Тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, Байғужаға 1928 йылда Әлмөхәмәт ауылындағы (хәҙер ул юҡ) Солтановтарҙың, Байғужиндарҙың, Сыңғыҙовтарҙың нәҫелдәре нигеҙ һала. Бөгөн был төйәк Үрге Ғәле биләмәһенә ҡарай.
Район үҙәгенән 80 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Байғужа Йылайырҙы Хәйбулла менән бәйләй. Элек тә шулай ине, хәҙер ҙә ауыл халҡы күршеләрҙең дауаханаһына күренә, Ырымбур өлкәһенә барып һатыу итә. Төп йәшәү сығанаҡтары – малсылыҡ, умартасылыҡ. Вахта ысулы менән ситтә эшләгәндәр ҙә байтаҡ. Бындағы 75 йортта 259 кеше йәшәй. Халыҡ татыу, берҙәм, дәртле. Сәфәр барышында беҙҙе урындағы хакимиәт башлығы Юнир Таһиров, үҙе йөрөп, байғужаларҙың тормош-көнкүреш шарттары менән таныштырҙы. Иң тәүҙә быйыл сафҡа ингән балалар майҙансығын ҡараныҡ. Ауыл хакимиәтенең ярҙамы менән бында кескәйҙәр өсөн уйын, ял урындары булдырылған, бәүелсәк ҡуйылған. “Төпкөлгә ундай майҙансыҡ нимәгә?” – тип аптырап ҡалыр күптәр. Ҡыш тыныс булһа ла, йәй Байғужа балалар тауышынан гөрләп тора шул: олатай-өләсәйе янына ял итергә ҡайтҡандарҙың иҫәбе-һаны юҡ!
Майҙансыҡтың янында ғына ишле ғаилә лә йәшәй икән. Халыҡ менән танышыуҙы тап уларҙан башларға булдыҡ.Эшһеҙлек
һылтау түгел“Иң ҙур байлығыбыҙ – балаларыбыҙ. Тормошобоҙҙо уларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ”, – тигән һүҙҙәр менән ҡаршыланы беҙҙе Әлфинур менән Данис Байғужиндар. Уңған хужабикә Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылынан килен булып төшкән. Төпкөлдә йәшәгәненә һис тә үкенмәй ул.
– Иремдән уңдым: холҡо һәйбәт, балаларҙы ярата, – тип йылмайҙы бәхетле әсә. – Шуға күрә балаға күмелгәнбеҙ ҙә! Күмәк йәшәүе күңелле, үҙебеҙҙә хас та балалар баҡсаһы инде! Етмәһә, эргәлә генә бынамын тигән уйын майҙансығы төҙөлдө. Унда күмәкләп сығып, ял итеп, шаярышып алабыҙ.
Байғужиндар шәхси хужалығында күпләп мал тота, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Тапҡандан йүнләгән уҙа тигәндәй, үҙ продукцияһынан “тере” аҡса эшләй улар. Өлкән улдары Рәмис – IV, Заремалары II класта белем ала. Ирхан менән Рифат бәләкәс әле. Заман һынауҙарына бирешмәй, эшһеҙлеккә һылтанмай, үҙҙәренсә, йәштәрсә, донъя көтә Байғужиндар.
Ошо ауылда тыуып үҫеп, төпләнеп, өйләнеп, ҡыҙ һәм улдар үҫтергән лайыҡлы ир-уҙамандың киләсәккә ышанысы ҙур. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул күптән үҙ көсөнә таянып, шәхси хужалығы ярҙамында йәшәргә өйрәнгән. Хәҡиҡәттә шулай бит: тыуған еренә, атайсалына тоғро ҡалғандарҙың береһе лә тормошҡа зарланмай, киреһенсә, дәртләнеп, сәмләнеп донъя көтөүе менән башҡаларға өлгө күрһәтеп, алдан бара.
Башҡортҡа
бирешеү хасмы? Был төбәк малсылыҡ өсөн ифрат уңайлы. Совет осоронда унда һарыҡсылыҡ ныҡ үҫешкән булған. Шәхси хужалыҡтарҙа әле лә ваҡ малды күпләп тотҡандар байтаҡ. Шундай ғаиләләрҙең береһе – Зөлфирә менән Нәғим Сыңғыҙовтар. Хужалыҡтарында һыйыр-һарыҡ, ҡош-ҡорт эркелешеп йөрөй. Малға бесәнде етерлек итеп Нәғим Фәйзулла улы үҙ тракторында “һә” тигәнсе эшләп ала. Ашлығын табыу ҙа мәшәҡәт түгел уңған хужаға. “Шулай ҙа продукцияны һатыу, таратыу һәм башҡа йәһәттән хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Ләкин туҡтап ҡалыу юҡ. Бирешеү башҡортҡа хас түгел”, – ти ир-уҙаман.
