Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иркә ҡыҙҙың нисек сыныҡҡаны
Иркә ҡыҙҙың  нисек сыныҡҡаны Һәр кем киләсәге тураһында хәстәрлек күрә, шуға ярашлы ниәт-пландар ҡора. Бәләкәйме ул, ҙурмы – уныһы мөһим түгел. Маҡсатыңа өлгәштең икән, иңеңдә ҡанат үҫкәндәй тояһың, атлап түгел, ә күктә осоп йөрөгәндәй хис итәһең үҙеңде. Дәрте-ҡыуанысы ташып-түгелеп торған яҙмышын үҙе яҙған гүзәл зат менән Йәрмәкәй ауылында осраштыҡ. Ул тегеү цехы асҡан. Таныш булығыҙ: “Мөхәмәтйәнова” шәхси хужалығы етәксеһе, эшҡыуар Айназ МӨХӘМӘТЙӘНОВА.
– Гәзит уҡыусыларҙы үҙең менән яҡынданыраҡ таныштырып үтһәңсе...
– Тыумышым менән Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылынанмын, кем әйтмешләй, әсәйемдең иркә генә ҡыҙы мин. Исемем ошо турала ҡысҡырып тора бит – наҙ яратам, серле ай һүҙе менән дә бәйле ул. Урта мәктәптән һуң баш ҡалаға юлландым. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын (хәҙер – университет) тамамланым, дизайнер һөнәрен үҙләш­терҙем.
– Хеҙмәт юлың нисегерәк башланып китте? Урында ҡуш ҡуллап ҡаршы алдылармы?
– Дипломлы йәш белгес була­раҡ ҡайҙа ғына башымды тығып ҡараманым. Энә күҙәүендәй генә өмөт бағлап эш һорап киләм, ә етәкселәр мине тупһанан уҡ тигән­дәй кире бороп сығара. Имеш, беренсенән, эш стажым өс йылға ла тулмаған, икенсенән, тәжрибәм юҡ. Бәлки, баҙнатһыҙлыҡ ҡамасау иткәндер. Береһенә лә үпкәм юҡ, киреһенсә, һәммәһенә лә рәхмәт­лемен. Уйлауымса, етәкселәрҙең тупһаһын тапау сыныҡтырғандыр мине. Ә ниңә үҙ эшемде асып ҡарамаҫҡа тигән уй килде бер мәл. Берәүгә лә был турала өндәшеп торманым. Шулай итеп, бигерәк тә атайым менән әсәйемде шаҡ ҡатырып, тыныс ҡына эшҡыуар булып киттем. Яҡындарымдың хуп­лауы айырыуса дәртләндерҙе мине.
– Ни өсөн нәҡ халыҡҡа көн­күреш хеҙмәте күрһәтеү йүнә­лешенә туҡталдың, ә башҡаға түгел?
– Йәрмәкәй – республикабыҙҙа иң бәләкәй райондарҙың береһе, барыһы ла ус төбөндәгеләй күренә. Сауҙа тармағында эшләүселәр быуа быуырлыҡ, төҙөлөштә лә шулай уҡ. Туҡланыу өлкәһе минеке түгел, ауыл хужалығында үҙемде бөтөнләй күҙ алдына килтерә алмайым, ә туризм башыма ла инеп сыҡманы. Бәләкәйҙән әсәйемдән күрмәксе ҡул эштәренә тартылдым, бәйләргә, сигергә һәм тегергә яраттым. Өҫтәүенә дизайн буйынса белгесмен.
Бында өлгөрмәгәндә, заказ­дарҙы өйгә лә алып ҡайтам. Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр өсөн дә күлдәк, салбар һәм башҡа кәрәк-яраҡ тегеү менән бергә, кейемде ҡыҫҡартыу йәки, киреһенсә, оҙонайтыу, һүтел­гән-киҫелгән урындарын йүнәтеү кеүек эштәрҙе лә яратып башҡа­рам. Мәҫәлән, һалбырап торған пин­жәк менән көҙгө алдына баҫтырам клиентты, оҡшаймы-килешәме, йәнәһе. Икенсе килеүенә барыһын да тәртипкә килтерәм. Ул кеше кейемен генә түгел, үҙен дә танымай тора хатта. Тиккә генә, тән зиннәте – кейем, аҡыл зиннәте – ғилем, тимәйҙәр.
– Әсәһенең иркә ҡыҙы бындай ҙур аҙымды яһар өсөн үҙендә ҡайҙан көс тапҡан?
– Минең кеүектәргә, “алтын ҙур булмай” йәки “ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә”, тиҙәр. Һәр хәлдә әхирәттәрем дә, класташтарым да шулай ти. Миңә ҡалһа, эске ныҡ­лыҡ кәрәк, рухи яҡтан көслө бу­лырға. Мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда батыр булырға өйрәткән педагогтар күп осраны, шуларҙың кәңәшен тормошта ҡулланам.
– Айназ Вейнер ҡыҙы, ниндәй ҙә эшеңде асыу өсөн башланғыс капитал булыу – төп шарттыр, моғайын?
– Әлбиттә, шулай. Йыйған-туп­лаған әҙме-күпме аҡсам бар ине, әсәйем менән атайымдың ярҙамын ныҡ тойҙом. Шуларҙы бизнесҡа йүнәлттем.
– Дәүләттән ярҙам булдымы һуң? Эшҡыуарҙар өсөн төрлө программалар бар, уларҙы өйрәнмәнеңме?
– Интернетты байҡағанда башлап эшен асыусыларға Хөкүмә­тебеҙ аҡсалата ярҙам күрһәтә икән тигән яңылыҡҡа тап булдым. Уны ентекләп уҡып сыҡтым. Тейешле документтарҙы барлап, килтереп һалдым ошо мәсьәлә менән шөғөлләнгән белгестең өҫтәленә. Күп тә үтмәне, “һеҙ фәлән-фәлән программала ҡатнашасаҡһығыҙ” тип һөйөнсөләнеләр. Эй ҡыуан­дым. Юғиһә 300 мең һум аҡсаны ҡайҙан алыр инем.
– Киләсәккә ниндәй пландар ҡораһың?
– Ғөмүмән, уй-хыялдарҙы бигүк һөйләп бармаҫҡа кәрәк, тиҙәр. Был дөрөҫмө-юҡмы – әйтә алмайым. Дөйөм алғанда, эшмәкәрлегемде киңәйтеү – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Әле иһә бер бүлмәне ҡуртымға алғанмын, был минең өсөн бигүк уңайлы түгел. Үҙемдең офисымды төҙөү тураһында уйланам.
– Үҙең кеүек юл сатында ҡалғандарға теләгең дә барҙыр...
– Уҡыу энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыуға тиң, тиҙәр. Уның шулай икәненә йыл­дар уҙған һайын нығыраҡ төшөнә барам. Эшҡыуар универсаль бу­лыр­ға тейеш. Бигерәк тә юридик яҡтан белем талап ителә. Иҫәпсе-хисапсы, хатта ябай эшсе лә бу­лырға тура килә. Шуға күрә беле­меңде камиллаштырып торорға кәрәк.

Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.





Район: Йәрмәкәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә