Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ...
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу юлдары
Ниндәй документтар әҙерләргә?
Сертификаттың төп нөсхәһе (уның дубликаты), паспорт, әгәр договорҙың бер яғында ире йәки ҡатыны торһа, никах тураһында таныҡлыҡ, шулай уҡ икенсеһенең паспорты талап ителә.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн түбәндәге документтар кәрәк:
3 торлаҡ бинаны һатып алыу (балаға 3 йәш тулғас, 862-се Ҡағиҙәнең 8-се пункты) — торлаҡты һатып алыу-һатыу договоры (Теркәү палатаһында рәсмиләштерелгән); сертификат хужаһының (ире йә ҡатынының) торлаҡҡа милек хоҡуғын дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ; килешеү буйынса өлөштәр күләмен билдәләп, торлаҡ бинаны сертификат хужаһының, тормош иптәшенең, балаларының (шул иҫәптән артабанғыларының) дөйөм милке итеп рәсмиләштереү тураһында торлаҡты һатып алыу-һатыу договоры нигеҙендә һатып алыусыларҙың нотариуста раҫланған яҙма йөкләмәһе; договор буйынса түләнмәй ҡалған аҡса тураһында торлаҡты һатыусынан белешмә;
3 өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу договоры хаҡын түләү (балаға 3 йәш тулғас, 862-се Ҡағиҙәнең 9-сы пункты) — өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу договоры (Теркәү палатаһында рәсмиләштерелгән); договор буйынса түләү һәм түләнмәй ҡалған аҡса тураһында документ; килешеү буйынса өлөштәр күләмен билдәләп, торлаҡ бинаны сертификат хужаһының, уның тормош иптәшенең, балаларының (шул иҫәптән артабанғыларының) дөйөм милке итеп рәсмиләштереү тураһында өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу договорында яҡтар булып торған кешеләрҙең нотариуста раҫланған яҙма йөкләмәһе;
*подряд ойошмаһы аша шәхси йорт төҙөү (балаға 3 йәш тулғас, 862-се Ҡағиҙәнең 10-сы пункты) — сертификат хужаһына йәки уның тормош иптәшенә төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы; төҙөлөш подряды договоры; килешеү буйынса өлөштәр күләмен билдәләп, торлаҡ бинаны сертификат хужаһының, уның тормош иптәшенең, балаларының (шул иҫәптән артабанғыларының) дөйөм милке итеп рәсмиләштереү тураһында төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы рәсмиләштерелгән кешенең нотариуста раҫланған яҙма йөкләмәһе; шәхси йорт төҙөлөшө алып барылған ер участкаһына сертификат хужаһының йәки уның тормош иптәшенең милек, мөҙҙәтһеҙ ҡулланыу, ҡуртым, билдәле ваҡытта бушлай файҙаланыу хоҡуғын раҫлаусы документ;
3 үҙ көсөң менән шәхси йорт төҙөү (реконструкциялау) — тәүге иғәнә әсәлек (ғаилә) капиталының ҡалған өлөшөнөң иң күбе 50 проценты күләмендә (балаға 3 йәш тулғас, 862-се Ҡағиҙәнең 102-се пункты) — шәхси йорт төҙөлөшө алып барылған ер участкаһына сертификат хужаһының йәки тормош иптәшенең милек, мөҙҙәтһеҙ ҡулланыу, ҡуртым, билдәле ваҡытта бушлай файҙаланыу хоҡуғын раҫлаусы документ; сертификат хужаһына йәки уның тормош иптәшенә рәсмиләштерелгән төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы; йортто реконструкциялаған осраҡта, сертификат хужаһының (ире йә ҡатынының) уға милек хоҡуғын дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ; килешеү буйынса өлөштәр күләмен билдәләп, сертификат хужаһының, уның тормош иптәшенең, балаларының (шул иҫәптән артабанғыларының) дөйөм милке итеп рәсмиләштереү тураһында төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы бирелгән кешенең яҙма йөкләмәһе; сертификат хужаһының банк иҫәбе булыуын раҫлаусы документ (аҡса күсереү өсөн реквизиттар күрһәтелергә тейеш);
3 Әсәлек (ғаилә) капиталының ҡалған өлөшө алты ай үткәндән һуң үҙ көсөң менән шәхси йорт төҙөүгә (реконструкциялауға) (862-се Ҡағиҙәнең 103-сө пункты) — төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы биреүгә вәкәләтле ойошма тарафынан тапшырылған торлаҡ төҙөү буйынса төп эштәрҙе (нигеҙ һалыу, стена күтәреү һәм түбә ябыу) башҡарыуҙы йәки торлаҡты реконструкциялау буйынса эштәр башҡарыуҙы, шуның һөҙөмтәһендә йорттоң дөйөм майҙаны Рәсәй Федерацияһының торлаҡ ҡануниәтенә ярашлы билдәләнгән майҙандың кәмендә иҫәп нормаһынан артыуын раҫлаусы документ; сертификат хужаһының банк иҫәбе булыуын раҫлаусы документ (аҡса күсереү өсөн реквизиттар күрһәтелергә тейеш);
3 шәхси йорт төҙөү йәки реконструкциялау буйынса сығымдарҙы ҡаплатыуға (балаға 3 йәш үткәс, 862-се Ҡағиҙәнең 104-се пункты) — шәхси йорт төҙөлөшө алып барылған ер участкаһына сертификат хужаһының йәки уның тормош иптәшенең милек, мөҙҙәтһеҙ ҡулланыу, ҡуртым, билдәле ваҡытта бушлай файҙаланыу хоҡуғын раҫлаусы документ; шәхси йортҡа 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң барлыҡҡа килгән милек хоҡуғын дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡ, йә иһә 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң реконструкцияланған шәхси йортҡа милек хоҡуғын дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәһе; килешеү буйынса өлөштәр күләмен билдәләп, торлаҡ бинаны сертификат хужаһының, уның тормош иптәшенең, балаларының (шул иҫәптән артабанғыларының) дөйөм милке итеп рәсмиләштереү тураһында торлаҡ милексеһе булған кешенең яҙма йөкләмәһе; сертификат хужаһының банк иҫәбе булыуын раҫлаусы документ (аҡса күсереү өсөн реквизиттар күрһәтелергә тейеш);
3 торлаҡ төҙөлөшө (тупланма) кооперативына инеү йәки пай иғәнәһе (балаға 3 йәш тулғас, 862-се Ҡағиҙәнең 11-се пункты) — сертификат хужаһының (ире йә ҡатынының) ағза булып тороуын раҫлаусы кооператив ағзалары реестрынан өҙөмтә; пай иғәнәһе түләү һәм түләнмәгән пай иғәнәһе тураһында белешмә; кооператив уставының күсермәһе; килешеү буйынса өлөштәр күләмен билдәләп, торлаҡ бинаны сертификат хужаһының, уның тормош иптәшенең, балаларының (шул иҫәптән артабанғыларының) дөйөм милке итеп рәсмиләштереү тураһында кооператив ағзаһы булып торған кешенең нотариуста раҫланған яҙма йөкләмәһе;
3 торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә кредит (заем) алғанда тәүге иғәнәне түләүгә (балаға 3 йәш тулғас, 862-се Ҡағиҙәнең 12-се пункты) — торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә кредит договоры (заем договоры); әгәр кредит договорында (заем договорында) ипотека тураһында договор төҙөү ҡаралһа, тейешле тәртиптә дәүләт теркәүе үткән ошондай договор; килешеү буйынса өлөштәр күләмен билдәләп, торлаҡ бинаны сертификат хужаһының, уның тормош иптәшенең, балаларының (шул иҫәптән артабанғыларының) дөйөм милке итеп рәсмиләштереү тураһында кредит (заем) договорында ҡатнашыусы булып торған кешенең нотариуста раҫланған яҙма йөкләмәһе;
3 торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә кредит (заем) буйынса төп бурысты һәм проценттар түләүгә (баланың йәшенә ҡарамай теләһә ҡайһы ваҡытта, 862-се Ҡағиҙәнең 13-сө пункты) — кредит договоры (заем договоры); төп бурыстың ҡалған өлөшө һәм кредиттан (заемдан) файҙаланған өсөн процент күләме тураһында белешмә; әгәр кредит договорында (заем договорында) ипотека тураһында договор төҙөү ҡаралған осраҡта, дәүләт теркәүе үткән ошондай договор; торлаҡ һатып алған, шулай уҡ уны файҙаланыуға тапшырған осраҡта, кредит (заем) аҡсаһын ҡулланып һатып алынған йәки төҙөлгән торлаҡҡа милек хоҡуғын дәүләт теркәүе хаҡында таныҡлыҡ; әгәр торлаҡ төҙөлөшө объекты файҙаланыуға тапшырылмаһа, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу тураһында Теркәү палатаһында рәсмиләштерелгән договор йәки шәхси йорт төҙөүгә рөхсәт ҡағыҙы; әгәр кредит (заем) кооперативҡа инеү иғәнәһе һәм (йәки) пай иғәнәһе түләүгә бирелгән булһа, сертификат хужаһының ағза булыуын раҫлаусы кооператив ағзалары реестрынан өҙөмтә; килешеү буйынса өлөштәр күләмен билдәләп, торлаҡ бинаны сертификат хужаһының, уның тормош иптәшенең, балаларының (шул иҫәптән артабанғыларының) дөйөм милке итеп рәсмиләштереү тураһында торлаҡ бинаға милек хоҡуғына эйә булған йә иһә торлаҡ бинаны һатып алыу йә төҙөү буйынса килешеүҙә йәки йөкләмәләрҙә ҡатнашыусы булып торған кешеләрҙең нотариуста раҫланған яҙма йөкләмәһе; килешеү буйынса өлөштәр күләмен билдәләп, торлаҡ бинаны сертификат хужаһының, уның тормош иптәшенең, балаларының (шул иҫәптән артабанғыларының) дөйөм милке итеп рәсмиләштереү тураһында милекселәрҙең йәиһә договорҙа ҡатнашыусы яҡтарҙың нотариуста раҫланған яҙма йөкләмәһе.