Билдәле, һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнгәндәрҙең күбеһен ваҡ малдың йөнөн, тиреһен ҡайҙа итеү мәсьәләһе борсой. Элегерәк уларҙы осһоҙға булһа ла йыйыусылар булһа, бөгөн бушлай алыусы ла юҡ. Был проблеманы хәл итеү йәһәтенән аныҡ ҡарар ҡабул итеү кәрәктер, моғайын. Юғиһә йөн менән тирене ҡайҙалыр тапшыра алмағас, үҙе лә файҙалана белмәгәс, күптәр хәҙер уларҙы яға башлаған. “Башҡа сара юҡ, күпме йыйырға мөмкин?” – ти Сыңғыҙовтар ҙа.
– Ауылда малһыҙ йәшәү мөмкин түгел, – ти хужабикә Зөлфирә Сибәғәт ҡыҙы. – Ҡуйҙарҙы ҡорбанға һорағандар ҙа, итләтә алғандар ҙа бар. Йәй айырыуса үтә: Ырымбур өлкәһенән, Орск, Гай ҡалаларынан Һаҡмар буйына ял итергә килгәндәр ҡуҙҙа ҡурып ашау өсөн һарыҡ итен ала. Һөт ризыҡтарынан да табыш килә.
Таймаҫ өс тағанТөпкөлдә таймаҫ өс таған – мәктәп, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты – бар икән, халыҡҡа һөйөнөргә һәм үҫеште артабан да туҡтатмаҫҡа кәрәк. Байғужа – тап шундай бәхетле ауылдарҙың береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундағы белем усағы менән яҡындан танышыу мөмкинлеге булманы, сөнки балалар уҡыуҙан ҡайтырға өлгөргәйне. Хакимиәт башлығы әйтеүенсә, башланғыс мәктәптә 14 уҡыусы ғилем туплай. Өлкәнерәктәре иһә Матрайҙа белем ала, ундағы интернатта йәшәй.
Клуб янында беҙҙе уның мөдире Римма Игебаева ҡаршыланы. Заманында Стәрлетамаҡ мәҙәни-мәғрифәт техникумын тамамлаған ҡыҙ хеҙмәт юлын тыуған ере Һабырҙа башлаған. Байғужа ауылына кейәүгә сыҡҡас та яратҡан эшен ташламаған ул. Бында инде 15 йылға яҡын халыҡтың мәҙәни кимәлен күтәреүгә үҙ өлөшөн индерә, төрлө саралар, кисәләр үткәрә, байрамдар ойоштора. Римма Зөфәр ҡыҙының тырышлығы менән төҙөлгән “Йәшлек” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле – ауылдың йөҙөк ҡашы. Коллектив район кимәлендә үткәрелгән байрамдарҙа ла сығыш яһарға өлгөрә.
– Ауыл бәләкәй булғанлыҡтан, кемдең нимәгә һәләтле икәнлеген белеп бөткәнбеҙ, – ти Римма Зөфәр ҡыҙы. – Шуға күрә берәй сара үткәрергә булһам, һәр кемгә шәхсән мөрәжәғәт итәм. Байрамдарҙы ҡатын-ҡыҙҙар советы (етәксеһе – Раушания Яҡшыбаева), ағинәйҙәр ҡоро (етәксеһе – Зөлфирә Сыңғыҙова) һәм башҡалар менән бергәләшеп, кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Ауылыбыҙҙағы үҙешмәкәр композитор һәм оҫта гармунсы Дамир Солтанов – һәр сараның биҙәге. Клубтағы китапхананың мөдире лә ул.
Башланғыс мәктәп бинаһының бер яғында урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пункты ла йылы тойғо ҡалдырҙы. Сирлеләрҙе йылы һүҙе менән дә дауалаусы алсаҡ, ихлас Римма Байғужина ғүмеренең 27 йылдан ашыуын кеше һаулығын хәстәрләүгә бағышлаған. Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылынан ул. Сибай медицина училищеһын тамамлағас, ире Данилдың тыуған ауылында төпләнгәндәр. Баһадирҙай өс ул үҫтерәләр, ғаилә башлығы умартасылыҡ менән шөғөлләнә.
