ә кеше уның холҡона күнеккән тип ҡарарға кәрәк” тигән фекере күңелгә инеп ҡалды. Был тема мине берсә һоҡландырҙы, берсә әсендерҙе лә. Ҡасандыр ул беҙҙең төп кәсебебеҙ булған, хәҙер республикала һунар ҡоштары менән ни бары өс кеше шөғөлләнә. Шуларҙың береһе – Вилдан ағай.
Тарихи мәғлүмәттәрҙә ҡош менән ауға сығыу 20-се быуат баштарында һүрелеүе билдәле. Ә бына туғандаш халҡыбыҙ ҡаҙаҡтарҙа ҡоштар менән һунар итеү кәсебе әле лә ҡәҙерләп һаҡлана. Улай ғына түгел, киң ҡолас йәйә. Хатта Ҡаҙағстанда һунарсылыҡ итеү фестиваль, чемпионат рәүешендә үтә. Рухлы сарала донъяның төрлө төбәктәренән халыҡ милли кейемдәрҙә сығыш яһай. Вилдан Хәсәновты ла һунар ҡошо аҫрауға ҡаҙаҡ дуҫы өйрәткән. Замандашыбыҙҙың маҡсаты бер – боронғо шөғөлдө тергеҙеп, республиканың бренды итеү. Шулай ҙа, йыртҡыс ҡоштарҙың ҡайһы бер төрҙәре “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгәнлектән, был кәсеп киң тарала алмай. Уның ҡарауы, сит илдәрҙә, мәҫәлән, юғалыу ҡурҡынысы янаған йәнлек-януарҙарҙы халыҡ ҡурсалауға алып махсус шарттарҙа тәрбиәләй. Ә беҙҙең яҡта, киреһенсә, тейергә ярамай! Бәлки, беҙгә лә ошондай уҡ алымдарҙы файҙаланып, юғалыу ҡурҡынысы янағандарҙы үҙебеҙҙең ҡулға алырға кәрәктер?! Әлбиттә, был йәһәттән, әлеге лә баяғы, ниндәй кеше ҡулына килеп эләгә әле ул? Хәҙер бит заманаһы ла башҡа...
– Милли мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәһенең ниндәй өлгөләрен тотош донъяға танытыу маҡсаты менән янаһың?
– Халҡыбыҙ тормошонда был ике йүнәлеш тә шаҡтай күркәм, үҙенсәлекле сифаттар, алтынға бәрәбәр өлгөләр менән тулы. Ошоноң менән сикһеҙ байбыҙ, тип әйтер инем. Уларҙың ҡәҙерен белергә кәрәк, мөмкин тиклем күтәреү, танытыу, һаҡлау мөһим. Ә тотош донъяға танытыу мәсьәләһенә килгәндә, ниндәй осраҡ булһа ла, беҙ хеҙмәттәштәрем менән бергә мәғлүмәти яҡтан ярҙам итә алабыҙҙыр, моғайын.
– Рәхмәт! Ҡанаттарың һынмаһын, ҡайырылмаһын, гүзәл халҡымдың улы!
Гөлсәсәк МОСТАЕВА әңгәмәләште.