Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Актерҙың машинаһына ултырғың килһә
Актерҙың машинаһына ултырғың килһә Юрий Никулин, Нонна Мордюкова, Вячеслав Тихонов, Фрунзе Мкртчян кеүек актерҙар ултырып йөрөгән автомобилдәрҙе күргәнегеҙ бармы? Әгәр юҡ икән, борсолмағыҙ. Барыһы ла алда. Шуға ла һеҙгә бик үҙенсәлекле музей хаҡында һөйләмәксемен.

Студент саҡта Мәскәү буйлап сәйәхәт ҡылғайныҡ. Шунда данлыҡлы “Мосфильм”да бик үҙенсәлекле музей барлығы хаҡында ишеттек. Һәм иртәгә­һенә таң менән киностудияға юлландыҡ. Беҙҙең ашҡыны­уыбыҙ көслө булған, күрәһең. Бик иртә килгәнбеҙ. Ишек бикле ине. Ахырҙа, киностудияның фойеһына индек тә музейҙың асылыр ваҡытын көтә башланыҡ.
Актерҙың машинаһына ултырғың килһә– Ана, ҡара әле. Таныш бит шул ағай! – тип иңемә төртә туғаным. Бәй, ысынлап та, йөҙө билдәле шул. Баҡтиһәң, актер Михаил Ефремов үҙе икән! Беҙ баҫалҡылыҡ һаҡлап тын ғына ултыра бирәбеҙ. Ә актерҙар кино төшөрөү урынына бер туҡтауһыҙ ағыла ла ағыла. Бихисап популяр актерҙы күрҙек шунда! Үҙе бер тамаша!
Ниһайәт, киностудияның ишеге асылды. Билет алдыҡ та эскә үттек. Нимәһе менән ҡиммәтле һуң был урын? Беренсенән, “Мосфильм”да төшөрөлгән бөтә кинофильмдарҙың декорациялары, актерҙарҙың шәхси әйбер­ҙәре һаҡлана. Йәнә легендар артистарҙың беҙгә таныш костюмдары шунда эленеп тора. Мәҫәлән, “Иван Васильевич һө­нәрен алмаштыра” комедия­һындағы батшаның зат­лы кейемен тотоп ҡараныҡ.
Ә инде халыҡты иң ҡыҙыҡ­һын­дырғаны – киностудия музе­йындағы автопарк. Эйе, бындай бай һәм ҡиммәтле коллекция донъяла һирәк осрай. Уның бар­лыҡҡа килеү тарихы ошола­йыраҡ. Совет осоронда “Мосфильм” бихисап кино сығарған. Шул тиклем арҙаҡлы шәхестәр ҡатнашлығындағы таҫмалар шунда уҡ популярлыҡ яулаған. Эйе, Никулин, Вицин, Моргунов, Крамаров, Тихонов кеүек актер­ҙар төшөрөлгән фильмдарҙы әле лә яҡшы хәтерләйбеҙ.
Ниндәй совет фильмы авто­мобилһеҙ төшөрөлһөн инде?! Ҡайһы бер картиналар өсөн шәхси коллекцияларҙан, хатта сит илдәрҙән “Мосфильм” бо­ронғо машиналар һатып алған. Аҙаҡ шул уҡ автомобилдәрҙе файҙаланып төрлө фильм төшөргәндәр. Ана шул ҡиммәтле коллекцияны музей иткәндәр ҙә инде.
– Был “Волга” һеҙгә яҡшы таныштыр, – тип экскурсияны башланы мөләйем ханым. – Ул “Бриллиант ҡул”, “Автомобилдән һаҡлан” һәм башҡа фильмдарҙа төшөрөлдө. Ошонда Юрий Никулин, Анатолий Папанов, Андрей Миронов, Иннокентий Смоктуновский ултырып йөрөнө.
Ысынлап та, бик тарихи машина бит! Етмәһә, бер үк “Волга”ның бер нисә кинола ҡатнаш­ҡанын белеүе лә ҡыҙыҡ.
Ялтырап торған ҡара “Mercedes-Benz” машинаһы алдында туҡтайбыҙ. Экскурсовод кинәнеп һөйләүен дауам итә:
– “Яҙҙың ун ете мәле” нәфис фильмын хәтерләйһегеҙҙер. Уны төшөргәндә 1938 йылғы ошо машина Штирлицҡа (Вячеслав Тихонов) тоғро хеҙмәт итте...
Шунан ханым боронғо янғын һүндереү машинаһына күрһәтә:
– Ә бына ул “Ун ике ултыр­ғыс”та төшөрөлдө.
Актерҙың машинаһына ултырғың килһә“Мәңгелек саҡырыу” фильмын белмәгән кеше юҡтыр. Билдәле булыуынса, уны Башҡортос­тандың Дыуан, Белорет райондарында төшөргәндәр. Шуға ла ул кинофильмдағы ҡиммәтле экспонат – иҫке тракторҙы күреү күңелгә яҡын ине. Коллективлаштырыу осорон хәтерләткән ошо бәләкәй трактор беҙҙең тарафтарға сәйәхәт ҡылып, Мәскәүгә кире ҡайтарылған.
– Ул трактор әле лә тырыл­даған була. Тик ҡул менән өйрөлтөп, ҡыҙҙырып ебәрергә кәрәк, – ти экскурсовод.
Ғөмүмән, “Мосфильм”дағы Кино музейы үҙенсәлекле ҡо­март­ҡыларҙы туплаған. Йондоҙ булып танылған кешеләр ҙә бар бит. Ә бында йондоҙ-автомо­билдәр тора! Йәмғеһе йөҙгә яҡын беҙгә таныш техника ошонда урын алған.
– Ул машиналар әле лә ҡулланыла, – тип һүҙен дауам итте экскурсовод. – Режиссерҙар төрлө картиналар өсөн алып тора. Әлбиттә, кинола ул йә яна, йә шартлай, йә бәрелә тип күрһәтелә. Тик музейға ул бер ере лә сыйылмайынса килтере­лергә тейеш.
Эйе, үҙебеҙ ҙә фильмдарҙа шундай шәп машиналарҙың юҡҡа сығып ҡуйыуына борсолоп ҡуябыҙ. Был тиклем автомобилде шартлатҡастар, күпме аҡса китә, тип борсолабыҙ. Баҡтиһәң, ысынбарлыҡта улай түгел икән! Компьютер заманы бит!..
Әгәр Мәскәүгә юлығыҙ төшһә, һеҙ ҙә шул музейҙы күрмәй ҡалмағыҙ. Инеү хаҡы ла ҡиммәт түгел. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, берҙе күреүең яҡшы, тиҙәр бит.



Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә