Юрий Никулин, Нонна Мордюкова, Вячеслав Тихонов, Фрунзе Мкртчян кеүек актерҙар ултырып йөрөгән автомобилдәрҙе күргәнегеҙ бармы? Әгәр юҡ икән, борсолмағыҙ. Барыһы ла алда. Шуға ла һеҙгә бик үҙенсәлекле музей хаҡында һөйләмәксемен.Студент саҡта Мәскәү буйлап сәйәхәт ҡылғайныҡ. Шунда данлыҡлы “Мосфильм”да бик үҙенсәлекле музей барлығы хаҡында ишеттек. Һәм иртәгәһенә таң менән киностудияға юлландыҡ. Беҙҙең ашҡыныуыбыҙ көслө булған, күрәһең. Бик иртә килгәнбеҙ. Ишек бикле ине. Ахырҙа, киностудияның фойеһына индек тә музейҙың асылыр ваҡытын көтә башланыҡ.
– Ана, ҡара әле. Таныш бит шул ағай! – тип иңемә төртә туғаным. Бәй, ысынлап та, йөҙө билдәле шул. Баҡтиһәң, актер Михаил Ефремов үҙе икән! Беҙ баҫалҡылыҡ һаҡлап тын ғына ултыра бирәбеҙ. Ә актерҙар кино төшөрөү урынына бер туҡтауһыҙ ағыла ла ағыла. Бихисап популяр актерҙы күрҙек шунда! Үҙе бер тамаша!
Ниһайәт, киностудияның ишеге асылды. Билет алдыҡ та эскә үттек. Нимәһе менән ҡиммәтле һуң был урын? Беренсенән, “Мосфильм”да төшөрөлгән бөтә кинофильмдарҙың декорациялары, актерҙарҙың шәхси әйберҙәре һаҡлана. Йәнә легендар артистарҙың беҙгә таныш костюмдары шунда эленеп тора. Мәҫәлән, “Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра” комедияһындағы батшаның затлы кейемен тотоп ҡараныҡ.
Ә инде халыҡты иң ҡыҙыҡһындырғаны – киностудия музейындағы автопарк. Эйе, бындай бай һәм ҡиммәтле коллекция донъяла һирәк осрай. Уның барлыҡҡа килеү тарихы ошолайыраҡ. Совет осоронда “Мосфильм” бихисап кино сығарған. Шул тиклем арҙаҡлы шәхестәр ҡатнашлығындағы таҫмалар шунда уҡ популярлыҡ яулаған. Эйе, Никулин, Вицин, Моргунов, Крамаров, Тихонов кеүек актерҙар төшөрөлгән фильмдарҙы әле лә яҡшы хәтерләйбеҙ.
Ниндәй совет фильмы автомобилһеҙ төшөрөлһөн инде?! Ҡайһы бер картиналар өсөн шәхси коллекцияларҙан, хатта сит илдәрҙән “Мосфильм” боронғо машиналар һатып алған. Аҙаҡ шул уҡ автомобилдәрҙе файҙаланып төрлө фильм төшөргәндәр. Ана шул ҡиммәтле коллекцияны музей иткәндәр ҙә инде.
– Был “Волга” һеҙгә яҡшы таныштыр, – тип экскурсияны башланы мөләйем ханым. – Ул “Бриллиант ҡул”, “Автомобилдән һаҡлан” һәм башҡа фильмдарҙа төшөрөлдө. Ошонда Юрий Никулин, Анатолий Папанов, Андрей Миронов, Иннокентий Смоктуновский ултырып йөрөнө.
Ысынлап та, бик тарихи машина бит! Етмәһә, бер үк “Волга”ның бер нисә кинола ҡатнашҡанын белеүе лә ҡыҙыҡ.
Ялтырап торған ҡара “Mercedes-Benz” машинаһы алдында туҡтайбыҙ. Экскурсовод кинәнеп һөйләүен дауам итә:
– “Яҙҙың ун ете мәле” нәфис фильмын хәтерләйһегеҙҙер. Уны төшөргәндә 1938 йылғы ошо машина Штирлицҡа (Вячеслав Тихонов) тоғро хеҙмәт итте...
Шунан ханым боронғо янғын һүндереү машинаһына күрһәтә:
– Ә бына ул “Ун ике ултырғыс”та төшөрөлдө.
“Мәңгелек саҡырыу” фильмын белмәгән кеше юҡтыр. Билдәле булыуынса, уны Башҡортостандың Дыуан, Белорет райондарында төшөргәндәр. Шуға ла ул кинофильмдағы ҡиммәтле экспонат – иҫке тракторҙы күреү күңелгә яҡын ине. Коллективлаштырыу осорон хәтерләткән ошо бәләкәй трактор беҙҙең тарафтарға сәйәхәт ҡылып, Мәскәүгә кире ҡайтарылған.
– Ул трактор әле лә тырылдаған була. Тик ҡул менән өйрөлтөп, ҡыҙҙырып ебәрергә кәрәк, – ти экскурсовод.
Ғөмүмән, “Мосфильм”дағы Кино музейы үҙенсәлекле ҡомартҡыларҙы туплаған. Йондоҙ булып танылған кешеләр ҙә бар бит. Ә бында йондоҙ-автомобилдәр тора! Йәмғеһе йөҙгә яҡын беҙгә таныш техника ошонда урын алған.
– Ул машиналар әле лә ҡулланыла, – тип һүҙен дауам итте экскурсовод. – Режиссерҙар төрлө картиналар өсөн алып тора. Әлбиттә, кинола ул йә яна, йә шартлай, йә бәрелә тип күрһәтелә. Тик музейға ул бер ере лә сыйылмайынса килтерелергә тейеш.
Эйе, үҙебеҙ ҙә фильмдарҙа шундай шәп машиналарҙың юҡҡа сығып ҡуйыуына борсолоп ҡуябыҙ. Был тиклем автомобилде шартлатҡастар, күпме аҡса китә, тип борсолабыҙ. Баҡтиһәң, ысынбарлыҡта улай түгел икән! Компьютер заманы бит!..
Әгәр Мәскәүгә юлығыҙ төшһә, һеҙ ҙә шул музейҙы күрмәй ҡалмағыҙ. Инеү хаҡы ла ҡиммәт түгел. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, берҙе күреүең яҡшы, тиҙәр бит.