– Халыҡ араһында йөрәк-ҡан тамырҙары, тын юлдары ауырыуҙарынан интеккәндәр айырыуса күп, – ти Римма Рәфҡәт ҡыҙы. – Ауылыбыҙ район үҙәгенән йыраҡта ята. Бәхеткә күрә, Матрай дауаханаһында “Ашығыс ярҙам” машинаһы бар. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн үҙебеҙҙә дарыухана булдырҙыҡ. Эш урыны йылы, яҡты. Ауыл хакимиәте вәкилдәре һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, ҙур рәхмәт уларға.
Алда әйтеүемсә, байғужалар күрше Аҡъяр район дауаханаһына ла йыш мөрәжәғәт итә, сөнки, туранан сыҡҡанда, юл күпкә ҡыҫҡараҡ.
Уларҙы
“малтабар” тиҙәрЙылайырҙа һуңғы йылдарҙа крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереүгә, яңы эш башлаған йүнселдәргә ҙур ярҙам күрһәтелә. Малтабарҙар үҙҙәре лә ныҡыш. “Тырыш булһаң, эш ҡарышмай”, – ти, мәҫәлән, фермер Вәкил Батисов. Ауылдаштары уны юғалып ҡалмаҫ, уңған ир-уҙаман тип белә.
Совхоз тарҡалғас та, Вәкил Сәлимйән улы күңеленә яҡын игенсе һөнәренә хыянат итмәй. Фермер булып теркәлеп, шәхси хужалығында күпләп мал үрсетә, иген үҫтерә башлай. Уңған хужаның әле 260 гектарлыҡ сәсеүлеге бар.
– Беҙҙең төбәктә һауа шарттары йыш ҡыуандырып бармай, – ти ул. – Ләкин ауырлыҡтарҙы сәбәп итеп, ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ. Район, республика етәкселеге лә ярҙамдан айырмай. Мәҫәлән, белеүегеҙсә, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуға субсидия бүленә. Игенең булһа, һатыуы ҡыйын түгел, сөнки беҙҙең яҡта малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр бик күп.
Йүнсел – йүнен, йүнһеҙ сәбәбен табыр, ти халыҡ. Шәхси эшен асып, миҙгел арауығында ауылдаштарына хеҙмәт урындары булдырған, мәҙәни саралар уҙғарыуға аҡсалата ярҙам күрһәткән Вәкил Сәлимйән улы – күптәргә өлгө.
Ҡартлыҡтағы бәхет шулай булаАуылдың иң өлкән, хөрмәтле кешеләре Гөлнур менән Хәкимйән Байғужиндар бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулыуҙы билдәләне.
Хәйбулла районының Ялан Ҡыпсағы ауылы ҡыҙы сит районға килен булып төшөүенә һис тә үкенмәй. Йор һүҙле инәйҙең: “Илле йыл да булып киткәнме ни?! 50 көн, тиһәм...” – тип мәрәкәләүендә лә бәхет осҡондары сағылып китә. Өлкәндәр бер-береһенә йылы ҡараш ташлап, мут йылмайышып ала.
– Бабайҙың моңло йырлауына ғашиҡ булғайным, – ти ағинәй. – Әле лә моңайып ала ул, йырҙары менән күңелемде йәшәртә. Эшкә килгәндә, килен булып төшкәндән алып хаҡлы ялға сыҡҡансы фермала быҙау ҡараным. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ҡыҙыбыҙ вафат булып ҡалды. Әле ете ейән-ейәнсәрҙәребеҙ үҫә, Аллаға шөкөр.
Хәкимйән олатайға 80 йәште һис тә бирмәҫһең! Егеттәрсә шаян, аҙымдары ышаныслы, зиһене шәп. Сығышы менән Хәйбулла районының күптән бөткән Айыулы ауылынан икән. Быуындары ла ҡатып етмәгән үҫмер хеҙмәт юлын иртә башлай, тракторсы, комбайнсы була. Тырыш эшсе дәүләтебеҙҙең төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнә.
Ҡартлыҡтағы бәхет – иң ҙурыһы, ти халыҡ. Был һүҙҙәр тап Байғужиндарға бәйле әйтелгәндер кеүек. Бәхеткә сорналған илле йылдарын 50 көнгә тиңләйҙәр икән, тимәк, ғүмерҙәре юҡҡа үтмәгән. Ауылдарыбыҙ бит нәҡ шундай күркәм, данлы ғаиләләр менән йәмле.
Атамаһы “бай” һүҙенән башланған Байғужа ауылы халҡы, ысынлап та, бай күңелле, ныҡлы рухлы, ябай, ихлас булып сыҡты. Көр күңелле замандаштарыбыҙға артабан да ауырлыҡтарға бирешмәй, тыуған төйәгендә гөрләп йәшәргә насип итһен.