Сертификатты белем алыуға ла тотонорға мөмкин

3 түләүле белем алыуға түләү (балаға 3 йәш тулғас, 926-сы Ҡағиҙәнең 5-се пункты) — түләүле белем биреү хеҙмәте күрһәтеү тураһында договор; белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу хоҡуғына мәғариф учреждениеһының лицензияһы; дәүләткә ҡарамаған мәғариф учреждениеһының дәүләт аккредитацияһы тураһында таныҡлығы;
3 уҡыған осорҙа ятаҡта йәшәү өсөн түләү (балаға 3 йәш тулғас, 926-сы Ҡағиҙәнең 7-се пункты) — ятаҡта торлаҡ бина яллау договоры (аҡса күләме һәм түләү индереү ваҡыты күрһәтелә); мәғариф учреждениеһынан баланың (балаларҙың) ятаҡта йәшәүе хаҡында белешмә.
3 баланы мәғариф учреждениеһында ҡараған өсөн түләү (балаға 3 йәш тулғас, 926-сы Ҡағиҙәнең 8 (1)-се пункты) — баланы ҡараған өсөн түләү күләмен иҫәпләп, белем биреү учреждениеһы менән сертификат алған кеше араһында төҙөлгән договор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Балтас районынан хеҙмәт ветераны 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Балтас районынан хеҙмәт ветераны 95 йәшлек юбилейын билдәләне 13.11.2026 // Йәмғиәт

Балтас районынан хеҙмәт ветераны 95 йәшлек юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Календарь буйынса туй: 2027 йылда никах теркәү өсөн матур даталар билдәле булды
Республикала Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә дикторҙар конкурсы иғлан ителде
Башҡортостанда ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә

Башҡортостанда ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә 13.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Республиканың өс районында һауа торошо боҙолоу сәбәпле трасса ябылды

Республиканың өс районында һауа торошо боҙолоу сәбәпле трасса ябылды 13.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың өс районында һауа торошо боҙолоу сәбәпле трасса ябылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандың 38 ҡала һәм районында ауыл хужалығы йәрминкәләре була

Башҡортостандың 38 ҡала һәм районында ауыл хужалығы йәрминкәләре була 13.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала йәшәүселәрҙе сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр....

Тотош уҡырға 1

Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә

Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә 12.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә...

Тотош уҡырға 3

Республикала хәрби комиссариаттарҙа контракт төҙөргә мәжбүр итеү тураһында фейкты кире ҡаҡтылар

Республикала хәрби комиссариаттарҙа контракт төҙөргә мәжбүр итеү тураһында фейкты кире ҡаҡтылар 12.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала хәрби комиссариаттарҙа контракт төҙөргә мәжбүр итеү тураһында фейкты кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 9

Республикала ноябргә хас булмаған йылы һауа торошо көтөлә

Республикала ноябргә хас булмаған йылы һауа торошо көтөлә 12.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә плюс температураһы һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә, тип фаразлай ......

Тотош уҡырға 2

Салауат Юлаевтың элекке һәйкәлен ҡуйыу урыны билдәле булды

Салауат Юлаевтың элекке һәйкәлен ҡуйыу урыны билдәле булды 12.11.2026 // Йәмғиәт

2027 йылда Өфөгә Ағиҙел йылғаһы ярына Салауат Юлаев һәйкәле урынлаштырыласаҡ. Хәҙер уны скульптор ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк

Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк 12.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе

Комментарий өҫтәргә